

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция барған цехҡа журналистар һәм йәмәғәтселәр өсөн экскурсия ойошторолдо. Шулай уҡ һәйкәл янында реконструкция барышын Күҙәтеү советының сираттағы күсмә ултырышы ла үтте. Унан һуң эксперттар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Улар араһында Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Данир ҒӘЙНУЛЛИН дә бар ине. Ул түбәндәгеләрҙе һөйләне.
– Һәйкәлебеҙ яҙмышы буйынса ике төрлө ҡараш әйтелде: иҫкеһен ҡалдырып, ныҡлы реставрация үткәреү, йәки бронзанан яңыһын эшләү. Минең фекер шундай: Салауат Юлаев һәйкәле Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәйҙең, донъяның тарихи ҡомартҡыһы. Һәм уны беҙҙең быуынға ла, киләһе быуындарға ла матур итеп еткерергә, оҙаҡ йылдарға һаҡларға кәрәк. 15-20 йылдан тағы ла реставрация кәрәк тип, киренән һүтеү кәрәкмәһен ине. Шуға күрә яңы материалдан, ныҡлы бронзанан шундай уҡ һәйкәл ҡойһаҡ, ул оҙаҡҡа ла етер, дөрөҫөрәк тә булыр. Беҙ ғилми үҙәк булараҡ, бөтә документтарҙы ентекле тикшерҙек. Һәйкәл булдырыу тураһындағы бөтә тәүге ҡағыҙҙарҙа ул бронзанан буласаҡ тип яҙылған. Авторы Сосланбәк Тавасиев та уны бронзанан эшләргә теләгән. Ләкин, һуңғы моментта, Никита Хрущевтың “сәнғәттә ҡиммәтле әйберҙәрҙән баш тартыу” кампанияһы барышында ғына суйынға әйләнгән. Минеңсә, Тавасиевтың тәүге идеяһына өҫтөнлөк бирергә кәрәктер, ул бронзаға тип барыһын да иҫәпләп эшләгән.
Тарихи һәйкәлгә килгәндә, уға һис шикһеҙ ҙур республикабыҙҙа урын табылыр. Мәҫәлән, геройҙың тыуған яғы – Салауат районында. Әле унда Салауат Юлаев музейы реконструкциялана, шул тирәгә. Бәлки яңы булдырылған “Салауат ере” комплексына ҡуйырға була. Унда булһа бигерәк шәп булыр, район туристик мәккәгә әйләнер ине, - тине ул.
Автор фотоһы.