

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә яңылыҡ билдәле булды: Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров вазифаһын ҡалдырҙы. Ул эшмәкәрлеген Мәскәүҙә икенсе вазифала дауам итәсәк.
– Азат Әфхәт улы артабан барырға ҡарар итте, ул икенсе ҡалаға һәм икенсе эшкә күсә. Беҙ һеҙгә 19 йыл дауамында дәүләт хеҙмәтендәге һөҙөмтәле яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерергә теләйбеҙ, — тине Радий Хәбиров. – Һәм һәр вазифала һеҙ бик яуаплы, тыныс, эшлекле кеше булдығыҙ. Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Радий Хәбиров уны Башҡортостан Республикаһының “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләне.
— Бындай юғары награда өсөн ҙур рәхмәт, – тине Азат Асҡаров. – 22 йыл элек мин тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығына студент булып килдем һәм эштә ҡалдым, бөтә юлым министрлыҡ менән бәйле булды һәм өс йыл ведомство ҡарамағындағы учреждениела эшләнем.
Элекке министр республика етәкселегенә күрһәткән ышанысы һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Константин Климин сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Рәсәйҙең Белоруссиялағы сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле вазифаһын биләне.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Константин Климин Белоруссияла үҙ эшен бик һөҙөмтәле башҡарған. Уға яңы вазифала уңыштар теләнде.
Фото: видеонан скриншот.