Башҡортостан полицейскийҙары миграция ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса иҫкәртеү рейдтары ваҡытында ике меңдән ашыу объектты тикшергән.
Миграция мәсьәләләре буйынса подразделение хеҙмәткәрҙәре 340 административ хоҡуҡ боҙоуҙы асыҡлаған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, законһыҙ миграцияны ойоштороу, шулай уҡ сит ил граждандарын ялған документтар нигеҙендә теркәү һәм иҫәпкә ҡуйыу менән бәйле 120 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рейдтар йомғаҡтары буйынса 70 сит ил кешеһен илдән ҡыуырға ҡарар ителә. 20 мигрантҡа Рәсәйгә инеү тыйыла.
Фото: социаль селтәрҙән.