Путин Украина менән конфликттың тамамланыуға яҡынлашыуы тураһында әйтте

29 майҙа Ҡаҙағстанға эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Владимир Путин журналистар менән осрашты һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе. 

Путин Украина менән конфликттың тамамланыуға яҡынлашыуы тураһында әйттеПутин Украина менән конфликттың тамамланыуға яҡынлашыуы тураһында әйтте
Путин Украина менән конфликттың тамамланыуға яҡынлашыуы тураһында әйтте

Һеҙҙең иғтибарға матбуғат конференцияһының төп тезистарын тәҡдим итәбеҙ. 

Конфликттың тамамланыуы хаҡында

Путин Украина менән конфликттың тамамланыуға яҡынлашыуы тураһында әйтте һәм был һүҙҙәренә аңлатма бирҙе: бындай белдереү аныҡ күҙалланған хәрби иҫәптәрҙән сығып яһала. Динамика шуны раҫлай – Рәсәй алға бара һәм яңы территорияларҙы азат итә, Украина сигенә һәм ауыр юғалтыуҙар кисерә. Был тенденция үҙгәрешһеҙ ҡала: Көнбайыштың транштары ла, дрондар ебәреү ҙә ошо динамиканы үҙгәртмәйәсәк. Рәсәй үҙ маҡсатына өлгәшә бара, ПВО-ны көсәйтә, яңы сиктәрҙә нығына. Беҙ территорияларҙы алабыҙ, Киев уларҙы юғалта – был һис шикһеҙ беҙҙең еңеүҙе раҫлаған дәлил. Шуға күрә Путин конфликттың тамамланыуының яҡынлашыуы тураһында әйтә икән, ул мотлаҡ еңеү, бары тик Рәсәйҙең еңеүе тураһында һүҙ алып бара.

“Мин бындай белдереүҙе былай ғына эшләмәнем, ә һуғыш яланындағы хәл-торошто анализлауға таянып яһаным. Ә беҙҙең ғәскәрҙәр бөтә йүнәлештәр буйынса алға бара. Һеҙ быны үҙегеҙ ҙә көн һайын күрәһегеҙ”, – тине Владимир Путин.

Агрессорҙарға ҡаршы яуап

Путин агрессорҙарға ҡаршы тағы ла ҡәтғиерәк сараларға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Ул Европа яғынан яһалған бөтә провокацияларға аныҡ һәм ныҡлы яуап бирә. Европаға Рәсәй тарафынан ҡурҡыныс тураһында һөйләү – ул төптө ялған, бары тик Киев режимына бағыусылыҡ итеүҙе аҡлау сараһы. Европаның ҡайһы бер сәйәсмәндәренең агрессив белдереүҙәренә ҡарата Президент, күпселек рәсәйҙәрҙең фекерен еткереп, аныҡ һәм ҡәтғи итеп яуап бирҙе. Әгәр Балтик буйы илдәре Украина ҡораллы көстәренә Рәсәйгә һөжүм итеү өсөн үҙ территорияһын бирһә, улар законлы рәүештә беҙҙең ҡорал өсөн сәпкә әйләнәсәк, тине Путин. Ә инде Евросоюз “Калининградтағы ПВО системаһын ер менән тигеҙләү” теләген тормошҡа ашырырға маташһа, беҙҙең ул илдәрҙе ер менән тигеҙләү өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ булыуын билдәләне Президент.

Старобельск фажиғәһе тураһында

Көнбайыш киң мәғлүмәт сараларының Старобельскиҙа студенттарҙы үлтереүгә ҡағылышлы хәл тураһында бер нимә лә өндәшмәүенә ҡарата Путин былай тине:

– Оят һәм мәхшәр. Улар (Европаның киң мәғлүмәт саралары) үҙ граждандарын алдай. Старобельск фажиғәһе, балаларҙың үлеүе, маҡсатлы рәүештә беҙҙең балаларҙы үлтереүҙәре тураһында бер һүҙ әйтмәнеләр. Бер һүҙ ҙә. Был хәл булмаған кеүек ҡыландылар.

Президент шулай уҡ Румынияға дрон төшөүе тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡты. Ул әйтеүенсә, беҙҙе һәр ваҡыт ҡайҙалыр дрон төшөүҙә ғәйепләйҙәр, ә һөҙөмтәлә ул Украинаныҡы булып сыға. Был – сираттағы хәйләле пропаганда алымы.

