

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы академияһы базаһында Йәш политологтарҙың, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең республика форумы эшен башланы. Форум сиктәрендә шулай уҡ Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы (Росмолодежьгранттар) үтәсәк, унда һәр ҡатнашыусы үҙенең социаль башланғысын тәҡдим итә һәм 600 мең һумға тиклем грант ярҙамына дәғүә итә ала.
Сараның төп маҡсаты — политология, дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһендә эшләүсе 18-35 йәшлек 300-ҙән кәм булмаған йәштәрҙең профессиональ берләшмәһен булдырыу. Ойоштороусылар форумды йәш кадрҙар һәм власть вәкилдәре араһында тотороҡло бәйләнештәр булдырыу, дәүләт структураларының ғәмәлдәге етәкселәре менән тура диалог ойоштороу, шулай уҡ алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн старт майҙансығы итеп күҙаллай. “Киләсәк ошонан башлана” – был һүҙҙәр сара башланыр алдынан бөгөн политологтар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙ әҙерләү тураһында күрһәтелгән видеола яңғыраны.
"Был форум республиканың йәш кадрҙары менән системалы эш ойоштороуҙа мөһим этап буласаҡ. Сара үҙ киләсәген йәмғиәткә хеҙмәт итеү һәм республиканы үҫтереү менән бәйләгән инициативалы, яуаплы һәм битараф булмаған йәштәрҙе йыя. Форум остазлыҡ институтын нығытыу, идара итеү кадрҙарын әҙерләүгә заманса алымдар эшләү һәм республикала йәш политологтар берләшмәһе концепцияһын раҫлау өсөн ныҡлы нигеҙ һалырға мөмкинлек бирәсәк", - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов, сараға йыйылғандарҙы тәбрикләү сығышында.
Сарала ҡатнашыуға йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттарының профилле һөнәр студенттары, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре саҡырылған ине.
Автор фотоһы.