

Социаль селтәрҙәрҙә Благовещен кешеләре Европа биҫтәһендә Олимпия урамындағы юл “үтә алмаҫлыҡ” тип яҙа. Пост авторҙары әйтеүенсә, юл хеҙмәте өсөнсө көн грейдер китте тип яуаплай, әммә техника һаман барып етмәгән, һәм бөтөнләй алдағы йылдарҙа нормаль юл планлаштырылмай.
Ысынбарлыҡта хәл нисек? “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы барыһын да тикшергән.
Европа — яңы биҫтә, унда ни бары дүрт ғаилә йәшәй, ҡалғандары әле саҡ йорт төҙөй, һәм бөтә аңлатмаларҙы халыҡ башлыҡтың ҡабул итеүендә алған.
Ҡала юлдары үткән аҙнала грейдерлана башлаған, әммә тупраҡ ныҡ дымлы булып сыға: дым бик күп йыйылған, өҫкө ҡатлам ҡоро булып күренһә лә, әммә ауыр техника килеп ингәс, йырындар барлыҡҡа килә һәм тағы ла ҙурыраҡ колея килеп сыға, шуға күрә тупраҡ ҡороғансы көтөргә кәрәк. 20 апрелдә, грейдер Европа биҫтәһенә — Олимпия һәм Ясмин урамдарына юлланған.
Көҙгө-яҙғы осорҙа юлдарҙың хәлен күҙаллап булмай, ә эргәлә төҙөлөш барғанда һәм ауыр техника даими йөрөгәндә — бигерәк тә. Бындай хәлдә участка хужаларына яҡын киләсәктә проблемалар булмаһын өсөн көҙгө-яҙғы ташҡын ваҡытында юлды файҙаланыу режимы тураһында үҙ-ара килешеп торорға кәрәк.
Уҙған аҙнала Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында һәм пабликтарында республикала яман шеш менән сирләүселәр һаны артыуы тураһында ҡот осҡос хәбәр таратыла. Әммә уларҙың береһе лә ни өсөн шулай булғанын асыҡларға ваҡыт тапмай.
Сирҙең артыуы йыл һайын күҙәтелә: 2021 йылда – 293,6; 2022 — 323,6; 2023 — 356,7; 2024 — 373,4; 2025 — 376,1. Әммә динамиканың үҙгәреүен кешеләрҙең йышыраҡ ауырый башлауын баһалау критерийы тип ҡарарға ярамай. Был медицинаның алға барыуының һәм яман шеште яҡшыраҡ диагностикалауҙың билдәһе булып тора.
Хәҙерге диагностика яман шеште иртә стадияла табырға мөмкинлек бирә. Отчеттарҙағы һандарҙың артыуы – ул һәр ваҡыт ауырыуҙар һаны артыуы йәки халыҡтың һаулығы насарайыуы түгел.
Бына бер миҫал. Хәҙер бөтә республика буйлап “Сәләмәтлек поездары” йөрөй. Бер аҙна эсендә генә поезд табиптары яман шешкә 12 шик асыҡлай. Мобиль диагностика хәүефле ауырыуҙарҙы ваҡытында күрергә мөмкинлек бирә, ә һуң булған саҡта түгел. Иртәрәк белгән – ғүмерен оҙайтҡан, һау-сәләмәт ҡалған.
Сепаратистик телеграм-каналдар Өфөләге “Плов номер 1” кафеһындағы янғын махсус ут төртөүгә бәйле һәм мосолман йәки мигранттарҙың учреждениеһына ҡаршы йүнәлтелгән тигән имеш-мимештәр тарата. Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғындың сәбәбе – һурҙырыу системаһындағы май ҡатламдарының янып китеүе, тип хәбәр итә сығанаҡтар. Был кухнялағы янғындарҙың киң таралған техник сәбәбе һәм аңлы рәүештә эш итеүгә бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.
Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса подразделениелары эшләне. Янғын яҡынса 30 квадрат метр майҙанда локалләштерелгән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.
“Маҡсатлы яндырыу” тураһында таратылған версиялар факттар һәм рәсми мәғлүмәттәр менән раҫланмай. Провокацияға бирешмәүҙе һәм мәғлүмәтте таратыр алдынан тикшереүҙе һорайбыҙ.
Салауат Юлаев һәйкәле тирәләй ялған таратыу буйынса “эксперт” Сәғит Исмәғилев йәнә эшенә тотондо. Салауат Юлаев майҙанын федераль программа буйынса төҙөкләндерергә мөмкин, һәм тауыш биреү башланғандан һуң Исмәғилев һорауҙар бирә: майҙанды һәйкәлһеҙ төҙөкләндерәсәктәрме? Ә һәйкәл үҙе кире урынына әйләнеп ҡайтамы?
Майҙанды 2027 йылда төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү бара, һәм бөтә рәсми хәбәрҙәрҙә 2027 йылға Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау тамамланыуы көтөлә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алына. Бер нисә тапҡыр аңлатыла: ремонт үҙ эсенә майҙанды ла, һәйкәлде лә ала. Майҙанды реконструкциялау – һәйкәлде масштаблы реставрациялау этаптарының береһе.
Федераль тауыш биреүҙә ҡатнашыу — бөтөнләй икенсе кимәл. Был федераль аҡсаға төҙөкләндереү үткәреү өсөн милли проект аҡсаһын йәлеп итеү мөмкинлеге. 12 июнгә тиклем сайтта проектты хупларға һәм майҙан өсөн тауыш бирергә мөмкин.
Һәйкәлдең кире ҡайтарылыуына бер ниндәй ҙә шик юҡ һәм булырға ла мөмкин түгел. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле – федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты. Ул Башҡортостан өсөн ғәйәт ҙур тарихи һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә. Реставрация процесы бер юлы бер нисә структураның: БР мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың, Ростехнадзорҙың Көнбайыш Урал идаралығының һәм Һәйкәлде һаҡлау мәсьәләһе буйынса күҙәтеү советының ҡәтғи контроле аҫтында тора.
Әле һәйкәл Өфөләге махсуслаштырылған цехта урынлашҡан, унда эштәрҙе Рәсәй художество академияһының иң яҡшы белгестәре алып бара. Эштәр барышын һәм һуңғы яңылыҡтарҙы “Салауат Юлаев. Реставрация” телеграм-каналында күҙәтеп барырға була.