

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы хаҡында һөйләне һәм монументты тергеҙеү варианттарын билдәләне.
Радий ХӘБИРОВ: Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышын тағы бер тапҡыр иғтибар менән ҡарарға булдым. Был ҙур булмаған интервьюла бер нисә фекерҙе еткерергә теләйем.
Беренсенән. Эмоциялар йәһәтенән. Беҙ барыбыҙ ҙа – тере кешеләр. Ниндәйҙер ҡарарҙарҙы ваҡытында ҡабул итәбеҙ, ҡайһыларындыр – юҡ. Мин дә ниндәйҙер хаталар яһаным, ҡайһы бер ҡарарҙарҙы ваҡытында ҡабул итмәнем.
Бөгөн бында ҙур комиссия эшләне, һәм мин, һәйкәлде реставрациялау тураһында ҡарарҙы ваҡытында ҡабул иткәнбеҙ, тип әйтергә теләйем. Ни өсөн? Сөнки һәйкәл бик ҡатмарлы, хатта хәүефле хәлдә. Быны барыбыҙға ла аңларға кәрәк.
Бына, мәҫәлән, аттың башы. Һәйкәлде формалаштырыу өсөн ҡулланылған йөйҙәргә иғтибар итегеҙ. Бында етешһеҙлектәр күрһәтелгән. Әле тикшереү бара, һәм тотош һәйкәл ошоға оҡшаш билдәләрҙә буласаҡ.
Ҡурҡынысы ошо. Ҡарағыҙ, ниндәй ярыҡтар барлыҡҡа килә. Улар инде төп материал буйлап киткән. Бөтә һәйкәл ошондай, бик ҡатмарлы хәлдә – башы ла, аяҡтары ла, кәүҙәһе лә. Бына ҡул һәм кәүҙә – бында ла ярыҡтар бар, улар ҙа етди характерҙа һәм артабан иретеп йәбештергән, тоташтырған йөй буйынса түгел, ә бөтөнләй башҡа урындар буйлап китеүе бар. Бында был яҡшы күренә.
Шуға күрә тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: был һәйкәлде яңыртыу кәрәклеге тураһында ябай булмаған, әммә бик дөрөҫ ҡарарҙарҙың береһе булды. Беҙ һәйкәлһеҙ ҡалыр инек. Барыһы ла ваҡытҡа ғына бәйле булған. Шуға күрә халыҡтың да, йәмәғәтселектең дә беҙҙе хуплауы өсөн рәхмәт.
Икенсенән. Һәйкәлдең торошо бик насар. Мин быны беҙгә был эшкә ҡеүәт өҫтәү кәрәклеген аңлар өсөн һөйләйем. Уның менән бик етди шөғөлләнергә кәрәк.
Ниндәйҙер деталдәрҙе яҡындан ҡараһаҡ, мәҫәлән, ҡойроҡтан киҫәктәр ҡубып төшөп бара тиерлек. Ҡулы ла, һәйкәлдең аҫҡы өлөшө лә бик ҡатмарлы хәлдә. Ә эстә барыһы ла, әйтеүебеҙсә, сереп бөткән.
Өсөнсөнән. Әлбиттә, һәйкәлде тергеҙәсәкбеҙ. Быны мотлаҡ эшләйбеҙ. Әммә барыбыҙға ла хәҙерҙән үк һәйкәлде ҡарарға тейеш буласаҡ тураһында уйларға кәрәк. Һәр һәйкәл тәрбиә талап итә, һәм был эш менән ниндәйҙер коммуналь структура шөғөлләнергә тейеш түгел. Беҙ әле күҙәткән бөтә хаталарҙы аңлап, киләсәктә уны тәрбиәләү менән махсус компания шөғөлләнергә тейеш.
Артабан иң ҡатмарлы һорауҙар тыуа. Был һәйкәл менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла, әлбиттә, уның ысын шедевр булыуынан сығып эш итә. Бына беҙ аттың башы эргәһендә үк торабыҙ һәм бөтә деталдәрҙе күрәбеҙ. Ә Салауат Юлаевтың йөҙөнөң һәм тотош образдың ентекле эшләнешенә иғтибар итегеҙ.
Әйткәндәй, ошо киҫәкте күрәһегеҙме? Ул тулыһынса кителеп төшкән, һәм уны йәбештереп кенә ҡуйғандар. Бында ла эш ваҡыт менән генә бәйле булған, сөнки иретеп йәбештерелгән урын коррозияға дусар була. Беҙ суйындың сифаты бик яҡшы түгеллеген күрәбеҙ, һәм бында ҡот осҡос бер ни ҙә юҡ. Һәйкәлдең ниндәй ваҡытта ҡойолоуын иҫкә төшөрәйек.
Республикабыҙ халҡы Сосланбәк Тавасиевҡа беҙгә ошондай шедевр бүләк иткәне өсөн һәр ваҡыт рәхмәтле буласаҡ. Башҡа заман, ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан.
Артабан нимә эшләүебеҙ тураһында. Бына ниндәй һығымталар яһайбыҙ.
Дүртенсенән. Һәйкәлдең торошо беҙ уйлағандан насарыраҡ. Шуға күрә бында төплөрәк ҡарар талап ителә. Артабан ни булыуы мөмкин? Ике вариант бар.
Беренсе вариант, беҙ һайлаған юл – һәйкәлде нисек бар, шулай реставрациялау. Әммә әле беҙҙең контракт сиктәрендә эшләгән реставраторҙар, нигеҙҙә, һәйкәлдең тышҡы ҡатламының яҡынса 60-70 проценты яңынан ҡойоласаҡ, ти. Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Тотош һәйкәл, ғөмүмән, 60-тан ашыу элементтан тора. Хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ: төп өҫкө ҡатлам деталдәре яңынан ҡойола. Был яңы суйындан яңы деталдәр алып килеп, уларҙы йыясаҡбыҙ тигән һүҙ. Эс яҡтан тотоп торған бөтә нығытмаларҙы тиерлек болттар менән яңыртырға кәрәк, был да аңлашыла. Был - эш ваҡытында була торған хәл, бөтә реставрациялар шулай башҡарыла, һәм был йәһәттән бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ. Һәм был юл быға тиклем булған һәйкәлде тергеҙеүебеҙгә килтерәсәк.
Мәсьәләгә тағы бер ҡараш бар. Нигеҙҙә, беҙ бөтә документтарҙы ҡалҡыттыҡ. Мин 1947 йылғы документты күрҙем, күҙ алдына килтерәһегеҙме? Һәйкәл ҡуйылғанға тиклем 20 йыл элекке тиерлек. Һәйкәлде бронзанан эшләргә ниәтләгән булғандар. Бронза – коррозияға бирешеп бармаған, ныҡлыраҡ материал. Нигеҙҙә, бындай масштабтағы төп скульптуралар бронзанан эшләнә. Бына был урында материалдың ҡалынлығы 2,5-3 сантиметрға етә, ә ҡайҙалыр 0,8 сантиметр ғына, аңлайһығыҙмы? Ә ул осраҡта бар ерҙә лә тигеҙ була, белгестәр әйтеүенсә, яҡынса бер сантиметр. Шуға күрә ул еңелерәк, әммә бронзанан буласаҡ. Һәм ныҡлы – 100, 200, 300 йылға иҫәп тотола.
Был һәйкәлде ҡуйһаҡ, әлбиттә, шәхсән минең өсөн барыбер хәүеф тыуҙырасаҡ. Мин артабан нимә булыры өсөн яуаплы. Беҙ уны йыябыҙ, әммә иҫке суйын ҡала бит. Мин һеҙгә уның бар урында ла тиерлек сатнауын күрһәттем. Ә әгәр ул онталһа? Бер осраҡ та етә. Ә һәйкәл иҫ киткес урында, тау битләүендә урынлашҡан һәм даими рәүештә төрлө елдәргә дусар.
Шуға күрә ниндәй вариант бар? Бронзанан тап шундай уҡ яңы һәйкәл ҡойоу һәм уны һәйкәлдең элекке урынына ҡуйыу.
Ул саҡта был һәйкәлде нимә эшләтергә тигән һорау тыуа. Был - мәҙәни мираҫ объекты. Ул да йыйыла һәм һаҡлана. Әммә уның һәр төрлө ел, климат, температура режимдарына нығыраҡ бирешеүен иҫәпкә алып, Өфөлә ниндәйҙер урында ҡуйырға һәм матур быяла менән ҡапларға тигән вариант бар. Был осраҡта кешеләр уның янына килә һәм яҡындан күрә аласаҡ.
Был - тәҡдим булараҡ тыуған ҡараш, фараздарҙың береһе. Был ҡарарҙы ҡабул итеүҙе үҙ өҫтөмә генә алмаясаҡмын. Ғәҙәттә, мин һәр ваҡыт үҙем ҡарар ҡабул итәм. Әммә һәйкәл барыбыҙға ла бик ҡәҙерле. Шуға күрә бында, минеңсә, беҙҙең белгестәр ҙә, кешеләр ҙә, йәмәғәт ойошмалары ла үҙ фекерҙәрен еткерергә тейеш.
Тағы бер тапҡыр әйтәм: һәйкәлдең насар хәлдә булыуын аңлай инек. Әммә ул беҙ уйлағандан күпкә хәүефлерәк. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ҡотҡарҙы һәм уны урынынан ваҡытында алыуға йүнәлтте. Юғиһә беҙ һәйкәлһеҙ ҡалыр инек, һәм ул киҫәктәргә таралып төшөр ине.
Шуға күрә уйларға кәрәк. Мин быны халыҡҡа еткергем килде, сөнки бик мөһим, бик кәрәкле тема. Нигеҙҙә, беҙ сроктарҙы билдәләнек, һәм ошо ваҡыт сиктәрендә эш итергә ниәтләйбеҙ. Һүҙ 2027 йылдың апреле тураһында бара.
Беҙ бит биләмәне лә яңыртырға тейешбеҙ. Яңы һәйкәл ҡуябыҙ, нигеҙ торған ҡалҡыулыҡты нығытабыҙ. Тотош биләмәне лә шулай уҡ тәртипкә килтерергә кәрәк. Шуға күрә беҙ унда хәҙерҙән аҡса бүләбеҙ һәм әкренләп майҙанда, фонтан урынында айырым эштәрҙе башлайбыҙ, инженер коммуникацияларын күсерәбеҙ һәм башҡалар.
Бына ошондай хәл. Һәйкәл өсөн ниндәйҙер бик дөрөҫ һәм уның яҙмышын хәл иткес, тип әйтер инем, ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Был - халыҡ символы, Өфө символы, Башҡортостан символы. Ул бик ҡәҙерле.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.