"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшө ни хәлдә?

Бер кем дә Салауат Юлаевты генерал Шайморатов образына алмаштырырға теләмәй.  

"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшө ни хәлдә?"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшө ни хәлдә?
"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшө ни хәлдә?

Элекке Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов Өфө ҡалаһы мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәс, ҡайһы бер баҫмалар тырнаҡ аҫтынан бысраҡ эҙләп маташты. Мәҫәлән, “Пруфы”. Улар сайттарына яңы тәғәйенләү тураһында мәҡәлә баҫтырған һәм шунда уҡ Рөстәм Шәриповтың Хәйбуллала эшләгән сағында “яңғырауыҡлы” ғауғала “ҡатнашыуы” тураһында өҫтәгән.

Ләкин был мәғлүмәт дөрөҫ түгел һәм ваҡытында “Фактчекинг по-башкирски” каналы уны инҡар иткәйне инде. Уларға быны тағы бер тапҡыр эшләргә тура килде.

Ул саҡта үҙен йәмәғәтсе тип танытҡан Буранбай Асҡаров пост яҙа: Шәрипов үҙенә 5,9 миллион һумға внедорожникы һатып ала, ә шул уҡ ваҡытта район мәктәптәрендә ремонтҡа яҡынса 6 миллион һум етмәй. Йәнәһе, күрәһегеҙме ниндәй һандар тураһында һүҙ бара? Әйткәндәй, ул автомобиль әлегә тиклем муниципаль баланста тора. Уны район бюджетынан түгел, ә бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә һатып алалар. Һәм был 2021 йылда уҡ була. Ә Асҡаров яҙған мәктәптәрҙе ремонтлау проблемалары 2025 йылда ғына барлыҡҡа килә. Дүрт йыл үткәс...

Әйткәндәй, һүҙ бер ҡасан да мәктәптәрҙе ябыу йәки бөтөрөү тураһында бармай. Мәғариф селтәрен ғәҙәти ҡулайлаштырыу – һәр ерҙә һәм һәр ваҡыт барған процесс. Балалар нисек уҡыған, шулай уҡ уҡыуын дауам итә.

“Бәйләнештә” социаль селтәренең үҙен тарихи тип танытҡан пабликтарҙың береһендә “Өфөлә ҡыҙҙар өсөн рус-тузем мәктәбе" тигән фото һәм яҙма менән пост барлыҡҡа килде. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы профессиональ тарихсыларға мөрәжәғәт итә һәм Өфөлә бындай исемдәге уҡыу йортоноң булмауын раҫлай.

Әлбиттә, революцияға тиклемге ҡалала төрлө милли һәм дини общиналарҙан ҡыҙҙар өсөн мәктәптәр булған. Бынан тыш, Өфө губернаһында мосолман халҡы араһында ҡатын-ҡыҙҙар мәғарифы кимәле үҙ заманы өсөн ярайһы уҡ юғары була. Башҡорт һәм татар ҡыҙҙары араһында грамоталылыҡ яҡынса 15 һәм 16 процентҡа еткән.

1916 йылда Өфөлә 10 ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе иҫәпләнә. Моғайын, паблик авторы уларҙың береһенең ысын тарихи фотоһын алып, сағыу һәм мәғәнәһеҙ исем уйлап тапҡандыр.

Беҙ һеҙгә ышанысһыҙ булып күренгән мәғлүмәтте ҡабаттан тикшерергә кәңәш итәбеҙ. Бындай ялғандар үткәндәрҙең боҙолған картинаһын формалаштырыу маҡсатында баҫтырыла, уның менән үҙ файҙаһына йәки провокацион маҡсаттарҙа манипуляцияларға мөмкин.

Интернетта “Мәғлүмәт һәм хоҡуҡи хәүефһеҙлек буйынса комитет”тан электрон хат таратыла. Унда 2025 йылдың 30 майынан РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.11 статьяһы буйынса персональ мәғлүмәттәр өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штрафтар менән яңы редакцияһы көсөнә ингәнлеге тураһында хәбәр ителә.

Ҡулланыусыға “Материалдар һорарға” төймәһе буйынса “Белешмә-методик материалдар комплекты”н һорарға тәҡдим итәләр, шулай уҡ операторҙың Роскомнадзорға шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү ниәте тураһында хәбәр итергә тейешлеген күрһәтәләр. Хатта ниндәйҙер реестрҙы анализлау һөҙөмтәләренә һылтанмалар бирелә һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.11 статьяһы буйынса яуаплылыҡ ҡурҡынысы аҫтында мәғлүмәттәрҙе актуалләштереүҙе талап итләр.

Дәүләт ведомстволары рәсми хаттарҙы һәр ваҡыт үҙ почта адресынан ебәрә, уларҙы рәсми сайтта тикшерергә мөмкин, һәм документтарҙы төймә рәүешендә күсереп алыу өсөн һылтанмалар ҡуймай, киреһенсә, улар файлдарҙы хатҡа ҡушымта менән ебәрә.

Бынан тыш, дәүләт органы булараҡ бер ниндәй ҙә “Мәғлүмәт һәм хоҡуҡи хәүефһеҙлек буйынса комитет” юҡ: бындай исем аҫтында ғәҙәти яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт теркәлгән. Таратыу фишинг төймәһе-һылтанма менән мутлашыусылар тарафынан алып барыла, бынан һуң йә иҫәп мәғлүмәттәре һәм аҡса талап итәсәктәр, йә ҡоролмаға зарарлы программа “ебәрәләр”.

Бындай мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтар аша тикшерегеҙ, провокацияға бирешмәгеҙ.

Был аҙнала ла Салауат Юлаев һәйкәле темаһы иғтибарһыҙ ҡалманы. Литвала йәшәгән һәм халыҡ-ара эҙләүҙә булған сит ил агенты йәнә халыҡтың башын бутарға тырышты. Уның белдереүенсә, властар һәйкәлдән “ҡотоларға” теләй.

Был юлы ул, әйткәндәй, “Әр-Рәхим” мәсетен миҫалға килтерергә тырыша, уның төҙөлөшө “туңдырылған”, унда бер нәмә лә эшләнмәй һәм аҡса бүленмәй ти. Шулай уҡ Салауат Юлаевтың образын генерал Шайморатов образы менән ҡыҫырыҡлап сығарырға теләүҙәрен белдерә.

“Әр-Рәхим” мәсете менән хәлдәр нисек? Бер ниндәй ҙә “туңдырыу” юҡ, эш тулы көсөнә бара, һәм был ябай күҙ менән дә күренә. 20 мартта Радий Хәбиров Ураҙа байрамынан һуң төҙөлөп ятҡан мәсеткә барып, объекттың яйлап тамамланған тышҡы ҡиәфәтен алыуына инанды. Төп архитектура һыҙаттары формалашҡан, ә быйыл хатта бинаның бер өлөшө эшләй башлауы ла ихтимал.

Нимә эшләнгән? Төҙөүселәр башта конструкцияларҙы тулыһынса тикшерә – бина оҙаҡ ваҡыт хәрәкәтһеҙ торҙо, һәм тик торғандан эште дауам итергә ярамай ине. Белгестәр ҡоролмаларҙың торошон, элементтарҙың ныҡлығын тикшерҙе. Һәм шунан һуң ғына проектлауға һәм әүҙем эшкә тотондолар.

Бөгөнгө көндә манаралар төҙөлгән, көмбәҙ һәм көмбәҙ аҫты арауығы, түшәм әҙер. Әле фасадтарҙы мәрмәр менән көпләү һәм быялалау бара. Тышҡы эштәрҙе йәйгә тамамларға планлаштыралар. Һәм шунда уҡ эске биҙәү эштәре башлана. Һәм, эйе, бинаның бер өлөшөн быйыл уҡ эшләтеп ебәреү мөмкинлеге ҡарала — мәсет проектты тулыһынса тамамлағансы эшләй башлар өсөн бина эсендә ҙур булмаған зал төҙөйҙәр.

Әлбиттә, эштәр бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә алып барыла, шуға күрә темптар финанслауға бәйле — әммә төҙөлөш яйлап кәрәкле динамиканы ала һәм алға бара.

Образдарҙы алмаштырыуға килгәндә, Салауат Юлаев һәйкәленең бронза варианты идеяһы унан “ҡотолорға” тырышыу түгел. Киреһенсә, был уны һаҡлап ҡалыу ынтылышы. 1967 йылдан алып торған иҫке һәйкәл авария хәлендә. Уны сикһеҙ төҙөкләндереү һәм барыбер юғалтыу урынына, һәйкәлде бронзанан тергеҙеү тәҡдим ителә. Ул быуаттар буйына торасаҡ. Ә суйын скульптураны, әгәр килеп сыҡһа, реставрациялайҙар һәм музей экспонаты итеп быяла көмбәҙ аҫтына ҡуялар.

Һәм, әлбиттә, властар Салауат Юлаев образын генерал Шайморатов менән алмаштырырға теләй, тигән раҫлау — ул ялған түгел, ә провокация. Башҡортостанда ике геройҙы ла хөрмәт итәләр. Ике образ да, бигерәк тә әле, МХО осоронда, бик популяр. Беҙҙә ике башҡорт батальоны бар: М.Шайморатов һәм Салауат Юлаев исемендә. Улар икеһе лә Донбаста намыҫ менән хеҙмәт итә һәм Башҡортостандың легендар полководецтары һәм милли геройҙары традицияларын лайыҡлы дауам итә.

