

29 майҙа Ҡаҙағстанға эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Владимир Путин журналистар менән осрашты һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Һеҙҙең иғтибарға осрашыуҙың иң мөһим мәлдәренән цитаталар тәҡдим итәбеҙ.
* Президент МХО-ның еңеүле тамамланыуы тураһында: “һуғыш яланындағы хәл-торош шуны күрһәтә: Рәсәй тиҙҙән конфликттың тамамланасағы тураһында һүҙ алып бара ала”.
* Путин Балтика буйы илдәренең Калининград өлкәһенә һөжүм итеү менән янауына яуап итеп, былай тине: “Кем беҙҙе ер менән тигеҙләү хаҡында янай, уларҙың үҙҙәрен шулайтыу өсөн Рәсәй Федерацияһының бөтә саралары бар”.
* Президент Украина ҡораллы көстәренең Латвия территорияһынан һөжүм итеү ихтималлығы тураһында: “Хәүеф менән янаған бөтә урындар – айырып әйтәм, Рәсәйгә тура һуғыш хәүефе менән янаған урындар – законлы рәүештә сәп булып тора”.
* Президент Көнбайыш сәйәсмәндәрҙең Рәсәйҙең йәнәһе агрессив пландары тураһындағы белдереүҙәренә аңлатма бирҙе: “Был – яман, оятһыҙ алдаҡ. Үҙ мәлендә Геббельс әйткәнсә, ялған ни тиклем нығыраҡ шаштырылған булһа, уға шул тиклем тиҙерәк ышаналар”.
* Путин Евросоюздың Украина пилотһыҙ осоу аппараттарының осоп төшөүе тураһындағы белдереүенә ҡарата: “Беренсе реакция тап Румыниялағы кеүек булды: “Ҡарауыл! Рустар килә, рустар һөжүм итә”. Бер аҙ ваҡыттан һуң был дрондарҙың Украинаныҡы булыуы, Рәсәйҙең осоу аппараттарына бер нисек тә бәйләнмәүен асыҡланды”.
* Президент Рәсәйҙәге фитосанитар нормалар тураһында: “Мәҫәлән, беҙҙә генетик үҙгәреш кисергән продукттар буйынса сикләүҙәр бар. Кешеләр генетик йәһәттән үҙгәртелгән аҙыҡ-түлекте ашарға теләмәй. Һәм беҙ ошоно иҫәпкә алырға тейешбеҙ. Әлегә был ризыҡтарҙы ашауҙың кешегә тәьҫире буйынса ныҡлы тикшеренеүҙәр юҡ”.
Фото: www.kremlin.ru