

Башҡортостандың муниципалитет башлыҡтары “БӘЛӘКӘЙ ВАТАН – РӘСӘЙ КӨСӨ” форумында ҡатнаша.
Бында бөтәһе 7 мең муниципаль берләшмә һәм власть органдары вәкиле ҡатнаша. Форум барышында “Берҙәм Рәсәй” партияһы Рәйесе Дмитрий Медведев уҙған йылдың партияла Муниципаль депутат йылы тип иғлан ителеүен иҫкә төшөрҙө. Уның маҡсаттарының береһе – партия эсендәге коммуникацияны көсәйтеү.
Партия рәйесе муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлау өсөн хоҡуҡи нигеҙ булдырырға ҡушты. Дмитрий Медведев муниципаль депутаттарҙың үҙ эшенә партия инфраструктураһының бөтә мөмкинлектәрен йәлеп итеү мөмкинлеге булырға тейешлеген билдәләне.