Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Апрель , 12:30

Өфөгә һөжүм өсөн ҡеүәтле яуап

Украинаның старт расчеттары һәм идара итеү үҙәктәре яна!

Өфөгә һөжүм өсөн ҡеүәтле яуапӨфөгә һөжүм өсөн ҡеүәтле яуап
Өфөгә һөжүм өсөн ҡеүәтле яуап

Рәсәй 2 апрелдә Өфөгә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме өсөн ҡаты яуап бирәсәк. Был хаҡта aif.ru баҫмаһына Рәсәй Геройы, генерал-майор Сергей Липовой белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, 2 апрелгә ҡаршы төндә нефть эшкәртеү заводтарына яҡынлашып килгәндә бер нисә дрон бәреп төшөрөлгән, береһенең емереклектәре сәнәғәт зонаһына төшкән. Тағы бер дрон Ғафури урамындағы торлаҡ йортҡа эләгә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.

“Яуап ҡаты буласаҡ. БПЛА-лар осоролған бөтә майҙансыҡтар беҙҙең армия тарафынан теркәлә. Яуап итеп дрондар тупланған урындарға һәм ҡарарҙар ҡабул итеү үҙәктәренә һөжүмдәр яһала”, – тине Липовой.

Генерал, дрондарҙың бөтә осороуҙарын һауа киңлеген контролдә тотҡан РФ Ҡораллы Көстәренең радиолокация подразделениелары күҙәтә, тип өҫтәне.

“Артабан улар осоу урындарын билдәләй һәм шунда уҡ уларға яуап һөжүмдәре менән старт расчеттарын һәм идара итеү пункттарын юҡ итә”, – тине генерал-майор.

2 апрелгә ҡаршы төндә Черкасск, Днепропетровск, Одесса, Николаевск, Сума һәм Харьков өлкәләрендә шартлауҙар яңғыраны.

Фото: Станислав Красильников / РИА Новости

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас