

Украина яҡлы экстремистик телеграм-каналдар интернетта хәүефле ялған таратты: Башҡортостанда ВСУ һөжүме һөҙөмтәһендә “Нурлино” линиялы етештереү-диспетчер станцияһы яна. Украин ресурстары, Туймазы — Омск стратегик нефть үткәргесендәге сәнәғәт объектына һөжүм итеү тураһында белдереп, был “уңыш”ты үҙҙәренеке тип атай. Икенсе сит ил агенты булған канал һауа сигналдары булмауына баҫым яһай, ә властар өндәшмәй ти.
Был мәғлүмәт – ялған! Башҡортостанға диверсия йәки ракета һөжүме булманы. Ә нимә булды? “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы аңлата.
БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Өфө районының Нурлы ауылы янында янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән. Урынға Өфө янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизонының бөтә оператив хеҙмәттәре сыға. Оператив рәүештә станцияла ҙур булмаған шартлау булыуы һәм унан һуң янғын сығыуы асыҡлана. Сәбәбе – технологик процестың боҙолоуы, йәғни ябай производство аварияһы.
Ашығыс хеҙмәттәр шунда уҡ утты һүндереүгә тотона. Өфө районы прокуратураһы урынбаҫары Айҙар Шәймәрҙәнов етәкселегендә төркөм хәлде асыҡлауҙы контролдә тота һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тикшерәсәк.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, өс зыян күреүсе бик ауыр хәлдә дауаханаға килтерелгән. Уларға бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтелә.
Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы контролендә. Провокацияларға юл ҡуймағыҙ, рәсми сығанаҡтарҙы уҡығыҙ.
“Однажды в Башкирии” телеграм-каналында “Сәләмәтлек поездары” тураһында ҙур мәҡәлә сыҡты. Уларҙың булыуы “артта ҡалыу билдәһе” тип иҫәпләнергә мөмкин, ти авторҙар. Ауыл халҡын “Африкалағы ерле халыҡ” менән сағыштырыу бигерәк мыҫҡыллы яңғырай.
Пост авторы ныҡышмалы рәүештә “Сәләмәтлек поездары” Башҡортостанда өмөтһөҙлөктән уйлап сығарылған тип күрһәтергә тырыша. Әммә бындай проекттар бөтә ил буйлап күптән һәм уңышлы эшләй. Мобиль диагностика комплекстары Белгород һәм Нижегородск өлкәләрендә, Красноярск крайында, Татарстанда һәм башҡа тиҫтәләгән төбәктәрҙә бар. Был дөйөм Рәсәй практикаһы – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының бер өлөшө.
Артабан автор географиянан көлә: “Учалы, Бүздәк, Дыуан райондары хәҙер тайгамы? Юҡ, әммә был халыҡ тығыҙлығы түбән булған ҙур территориялар. Унда тар йүнәлешле белгестәрҙе тотоу иҡтисади яҡтан отошло түгел!.
Республика табиптарының эшен Африкалағы “Сикһеҙ табиптар” миссияһы менән сағыштырыу айырым мәғәнәһеҙлек. Әммә Башҡортостанда сит илдәрҙән ирекмәндәр түгел, ә республика дауаханаларының штат белгестәре һәм хатта БДМУ профессорҙары эшләй. Быны “медицина арбаларының” “туземецтарға” килеүе тип атау — аңлы рәүештә тупаҫлыҡ.
"Аналитиктар" тар белгестәргә күренеү проблемаһы АҠШ-та ла, Европала ла бар тип яҙмай. Кадрҙар дефициты, сираттар, географик тигеҙһеҙлек бөтә үҫешкән илдәр өсөн дә хас. Әммә ниңәлер, Башҡортостанда уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләгәндә, “тәнҡитселәр” табыла һәм быны “артта ҡалыу” тип кенә күрә.
“Сәләмәтлек поездары”н бер кем дә стационар медицинаны алмаштырыу тип иҫәпләмәй. Улар уның менән параллель эшләй. Райондарҙа элеккесә поликлиникалар һәм ФАП-тар яңыртыла. Сифатлы диагностиканы һәр районға еткереүҙә бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ.
Ошо уҡ телеграм-канал – “Однажды в Башкирии” - Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау темаһына ҡағылмай ҡалманы. Һәйкәлде “моғайын, тәүге ҡиәфәтендә тергеҙеп тормаясаҡтар”, ә бронзанан күсермә яһаясаҡтар, тип яҙалар. Әйтерһең, һуңғы ҡарар сығарылған. Ысынында иһә, әлеге ваҡытта барыһы ла тикшерелә. Бер кем дә: “Мотлаҡ бронзаға алмаштырабыҙ һәм бөттө”, тип әйтмәгән. Скульптураның киләсәге тураһында дөрөҫ булмаған имеш-мимеш таратыусылар өсөн аңлатабыҙ.
Барыһына ла билдәле булыуынса, ете ҡат буяуҙы алғандан һуң эксперттар бер тауыштан "һүтеү бик кәрәкле булған" ти. Тағы ла бер аҙ көтһәк, һәйкәлдең постаменттан емерелеп төшөүө ихтимал ине, тиҙәр. Металл бик ныҡ туҙған һәм бысранған.
Әлеге ваҡытта монументты суйындан йәки бронзанан тергеҙеүҙең ике варианты бар.
Әгәр уны суйындан эшләһәләр, деталдәрҙең 70-80 процентын алмаштырырға тура киләсәк. Бронзанан булһа, суйын оригиналды музейға ҡуйырға мөмкин. Ниндәй генә сценарий булһа ла, һөҙөмтәлә беҙ шул уҡ һәйкәлде аласаҡбыҙ. Ул скульптор Сосланбәк Тавасиевтың тәүге ниәтен һаҡлап, федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып ҡаласаҡ.
Билдәле булыуынса, һәйкәл башта бронзанан эшләнергә тейеш булған, әммә үткән быуаттың 60-сы йылдары уртаһында уны суйындан ҡойоу ҡарары ҡабул ителгән.
Ҡарар алда әле, әммә иң мөһиме асыҡ: реставрацияһыҙ булмай. Рәсми киң мәғлүмәт сараларында төрлө фекерҙәр яңғыраны: йәмәғәт эшмәкәрҙәре, белгестәр, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары яңғыратты уларҙы. Уларҙы уҡырға һәм ышаныслы сығанаҡтарҙан ҡарар ҡабул итергә тәҡдим итәбеҙ.
Республика алдында торған төп бурыс – Өфө һәм Башҡортостан символын ҡайтарыу. Һәм йомғаҡлау варианты ниндәй генә булмаһын, ул беҙ белгән һәм яратҡан Салауат буласаҡ.