

Социаль селтәрҙәрҙең әүҙем ҡулланыусылары бөтә Рәсәйгә Ҡалтасы районының Братовщина һәм Семенкино ауылдарына юл мәсьәләһен күтәрҙе. Шул уҡ ваҡытта драматик контекст өҫтәргә онотманылар – балалар көн һайын мәктәпкә тиклем 22 километр йәйәү барырға мәжбүр!
Кем бөгөн балаларҙың егерме саҡрым араға барып йөрөүенә ышана ала икән? “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы хәлде тикшерҙе.
Ысынлап та, балалар күптән инде йәйәү йөрөмәй. Һауа торошо арҡаһында тупраҡ ер автобус өсөн үтә алмаҫлыҡ булып киткәс, мәктәп шунда уҡ балаларҙы дистанцион уҡытыуға күсерә һәм был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә ҡулланыла. 6 апрелдән был ауылдарҙан бөтә 16 бала ла һауа торошо яҡшырғансы онлайн уҡый. Һауа торошо мөмкинлек биреү менән, юлды тигеҙләйәсәктәр һәм ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы һаласаҡтар.
Ҡалтасы районы хакимиәте был хәлде халыҡҡа шунда уҡ аңлатты. Ауыл биләмәһе хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, халыҡҡа урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы аша мәсьәләне хәл итеүгә ҡушылырға тәҡдим итәләр. Әлегә халыҡтан әүҙем ярҙам булмаған, әммә быйыл район хакимиәте йәнә 2027 йылға Братовщина һәм Семенкино юлдарын ремонтлау мөмкинлеген ҡарарға һәм ғариза бирергә тәҡдим итә. Бының өсөн граждандар йыйылышын үткәрергә һәм тауыш бирергә кәрәк.
2025 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда бындай программаны финанслау 700 миллион һумға тиклем арттырылды.
Ошоноң арҡаһында ауылдарҙа юлдарҙы һәм инфраструктураны ремонтлау буйынса йөҙләгән проект тормошҡа ашырылған — халыҡ ғариза бирә, тауыш бирә һәм инициативалар әҙерләй, ә Башҡортостан бюджеты проектты тормошҡа ашырыуға аҡсаның төп өлөшөн бирә.
Муниципаль бюджетта юлдарҙы капиталь ремонтлауға үҙенән-үҙе аҡса барлыҡҡа килеүен оҙаҡ көтөргә мөмкин, һәм шул уҡ ваҡытта проектты башлап ебәрергә һәм урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашып, уға әүҙем ярҙам итергә лә мөмкин. Ятҡан таш аҫтына һыу үтмәй.
Әйткәндәй, балалар һәм юлға арналған тема был аҙнала ошоноң менән генә сикләнмәне. Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа балаларҙы Яңауыл районындағы уҡыу йорттарына алып барыуҙың ҡатмарлы шарттары тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Хәбәр ителеүенсә, Һандуғас һәм Рабак ауылдары араһында балалар мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына яраҡһыҙ юл буйлап йәйәү йөрөргә мәжбүр, унда хатта ашығыс хеҙмәттәр машиналары ла һәр ваҡыт үтә алмай.
Ысынбарлыҡ ниндәй? Яңауыл районының мәғариф идаралығы мәғлүмәте буйынса, был хәл дүшәмбе, 6 апрелдә, теркәлгән. Мәктәп автобусы Рабак ауылынан балаларҙы дәрестәр тамамланғандан һуң өйҙәренә алып ҡайтып барған була. Әммә юлдың насар торошо арҡаһында, шулай уҡ көнө буйы яуған ҡойма ямғыр хәлде көсәйтә, автобус Рабакка барып етмәй. Һандуғас – Рабак автомобиль юлының алтынсы километрында мәктәп автобусы бата. Балаларға ауылға ике километр йәйәү барырға тура килә.
7 апрелдән Рабак ауылынан 12 уҡыусы дистанцион белем ала. Элек Һандуғас ауылындағы балалар баҡсаһына уҡыусылар менән бергә йөрөгән бер мәктәпкәсә йәштәге бала ла өйҙә ҡала.
Был юл республика Юл хужалығы идаралығына ҡарай. План буйынса Һандуғастан Рабакка тиклемге участка (яҡынса һигеҙ километр) 2026 йылда ремонтланасаҡ. Ҡом менән ҡырсынташ ҡатнашмаһы түшәләсәк, был киләсәктә бындай хәлдәрҙән ҡотолорға мөмкинлек бирә. Әлегә ремонт башланғанға тиклем юлды кәрәк булғанда грейдер менән тигеҙләйҙәр.