Алдан тауыш биреүгә кандидаттарҙы теркәү тамамланды

Республикала Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡала советына “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреүгә кандидаттарҙы теркәү тамамланды. Дәүләт Думаһына бөтәһе 123 ғариза һәм Ҡала советына 265 ғариза бирелгән.

Алдан тауыш биреүгә кандидаттарҙы теркәү тамамландыАлдан тауыш биреүгә кандидаттарҙы теркәү тамамланды
Алдан тауыш биреүгә кандидаттарҙы теркәү тамамланды

 Республикала Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡала советына “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреүгә кандидаттарҙы теркәү тамамланды. Дәүләт Думаһына бөтәһе 123 ғариза һәм Ҡала советына 265 ғариза бирелгән. Ҡатнашыусылар араһында - ғәмәлдәге депутаттар, йәмәғәтселәр, төрлө өлкә вәкилдәре һәм МХО-ла ҡатнашыусылар.

 - Хәҙер “Берҙәм Рәсәй” партияһы киләһе этапҡа – һайлау алды программаһын формалаштырыуға күсә. Был юлы ул ике өлөштән торасаҡ: алдағы йылдарға аныҡ ҡарарҙар һәм бурыстар, шулай уҡ илдең ниндәй булырға тейешлегенә һәм уның үҫеше ниндәй ҡиммәттәргә ҡоролоуына киң ҡараш, – тип билдәләне “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы башҡарма комитеты етәксеһе Александр Мельников. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары Владимир Якушев хәбәр итеүенсә, алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға 5,2 мең ғариза бирелгән.

  Улар араһында 630 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бар. Дәүләт Думаһының 316 әлеге депутатынан 239 кеше теркәлгән – был 75%.

– “Берҙәм Рәсәй”  һаулауҙа ҡатнашыусыларҙы һайлаусылары менән мөмкин тиклем тығыҙ бәйләнештә булыуын көйләй. Кандидаттарҙан граждандарҙы позитивҡа көйләү һәм ҡайһы берҙә ҡаты тәнҡитҡә яуап бирә белеү оҫталығы ла талап ителә. Кандидаттарҙы алдан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ғына түгел, социология ярҙамында ла баһалаясаҡтар, һәм түбән рейтинглы һәм юғары антирейтинглы кандидаттар һайлауҙарға эләкмәйәсәк, – тип өҫтәне Владимир Якушев.

2021 йылда Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа “Берҙәм Рәсәй” исемлеге 57 территориаль төркөмгә бүленә, уларҙың 49-ын губернаторҙар етәкләй. Быйыл исемлеккә 50-55 төбәк башлығын индереү варианты ҡарала. 2021 йылдағы кеүек үк, улар төбәк төркөмдәрен етәкләйәсәк.

Эльвира Сафина, фото пресс-служба партии «Единая Россия»

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас