Иң изге хистәрҙә уйнанылар

Рәсәйҙә "Билдәһеҙ полк" юҡ! Ветерандар менән фото төшөү өсөн аҡса түләү ҙә кәрәкмәй! 

Иң изге хистәрҙә уйнаныларИң изге хистәрҙә уйнанылар
Иң изге хистәрҙә уйнанылар

9 Май алдынан “Рәсәй өсөн Халыҡ фронты” ирекмәндәр ойошмаһы исеменән провокацион хәбәр таратылды. Ойошмаларға һәм кешеләргә Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән иҫтәлекле фото төшөрөү мөмкинлеге тураһында хат килде. Ләкин... был фотоға төшөү түләүле, имеш...

Ялған афиша тексына ярашлы, хаҡтар бигерәк мыҫҡыллы: Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән фото – 300 һум, МХО инвалиды менән – 450 һум, ә МХО-ла ҡатнашыусы менән — ни бары 80 һум.

Мәғлүмәт, әлбиттә, ялған! “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы барыһын ла тикшерҙе. Бындай хаттар юҡ. Уны ЦИПСО контроле аҫтындағы ресурстар ебәргән. Хатта тәү ҡарашҡа ябай анализ да дошман "ҡулын" күрһәтә: “өлкә үҙәктәре” төшөнсәһе Украина өсөн ғәҙәти. Беҙҙең илдә өлкәләр генә түгел, крайҙар, республикалар, автономиялы округтар һәм автономиялы өлкәләр ҙә бар.

Был мәғәнәһеҙ хаттың маҡсаты паника тыуҙырыу йәки дәүләт институттарына ышанысһыҙлыҡ таратыу ғына түгел. Был түбәнерәк һәм бысраҡ нәмә. Тарихи хәтергә туранан-тура һөжүм, геройҙарҙың хәтерен ҡарайтырға тырышыу.

Ғөмүмән, был аҙнала Еңеү көнөнә бәйле ялған күп булды. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәрҙә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды “Билдәһеҙ полк” проектын башлап ебәргән, тигән мәғлүмәт әүҙем тарала, уның сиктәрендә хәбәрһеҙ юғалған РФ Ҡораллы Көстәре яугиренең иҫтәлекле портретын булдырырға мөмкин, тиҙәр.

Был – ялған. Проект тураһында мәғлүмәтте фотоһыҙ һәм шәхси мәғлүмәтһеҙ аноним аккаунттар-боттар Телеграмда, “Одноклассники” һәм “Бәйләнештә” күпләп тарата.

Фонд вәкилдәре бындай проекттың башланыуы тураһында үҙ сайтында ла, йәмәғәт белдереүҙәрендә лә иғлан итмәй.

Украина ЦИПСО-һы был теманы рәсәйҙәрҙең шәхси мәғлүмәттәрен йыйыу өсөн ҡуллана. Постарҙа телеграм-ботҡа һылтанма ҡалдыралар, унда “портрет булдырыу” өсөн үҙе һәм туғандары тураһында мәғлүмәт ебәрергә кәрәк.

Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙың мәғлүмәттәрен ошондай боттарға ебәрмәгеҙ.

Был тема аҙна дауамында тағы бер тапҡыр осраны. Дошман телеграм-каналы аша “Билдәһеҙ полк” маршын әүҙем алға этәреү дауам итте. Был юлы ойоштороусылар шулай уҡ портреттар килтереүҙе, видео төшөрөүҙе һәм уларҙы каналға ебәреүҙе һораны.

Бындай акция юҡ. Рәсми рәүештә ул бер ҡайҙа ла иғлан ителмәне. Бындай акцияның маҡсаты – халыҡты күпләп урамға сығарыу.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған берҙән-бер традицион хәтер акцияһы – "Үлемһеҙ полк", ул быйыл онлайн үтте. Был акция тураһында мәғлүмәтте бында белергә мөмкин: https://www.moypolk.ru

Шикле башланғыстарҙа ҡатнашмағыҙ, фотоларҙы һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе шикле каналдарға ебәрмәгеҙ.

Еңеү көнөнә арналған ялған бының менән дә тамамланманы. “Коррупцион Нефтекама” тип аталған деструктив паблик Радий Хәбировты “Үлемһеҙ полк”тың тере йөрөшөн тыйыуҙа ғәйепләгән ярһыу пост баҫтырҙы. Авторҙар ҡарарҙы “ҡоротҡослоҡ” тип атай һәм төп дошмандарҙың “тылда” ултырғанын әйтә.

Әйҙәгеҙ, бында ысын дошман кем икәнен асыҡлайыҡ.

Ысынлап та, быйыл “Үлемһеҙ полк” бөтә ил буйынса тиерлек онлайн форматта үтә. Ҡарар төбәк Башлығы тарафынан ғына түгел, ә республика халҡын яҡлау өсөн көс структуралары һәм именлек органдары тәҡдимдәренә ярашлы ҡабул ителә.

Ата-бабаларҙың батырлығы тураһында хәтерҙе бер кем дә юҡҡа сығара алмай. Портреттарҙы селтәргә һалырға, онлайн-акцияларҙа ҡатнашырға, геройҙарыбыҙға арналған һәйкәлдәргә сәскәләр һалырға мөмкин.

Эйе, формат үҙгәргән, әммә асылы ҡалған — геройҙарҙыбыҙҙы хөрмәтләү.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың элекке депутаты, КПРФ ағзаһы булған Рөстәм Хафизов үҙен Шакшаның супергеройы тип хис итә, ахыры. Ул үҙ сәхифәһендә провокацион пост баҫтыра: бына, эшләгән скверҙы һүтеп алғандар. Шәхсән үҙе барыһын да тикшерергә һәм хәл итергә вәғәҙә итә. Бик көслө яңғырай, әммә “Фактчекинг по-башкирски” ысынбарлыҡты тикшерҙе.

Хафизов былтыр уҡ район хакимиәте менән бергә Шакша буйлап йөрөгән. Ул “Хәтер” скверында халыҡ менән осрашыуҙа була, унда чиновниктар барыһын да ентекле аңлатып бирә: скверҙы һүтмәйҙәр, ә реконструкциялайҙар.

Юлдар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу, йәшелләндереү — былар барыһы ла проектта. Рөстәм Хафизов ул саҡта өндәшмәй генә баҫып тора. Һорауҙар ҙа, асыуы ла булмай.

Ә хәҙер, подрядсы иҫке элементтарҙы һүтә башлағас (төҙөкләндереү алдынан ғәҙәти эш), элекке депутат ҡапыл “бер нимә лә белмәйем”гә әйләнә. Осрашыуҙы ла, шул саранан үҙ фотоларын да бик яҡшы хәтерләй. Һәм төҙөкләндереү өсөн тап ошо скверҙы халыҡ үҙе һайлағанын яҡшы белә – ҡырҡ ике меңгә яҡын кеше федераль проект сиктәрендә уның өсөн тауыш биргән.

Ни өсөн хистәрҙә уйнау кәрәк һуң? Провокацияларға ышанмағыҙ. Быйыл Шакша халҡы яңыртылған сквер аласаҡ — заманса, уңайлы, яңы ял итеү зоналары менән. Ҡала халҡы уны тап шулай күрергә теләй.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас