

Украинаның ЦИПСО-һы координациялаған ресурс “Башинформ” баҫмаһының республика халҡына ҡарата “шмоня” тигән мыҫҡыллы ҡушаматты ҡулланыуы тураһында мәғлүмәт таратты. Бынан тыш, канал авторҙары белдереүенсә, Радий Хәбиров хакимиәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға квотаны “ябырға” тырыша. Әммә көслө һүҙҙәр артында бер юлы ике фейк ята, уларҙы Горизонталь Рәсәйҙән килгән сит ил агенттары эләктереп алған. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.
Канал авторҙары раҫлауынса, власть вәкилдәре һәм уларҙың контролендә тотолған киң мәғлүмәт саралары “шмоня” һүҙен республика халҡы өсөн кәмһетеүле ҡушамат итеп ҡуллана. Ысынбарлыҡта, “ Шмоня” — ул аныҡ кешенең хәрби позывнойы. Уның фамилияһы – Шмонин. Ул - хәрби хәрәкәттәр ветераны, Чечняла сроклы хеҙмәт үтә, һуңынан контракт буйынса хеҙмәт итә. Ә 2022 йылдан махсус хәрби операция зонаһында. Күрһәткән батырлығы өсөн ул маршал Жуков миҙалы менән бүләкләнә. Өйҙә уны ҡатыны һәм өс балаһы көтә.
Бер кем дә кешеләрҙе йәберләмәгән. Фейк авторҙары хәрби позывнойҙы контекстан йолҡоп алып, уға мыҫҡыллы мәғәнә бирә.
Ләкин беренсе ялғанға “көс” өҫтәү өсөн дошман каналы “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто медиадиректоры Марсель Байдәүләтовтың хаты сканын да һалған. Авторҙар версияһы буйынса, медиаменеджер контроль аҫтындағы киң мәғлүмәт сараларына методичка ебәрә, һәм унда “контрактты һатыу” маҡсаты менән материалдар яҙыуҙы талап итә. Әммә бында ялған таратыусылар үҙҙәре алдана. Был хат ебәрелгән көндә, 7 мартта, бөтә Рәсәй буйынса рәсми ял көнө. Ә Марсель Байдәүләтов үҙе был ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында ҡайныларында ҡунаҡта була. Ул эш ноутбугы артында ултырмай һәм методичкалар ебәрмәй, ә ҡар таҙарта. Хат тулыһынса уйлап сығарылған ялған.
Бындай алдаҡ бер юлы ике маҡсатҡа эйә: рәсми киң мәғлүмәт сараларына ялған мыҫҡыллау аша ышанысһыҙлыҡ тыуҙырыу һәм Рәсәй армияһын дискредитациялау. Шикле сығанаҡтарға ышанмағыҙ, улар күп тапҡырҙар фейк таратыуҙа тотолдо.