Рәсәй Федерацияһында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Уға юғары награданы Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тапшырҙы.
2018 йылдан алып Башҡортостан йыл һайын торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә Рәсәй лидерҙары иҫәбендә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса 2019 йылдан 2024 йылға тиклем республикала 17,5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән, ә 2024 йылда 3,348 миллион квадрат метр файҙаланыуға тапшырылып, рекорд ҡуйылған.
2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса республикала өс миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды.
Фото: "Башинформ".