Яһалма зиһен тураһында

Путин Рәсәйҙең яһалма зиһен өлкәһендә ҙур потенциалын күрә – беҙ үҙаллы яһалма зиһен төҙөү мөмкинлегенә эйә булған өс ил иҫәбенә инәбеҙ. Президент яһалма зиһен технологияһы үҫешен иғтибар менән күҙәтеүе һәм Рәсәйҙең ошо өлкәләге мөмкинлектәрен реаль баһалауы хаҡында әйтте. АҠШ менән Ҡытай был өлкәлә күп эштәр башҡарып өлгөрҙө, әммә яһалма зиһен әҙерләмәләре темптары буйынса өсөнсө урында – Рәсәй. Беҙҙең ҡарарҙар медицинала ла, пилотһыҙ транспортта ла индерелә, сәнәғәттә, финанста, фәндә һәм мәғарифта эшләй. Президент беҙҙә ошондай ҡатмарлы асыштар өсөн кәрәкле энергия ресурстары, ғилми ҡеүәт һәм технологик база булыуын билдәләне.

Әрмәнстан тураһында

Путин Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан лидерҙары менән берлектә Ереванға “сәләм” ебәрҙе – Пашиняндың ҡылыҡтарын бер кем дә түҙеп тормаясаҡ. Рәсәй Президенты Әрмәнстан премьерын, Евразия иҡтисади союзында (ЕАЭС) ағза булып та, Евросоюз менән мөнәсәбәттәр ҡорорға маташыу өсөн тәнҡитләне.  Бер иҡтисади берләшмәлә тороп, икенсеһенә ынтылырға ярамай. Путин Пашинянға ике ултырғыста ултырыу мөмкин булмаясағын белдерҙе.

Хәҙер килеп, берлектәге белдереү Рәсәйҙең позицияһын Евразия иҡтисади союзының башҡа илдәренең дә хуплауын күрһәтте. Путин Әрмәнстан халҡының һайлауын хөрмәт итеүебеҙҙе, ике ил халҡы араһында яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау тураһында әйтте, әммә иҡтисади мәнфәғәттәрҙе лә яҡлаясаҡбыҙ – бының өсөн иҡтисади интеграция процестарын туҡтатырға тура киләсәк, тине. Был Ереван өсөн тарифтар барлыҡҡа килеүен, документтар әйләнешенең ҡатмарлашыуын, транспорт хаҡының артыуын һәм Әрмәнстан граждандарына миграция талаптарының ҡәтғиләнеүен аңлата.

– Бөгөнгө кеүек өҫтөнлөктәр булмаясаҡ, әлбиттә. Беҙҙең, улай ғына түгел, хатта эксперттар кимәлендә яҡынса күҙаллауҙар буйынса, был хәл Әрмәнстандың эске тулайым продуктының кәм тигәндә 14 процентын юғалтыуға килтерә. Күпме, аҙмы – уныһы икенсе мәсьәлә. Әммә быларҙың барыһын да үлсәп ҡарарға кәрәк, – тине Путин.

Евразия иҡтисади союзы хаҡында

Рәсәй Президенты Евразия союзын ысын мәғәнәһендә йоғонтоло берләшмә итеп ойошторҙо, был берекмә унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла, тәү сиратта Рәсәйгә туранан-тура файҙа килтерә. Һуңғы йылдарҙа Евразия иҡтисади союзының эске тулайым продукты үҫеше Европа союзы динамикаһынан өс тапҡырға тиерлек күберәк. Союз күптән инде совет осоронан һуң билдәләнгән сиктәрен киңәйтте һәм хеҙмәттәшлек географияһын арттырыуын дауам итә. Үҙ-ара сауҙаны тышҡы йоғонтоға тотороҡло иткән ышаныслы финанс инфраструктураһы төҙөлә. Рәсәй артабан да берекмәнең логистик каркасын нығытырға, кооперация бәйләнештәрен үҫтерергә һәм поставкалауҙың файҙалы каналдарын киңәйтергә ниәтләй. Рәсәйҙең Евразия иҡтисади союзы илдәре менән экспорт өлөшө үҫә бара, был эшҡыуарҙарыбыҙҙың уңышлы эшләүен раҫлай һәм иҡтисадҡа мөһим импульс бирә.

Президент түбәндәге мәғлүмәт менән таныштырҙы: өс йылда Евразия иҡтисади союзының тулайым эске продуктының үҫеше 11,4 процент тәшкил иткән, ә Европа союзында ул – өс процент. Был – ышаныслы күрһәткестәр, улар берекмәләрҙең ҙур перспективалары хаҡында һөйләй. Евразия союзы үҫешә, ә Путин уның үҫеше илебеҙҙе көслөрәк итһен өсөн тырыша.

Фото: www.kremlin.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас