

Башҡортостаныбыҙ символы һәм йәме булған Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алып, цехҡа реконструкциялауға алып китеүҙәренә ярты йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Уны әллә ҡайҙа йыраҡта түгел, ә үҙебеҙҙә, Өфөлә, яңырталар. Бөгөн һәйкәл ни хәлдә, ниндәй эштәр башҡарылған? Был һорау йәмәғәтселекте борсой. Шуға күрә ошо көндәрҙә реконструкция барған цехҡа журналистар һәм йәмәғәтселәр өсөн экскурсия ойошторолдо. Шулай уҡ һәйкәл янында реконструкция барышын Күҙәтеү советының сираттағы күсмә ултырышы ла үтте.
Милли геройыбыҙҙың һәйкәле урынлашҡан цехты үҙ күҙең менән барып күреү, әлбиттә, бик тулҡынландырғыс һәм көтөлгән ваҡиға булды. Реставрация оҫтаханаһы Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан. Унда теләгән һәр кем үтеп инә алмай: етди һаҡ ҡуйылған, һәр кем документтарҙы тикшертеп кенә инде. Шунда уҡ үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән инструктаж үтәһең – ауыр деталдәр янында һаҡлыҡ кәрәк.
Оҫтахана бик таҙа, иркен, яҡты бина булып сыҡты. Һәйкәлде бында өлөшләп һаҡлайҙар: бер яҡта аттың башы, икенсе яҡта кәүҙәһе, арыраҡ баш өлөшө һәм башҡа ваҡ деталдәр урынлашҡан.
Билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәтселәр ингән совет вәкилдәре һәм журналистар өсөн цех буйлап аңлатмалар менән экскурсия үткәрелде. Һәр кем һәйкәлдең һәр детален үҙ күҙҙәре менән күрә һәм реставраторҙарға ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарҙы бирә алды.
Реставрация төркөмө етәксеһе урынбаҫары Петр Волков аңлатыуынса, эштәрҙең күләменә ҡарап теге йәки был белгестәр йәлеп ителә, әлеге ваҡытта цехта алты кеше эшләй. Оҫтахана махсус техник ҡулайламалар менән йыһазландырылған: кран-балка, баҫҡыстар бар.
– Әлеге ваҡытта һәйкәлдең етешһеҙлектәрен асыҡлау дауам итә. Барлыҡ табылған ҡойоу, коррозия дефектын компьютер программаһы анализлай. Бынан һуң артабан нисек эш итеү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк белгестәр советын туплайбыҙ, – тине ул.
Күренеүенсә, был ваҡыт эсендә байтаҡ ҡына эш башҡарылған. Реставраторҙар әле тикшеренеүҙәр үткәрә, һәйкәлдең деталдәрен бөтә ҡатламдарҙан таҙарта. Һөҙөмтә күңелһеҙ – ҡат-ҡат һалынған буяуҙы ҡырып ташлағандан һуң элек күҙгә күренмәгән етешһеҙлектәр табылған. Һәйкәл ысынлап та ныҡ туҙған, ярылған, сатнаған урындары көткәндән дә күберәк булып сыҡҡан.
Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы, Күҙәтеү советы рәйесе Салауат Ҡолбахтин һәйкәлдең табылған етешһеҙлектәре тураһында һөйләне.
– Буяуҙарҙы, быға тиклем һәйкәлде эшкәрткән ҡатламдарҙы алып ташлағас, металдың ни тиклем насар хәлдә булыуын күрҙек. Уның сифаты ла бик күп һорауҙар тыуҙыра. Суйындан ҡойолған скульптураның сифаты насар, унда шлактар күп, был урындар эшкәртелмәгән. Әгәр суйын яҡшыраҡ сифатлы булһа, тейешенсә ҡарағанда һәйкәл оҙағыраҡ та һаҡлана алыр ине. Монумент авария хәлендә генә түгел, ә үтә ҡурҡыныс торошта, – тине Салауат Ҡолбахтин.
Уның белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тиҙ арала һәйкәлде реставрацияларға кәрәк тигән ҡарары бик ваҡытлы булған һәм уны алып тикшергәндән һуң тағы ла бер тапҡыр дәлилләнгән.
Реставраторҙар тағы ла бер ҙур етешһеҙлек асыҡлаған: конструктив элемент булдырылған саҡта, һәйкәлдең үҙенең терәк конструкцияһы һәм фигураның үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмаған. Йәғни уның ҙур ғына өлөшө, атап әйткәндә, аттың башы үҙен-үҙе тотҡан һәм терәк таяуға йәбештерелмәгән. Белгестәр әйтеүенсә, бер йыл эсендә, хатта бер нисә айҙа аттың башы һынып төшөү ҡурҡынысы янаған. Һәм ул саҡта беҙ һәйкәлде бөтөнләй юғалта инек.
Экскурсия барышында белгестәр бик күп терминдар һәм ҡатмарлы технологик һүҙҙәр менән һәйкәлдең хәлен аңлатты. Ябай итеп әйткәндә, уны эшләгән саҡта уҡ бихисап етешһеҙлектәргә юл ҡуйылған. Был суйындың сифатынан башланып, деталдәрҙе үҙ-ара йәбештереүгә тиклем күренә. Шул уҡ ваҡытта 60 йыл дауамында һәйкәлде бер тапҡыр ҙа яҡшылап хеҙмәтләндермәгәндәр һәм реставрация эштәре үткәрмәгәндәр. Ни бары өҫтө-өҫтөнә яңы буяу ҡатламы ғына һалынған. Һөҙөмтәлә ошо йылдар эсендә ете ҡатлам буяу барлыҡҡа килгән. Был да ҙур ғына етешһеҙлектәргә килтергән. Салауат Ҡолбахтин әйтеүенсә, ҡатламдарҙы алғандан һуң аттың түшендә технологик йөйҙө юҡҡа сығарғандары асыҡланған. Ул дренаж тишек аша эстә йыйылған һыу ағып сығып торорға тейеш булған. Ә буяған саҡта йөйҙө ҡаплағандар. Һөҙөмтәлә был да һәйкәлдең былай ҙа аяныслы хәленә проблемалар өҫтәгән.
– Элек был скульптура ҡоролмаһына мәҙәни мираҫ объекты икәнен иҫәпкә алмайынса ремонт эшләгәндәр. Йәғни уға һаҡсыл ҡараш булмаған, ә нисек ҡулдарынан килгән, шулай хеҙмәтләндерҙеләр, – ти Салауат Ҡолбахтин.
Әле күренеүенсә, һәйкәлдең бөтә деталдәре һыҙылған һәм номерҙар менән билдәләнгән. Асыҡланған мәғлүмәттәр компьютерға индереләсәк, шунан һуң ентекле анализланасаҡ. Бөтә тикшереү эштәре тамамланғас, һәйкәлдең артабанғы яҙмышы тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.
Фото: Валерий Шахов, "Башинформ".