Бер кем дә "урыҫтарға" үпкәләмәгән!

Шулай уҡ "Еңеү өмәләре" лә үткәрелмәй. Был аҙнала беҙҙе нисек алданылар? 

Бер кем дә "урыҫтарға" үпкәләмәгән!Бер кем дә "урыҫтарға" үпкәләмәгән!
Бер кем дә "урыҫтарға" үпкәләмәгән!

Еңеү көнө алдынан район башлыҡтарына һәм мәғариф ойошмалары етәкселәренә “Еңеү өмәләре” акцияһын үткәреү тураһында хат ебәрелә, унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугир-интернационалистар һәм МХО-ла һәләк булған яугирҙәр ерләнгән урындарҙы йыйыштырыуҙы ойоштороу талап ителә тип яҙыла. Был эшкә колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын йәлеп итеү, йыйыштырыу башланыр алдынан һәм унан һуң фотоға төшөрөү, ентекле отчет йыйыу һәм хатта бөтә материалдарҙы күрһәтелгән адресҡа ебәреү талап ителә, имеш. Был – ялған.

Бындай ялған хаттар ҙур дәүләт байрамдары алдынан даими барлыҡҡа килә. Авторҙар ветерандар тураһында хәтерҙең күңелгә үтеп инеренә иҫәп тота һәм уны бюрократик йөкләмә итеп күрһәтергә тырыша.

Еңеү көнө яҡынлашыуы фонында бындай материалдар ЦИПСО структуралары һәм эске көн тәртибен һелкетеү өсөн эшләгән аффилирланған селтәрҙәр менән таратыла ала. Уларҙың бурысы –граждандарҙың ризаһыҙлығын, мәжбүри кампаниялар тойғоһо тыуҙырыу һәм Еңеү көнөнә бәйле ысын патриотик башланғыстарҙы дискредитациялау. Ышанмағыҙ!

Популяр блогер Тайфун Ҡоролтай улы (“Халык знает”) Иглиндағы паркты төҙөкләндереүҙе тәнҡитләгән видео яҙҙырҙы. Ул үҙенең элекке баҫмалары рухында йәнә чиновниктарҙы ғәйепләй һәм Иглин районында “бер нәмә лә юҡ” тип белдерә.

Шунда уҡ тиерлек район башлығы Гүзәл Насирова хәлгә аңлатма баҫтырып сығарҙы. Паркта ремонт бара, ул әлегә тамамланмаған. Былтыр унда йәшәүселәрҙең тауыш биреү һөҙөмтәһендә юлдар, яңы сәхнә төҙөлгән, һәйкәл реставрацияланған, эскәмйәләр, урналар һәм яҡтыртыу ҡуйылған. Быйыл балалар һәм скейт майҙансығы булдырыласаҡ. Ә ҡырҡылған ағастар, белгестәр һығымтаһы буйынса, бактериаль водянка сире менән ауырыған һәм хәүефле булған. Әммә төҙөкләндереүҙе тамамлау өсөн яҡынса 150 миллион һум кәрәк. Был финанслауҙы алғанға тиклем 10 меңгә яҡын тауыш етмәй.

Һөҙөмтәлә нимә бар? Блогер төҙөлөп бөтмәгән паркты күрһәтә һәм властарҙың эшһеҙлеге тураһында ҡысҡыра. Әммә ни өсөн ул халыҡҡа паркты реконструкциялауҙы тамамлау өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашырға кәрәклеге тураһында һөйләмәй?

“Царьград.ТВ” телеграм-каналы пост баҫтырып сығара, унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевтың Өфө тимер юл вокзалында башҡорт телендә иғлан яһау талабын “тел нәфрәтенең сепаратизмы” һәм урыҫтарға үпкә тип атай. Пост авторҙары раҫлауынса, чиновник асыуланып, ҡул аҫтындағы эшләгән кешеләрҙе милли тел булмауы өсөн генә шелтәләй, шул уҡ ваҡытта хәлде “АҠШ Штаттары”ндағы менән сағыштыра. “Фактчекинг по-башкирски” хәлде асыҡланы.

Был осраҡ Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса Комиссия ултырышында тикшерелде. Урал Килсенбаевтың асыуы Башлыҡтың 2022 йылдың 27 октябрендә “Тура бәйләнеш” йомғаҡтары буйынса республика халҡының Тимер юл вокзалында башҡорт телендә хәбәрҙәрҙе ҡабатлау тураһында мөрәжәғәттәре менән бәйле бирелгән йөкләмәне оҙаҡ үтәмәүе арҡаһында килеп сыға.

Бынан тыш, был мәсьәләнең Виктор Жульковтың милләте менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Ул ултырышта профилле министрлыҡ – транспорт министрының беренсе урынбаҫары булараҡ ҡатнаша.

Иғландарҙы ҡабатлау талабы тик хоҡуҡ нормаларына бәйле. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына һәм “РФ халыҡтары телдәре тураһында” Федераль законға ярашлы, төбәктең дәүләт телдәре булып башҡорт һәм рус телдәре тора. Уны рәсми өлкәлә ҡулланыуҙы тәьмин итеү – ғәмәлдәге ҡануниәтте үтәү.

Бының өсөн норматив ҡаршылыҡтар юҡ. “Тимер юл транспортында хеҙмәттәр” ГОСТ Р 58171-2018 республикаларҙың дәүләт телдәрен ҡулланыуҙы тыймай. Ул тик халыҡ-ара ташыуҙар өсөн мәғлүмәтте инглиз телендә ҡабатларға кәңәш итә. Шулай уҡ дәүләт стандарты дөйөм талап ҡуя – мәғлүмәт пассажирҙарға аңлайышлы һәм асыҡ булырға тейеш.

Иғланды күп телдә тапшырыуҙарҙың техник мөмкинлеге практика менән иҫбатланған. Мәҫәлән, Ҡазан тимер юл вокзалында иғлан өс телдә: рус, татар һәм инглиз телдәрендә уңышлы трансляциялана. 2018 йылда реконструкцияланғанға тиклем Өфө тимер юл вокзалында ла иғландар ике дәүләт телендә бирелә. Әлеге ваҡытта “Силәбе - Мәскәү” 13/14-се фирма поезында ваҡыт башҡорт телендә иғлан ителә. Был күп телле мәғлүмәт биреү өсөн вокзалдың тапшырыу системаһының эшләү һәләтен раҫлай ғына. Бынан тыш, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында һәм баш ҡаланың Көньяҡ автовокзалында пассажирҙарға хәбәр итеү ҙә рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыла.

Был Башҡортостандың дәүләт телдәрендә иғландар яңғыратыу мәсьәләһенең тик ойоштороу характерында булыуын дәлилләй. Ә “Царьград”тың эш дискуссияһын “урыҫтарға ҡарата үпкә” итеп күрһәтергә тырышыуы — милләт-ара ыҙғыш ҡуҙғатыуға иҫәпләнгән аңлы провокация.

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау темаһы был аҙнала ла тейелмәй ҡалманы. Экстремистик телеграм-каналдарҙа һаман асыҡтан-асыҡ ялған таратыла. Бындай алдаҡ авторҙары реставрацияны һәйкәлде юҡ итергә маташыу тип, ә яңыртыу варианттарын тикшереү тәҡдимен уны бөтөрөү планы тип күрһәтергә тырыша.

Иң мөһиме: бер кем дә Салауат Юлаев һәйкәлен юҡ итмәй һәм “көмбәҙ аҫтына шылдырып ҡуйырға” теләмәй. Ысынбарлыҡта хәл ябай һәм хатта күңелһеҙ: статуяны цехҡа алып килеп, уның буяуын ҡырып ташлағас, реставраторҙар буяу ҡатламы аҫтында бик күп яңы дефекттар булыуын асыҡлай. Бөтә йөйҙәр буйлап ярыҡтар, суйын серегән, эсендә шлак, каркасы ла серей. Радий Хәбиров үҙе цехҡа килеп ҡараны һәм хәлдең насар икәнлегенә инанды. Әгәр ҙә бер нисә ҡыш торһа, уның бөтөнләй емерелеүе ихтимал ине. Шуға күрә һәйкәлде йәшерергә түгел, ә ҡотҡарырға төшөргәндәр.

Һәйкәлде яңынан ҡойоу тураһында ҡарар ҡабул ителмәгән әле. Әлеге ваҡытта суйын урыны менән йоҡарып бөткән, 60-70 процент өҫкө йөҙөн барыбер яңынан ҡойорға тура киләсәк. Шуға күрә реставраторҙар үҙҙәре, йә суйындан яңынан деталдәр ҡояйыҡ, йә һәйкәлде бронзанан тергеҙәйек, ти. Был осраҡта ул тағы 300 йыл торасаҡ һәм тутыҡмаясаҡ. Һәм бер кем дә иҫке һәйкәл ташланасаҡ тип әйтмәй. Башлыҡ йәмәғәтселеккә нисек яҡшыраҡ икәнен хәл итергә тәҡдим итә.

Беренсе вариант – суйынды ҡалдырыу, әммә ул саҡта элементтарҙың 80 процентын яңынан тергеҙергә тура киләсәк. Икенсе вариант — һәйкәлде бронзанан тергеҙеү. Ә суйын һәйкәлде музейға – дөйөм ҡабул ителгән донъя практикаһындағы кеүек урынлаштырырға.

Дошмандар, һәр ваҡыттағыса, һәйкәлде кире ҡайтармаясаҡтар, тигән ялған шөбһә тыуҙырырға тырыша. Был - федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты. Һәйкәлде тергеҙеү ваҡыты федераль закон һәм реставрация проекты менән ҡәтғи регламентлана. Ваҡыты билдәләнгән.

Йомғаҡлап әйткәндә: һәйкәл ысынлап та насар хәлдә, уны асыҡтан-асыҡ йүнәтәләр, варианттар асыҡтан-асыҡ тикшерелә, һәм ул мотлаҡ кире ҡайтасаҡ. Ә “Рәсәйгә ҡаршы һөжүм” һәм “Кремль башҡорт мираҫын юҡ итә” тигән хәбәрҙәр — тигеҙ урында властарға ҡарата ышанысты ҡаҡшатырға тырышыу ғына.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас