Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Апреля , 06:30

Башҡортостан прокуроры вазифаһынан китте

Был вазифаға кемде ҡуялар?

Башҡортостан прокуроры вазифаһынан киттеБашҡортостан прокуроры вазифаһынан китте
Башҡортостан прокуроры вазифаһынан китте

Башҡортостан прокуроры икенсе класлы дәүләт юстиция советнигы Игорь Пантюшин үҙ вазифаһын ҡалдырҙы.

Мәғлүм булыуынса, уның вазифаһын ваҡытлыса прокурорҙың беренсе урынбаҫары Евгений Бендовский башҡара.

Игорь Пантюшин 2021 йылдың декабренән республика прокуратураһына етәкселек итте. Быға тиклем ул бер нисә йыл Владимир өлкәһе прокуроры була.

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Игорь Пантюшин Рәсәй Генераль прокуратураһында граждандар мөрәжәғәттәре буйынса идаралыҡҡа етәкселек итәсәк.

Шулай уҡ ҡайһы бер баҫмалар республикаға Владимир өлкәһе прокуроры Иван Грибов килеүе лә ихтимал тиҙәр. Әммә әлегә былар фараздар, күҙаллауҙар һәм имеш-мимештәр генә...

Фото сығанағы: РБК Уфа.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас