Ышана алмай торҙом...

Бик ҙур юғалтыу. Айырыуса республика парламенты өсөн, ти Рафаэль Байдәүләтов. 

Ышана алмай торҙом...Ышана алмай торҙом...
Ышана алмай торҙом...

4 майҙа 73 йәшендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев вафат булды. 27 йыл “алыштырғыһыҙ” парламент рәйесе булған шәхес һуңғы көндәренә тиклем эшләне, шул уҡ ваҡытта ауыр сир менән көрәшкән булып сыҡты. Был турала уның яҡындары ғына белгән, ә республика халҡы өсөн ул баҫылҡы ғына йылмайып эшләп йөрөгән рәйес булып хәтерҙә ҡаласаҡ.

Күптәр Константин Борисовичты тәжрибәле сәйәсмән, аҡыллы профессор, фән докторы, отставкалағы хәрби кеше булараҡ белә. Ләкин дуҫтары һәм яҡындары уны бөтөнлй икенсе яҡтан аса: ябай, тәртипле, ихлас... Элек бергә эшләгән аҡһаҡалдар ҙа хәтирәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль БАЙДӘҮЛӘТОВ уны юғары профессиональ тип билдәләне.

– Уның вафат булғанын ишеткәс, ышана алмай торҙом, бер нисә ҡат кире һораным. Бик ҙур юғалтыу. Айырыуса республика парламенты өсөн. Ул бик намыҫлы, ипле кеше булды. Эшен белеп башҡарҙы, сөнки ул тәжрибәле юрист, юридик фәндәр докторы булды. Бөтә белемен, тәжрибәһен закондарҙы халыҡ өсөн ҡулай, аңлайышлы, һәйбәт булһын тип файҙаланды, һәр саҡ кешеләр өсөн тырышты, – тине ул.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас