

PG.ER.RU сайтында “Берҙәм Рәсәй”ҙең электрон алдан тауыш биреүе башланды. Башҡортостанда унда Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы советына һайлауҙа партия исеменән сығыш яһаясаҡ кандидаттарҙы һайлауҙа Дәүләт хеҙмәттәре аша теркәлгән һайлаусылар ҡатнаша ала.
Тауыш биреү тәүлек әйләнәһенә 2026 йылдың 31 майына тиклем бара. Һөҙөмтәләр 2026 йылдың 3 июненән дә һуңға ҡалмайынса билдәле буласаҡ. Электрон алдан тауыш биреү барышын федераль һәм төбәк ситуация үҙәктәре тәүлек әйләнәһенә күҙәтә.
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға 116 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән - туғыҙ ғәмәлдәге Дәүләт Думаһы депутаты, 15 Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты һәм дүрт Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты. Өфө ҡалаһы ҡала округы Советына алдан тауыш биреүгә 264 ғариза теркәлгән, улар араһында - 17 ғәмәлдәге депутат. Кандидаттарҙың дөйөм һаны 380-дән ашыу. Республикала теркәлгән һайлаусыларҙың дөйөм һаны 370 меңдән ашыу кеше тәшкил итә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар араһынан кандидаттар үҙ һөҙөмтәләренә өҫтәмә 25 процент ала. Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауға 18 кандидат – МХО ветераны һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы советына һайлауға 26 кандидат – МХО ветераны теркәлгән.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Мельников, тауыш биреүҙә ҡатнашыу граждандарға депутат корпусы составына туранан-тура йоғонто яһау мөмкинлеге бирә, тип белдерҙе.
Фото сығанағы: er.ru