Бер кем дә Салауат Юлаевты алып ташларға йыйынмай. Уның урыны – республика гербында һәм Өфөнөң йөрәгендә.

Социаль селтәрҙәрҙә “Бәхтейәровтар ғаиләһе”нән хәүефле пост барлыҡҡа килде: Инйәр шыршылары ҡыҙара һәм полиграф-ҡуңыҙҙан үлә, ә тирә-яғында – тынлыҡ. Һәм унда төп фекер: “бер кем дә кәртә ҡуймай, ҡул ҡаушырып ултыра".

Ысынбарлыҡта хәл нисек? Зарарланған участкаларҙың күп өлөшө министрлыҡ ерҙәрендә түгел, ә Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Был федераль ер, һәм урындағы властар унда ҡырҡыуға инә алмай. Улар ҡурсаулыҡҡа усаҡтарҙы тиҙ арала локалләштереүҙе талап итеп рәсми мөрәжәғәт ебәргән дә инде. Артабан эш – федералдар ҡулында.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында әйтеүҙәренсә, проблема барыбер хәл ителә. Белгестәр санитар ҡырҡыуҙар үткәрә — былтыр ҙа, быйыл да йөҙ гектарҙан ашыу майҙанда эшләгәндәр. Өҫтәүенә, яңы усаҡтарҙы ваҡытында күрер өсөн йәнәш ятҡан дүрт йөҙ гектар урман тикшереләсәк.

Ни өсөн был процесс беҙ теләгәнсә тиҙ бармай? Бында оҙаҡ ваҡыт урмансыларҙың ҡулдарын бәйләгән федераль закон көсөнә инә. Ҡағиҙәләр буйынса бер генә ауырыу ағасты ҡырҡып булмай – ҡырҡыу өсөн минималь участка ун сутыйҙан кәм булмаҫҡа тейеш, йәғни футбол яланы тиклем ер. Был процесты яраштырғансы, полиграф-ҡуңыҙы тыныс ҡына күрше сәләмәт шыршыға оса.

2026 йылдың 1 сентябренән был ҡаты талаптар юҡҡа сығарыла. Урмансылар, ниһайәт, ҡуңыҙ яңы ғына килеп ултырған ағастарҙы ғына алып ташлай ала.

Бер кем дә ситкә ҡарамай. Урман ташландыҡ түгел. Проблеманы күрәләр, ҡырҡыуҙар бара, закон яҡшы яҡҡа үҙгәрә, ә министрлыҡ шул уҡ ваҡытта ҡурсаулыҡ ишеген шаҡый.

Альберт Рәхмәтуллин үҙенең каналында Тирлән халҡынан мөрәжәғәтнамә баҫтырып сығарҙы. Асылы ябай һәм ҡурҡыныс: ауылда тәүлек әйләнәһенә стационар менән участка дауаханаһын ябалар. Тирлән, Верхнебельский, Николаевка, Мәхмүт ауылдарынан меңәрләгән кеше ярҙамһыҙ ҡала. Иң яҡын дауахана Белоретта, утыҙ километрҙа.

“Фактчекинг по-башкирски” каналы Тирлән дауаханаһын бер кемдең дә ябырға йыйынмауын тикшерҙе һәм асыҡланы. Эйе, ваҡытлыса проблема бар: 2026 йылдың 6 июненән дауаханала тәүлек әйләнәһенә стационарҙа ятҡан пациенттарҙы күҙәтеү мөмкинлеге юҡ.

Тәүлек әйләнәһенә ҡарау талап ителгән пациенттарҙы (мәҫәлән, ауыр терапия) әлегә Белорет дауаханаһына оҙатасаҡтар. Алыҫлығы утыҙ километр, һәм унда юл асфальтланған. Тиҙ йөрөшлө йәки махсус санитар транспорт менән алып барыласаҡ. Тимәк, кеше үҙенең ауырыуы менән бер үҙе ҡалмай, уны ташлап китмәйҙәр.

Ә Тирлән дауаханаһы үҙе буш тормай. Киреһенсә, унда көндөҙгө койкалар һаны артасаҡ. Тимәк, урындағы халыҡ процедураларға, система алырға, тикшереүҙәргә көндөҙ килә, ә төндә өйөндә йоҡлай ала. Күптәр өсөн был аҙналар буйы стационарҙа ятыуға ҡарағанда уңайлыраҡ.

Закон һәм йәмәғәт тыңлауҙарына килгәндә, әгәр дауахананы ысынлап та бөтөрһәләр, йәмәғәт тыңлауы үткәреү көнүҙәк булыр ине. Әммә бөтөрөү булмаһа, тыңлауҙар ҙа талап ителмәй. Ябылыу тураһында бер кем дә ҡарар ҡабул итмәгән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас