Асылыкүлдең хәлдәре нисек?

Ә "коммуналка" өсөн хаҡтар ҡасан арта? Барыһы ла яҙмала. 

Асылыкүлдең хәлдәре нисек?Асылыкүлдең хәлдәре нисек?
Асылыкүлдең хәлдәре нисек?

Башлыса хайп аша үҙен халыҡ блогеры булараҡ танытҡан блогер Фидан Ҡолмөхәмәтов (Тайфун Ҡоролтаевич) сираттағы тапҡыр саң ҡаға. Был юлы республика туризмы һәм тәбиғәте тураһында. Ул Асылыкүлдең һайығыуы тураһында видео төшөрә һәм властарҙы эшһеҙлектә тәнҡитләй.

“Фактчекинг по-башкирски” каналы дәлилдәрҙе хис-тойғоларҙан айырып, ысынбарлыҡта нимә булғанын асыҡларға тырышты.

Күлгә нимә булған һәм тикшеренеүҙәр өсөн аҡса ҡайҙа китә? Блогер раҫлауынса, 2024 йылда күлдең һайығыу сәбәптәрен тикшереүгә 4,5 миллион һум тотонолған, әммә “һөҙөмтә юҡ”.

Ысынлап та, “Экологик-географик тикшеренеүҙәр институты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән контракт төҙөлгән. Әммә, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итеүенсә, башҡарыусының отчеты сифатһыҙ тип танылған. Унда бик күп иҫкәрмәләр асыҡланған, ләкин улар бөтөрөлмәй. Бынан тыш, заказсы 2025 йылдың апрелендә үк контрактты үтәүҙән бер яҡлы рәүештә баш тарта. Тимәк, эштәр ҡабул ителмәй, бюджет аҡсаһы ла тотонолмай. Был “аҡсаның юҡҡа осоуы” түгел, ә башҡарыусы арҡаһында эште өҙөү.

Ни өсөн күл янында туристик инфраструктура аҙ? Роликтағы иң ҡыҙыу тема — төҙөкләндереүҙең булмауы һәм биләмәгә инеү өсөн 260 һум түләү. Блогер был аҡсаға бәҙрәф һәм бактар ғына күренә тип асыулана.

Әммә бында ул өндәшмәгән төп юридик ҡапма-ҡаршылыҡ ята. Асылыкүл – айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы (ООПТ). Законға ярашлы, яр һыҙатының 90 проценты ҡурсаулыҡ һәм заказ режимы зоналарына ҡарай. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә һәр төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеге, шул иҫәптән туризм һәм төҙөлөш, ҡәтғи тыйыла. Шуға күрә унда туристик инфраструктура юҡ.

Ни өсөн беҙ 260 һум түләйбеҙ? Шезлонгтар менән файҙаланыу өсөн түгел, ә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә барыу өсөн түләү алына, был 33-сө Федераль закон менән рөхсәт ителә. Был аҡса, Тайфун Ҡоролтаевич раҫлауынса, чиновниктарҙы байытыуға түгел, ә ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, сүп-сарҙы сығарыуға, бәҙрәфтәрҙе ҡарауға һәм урманды тергеҙеү сараларына китә. Блогерҙың “бер нимә лә эшләнмәй” тигән белдереүенә яуап: 2022 йылдан алып парк биләмәһендә 52 гектар майҙанда 157 меңдән ашыу үҫенте ултыртылған.

Асылыкүл – Башҡортостандың иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе. Һәм тәбиғәт паркын ысынлап һаҡларға кәрәк. Әммә ярым дөрөҫ булған яңғырауыҡлы хәбәрҙәр был эштә бер файҙа ла килтермәй.

Ялған яҙыусы “Асыҡ сәйәсәт” телеграм-каналы чиновниктың һәләк булыуы тураһында “инсайдер” яңылығы баҫтырҙы. Потылицин хәбәр итеүенсә, СИЗО-ла Салауат ҡалаһының элекке мэры Игорь Миронов вафат булған.

Был – ялған. Эйе, ысынлап та, СИЗО-ла кеше үлгән. Ул – ошондай уҡ фамилиялы Стәрлетамаҡ ОБЭП-ының элекке башлығы. Ә Игорь Миронов иҫән һәм дөйөм режимлы колонияла ултырыуын дауам итә.

Интернетта 1 июлдән “коммуналка” өсөн тарифтарҙың артыуы тураһында ялған хәбәр таралды. Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен раҫлай.

Ғәҙәттә, Рәсәйҙә электр, һыу һәм йылытыу тарифтарын индексациялау, ысынлап та, йәйгеһен үтә. Әммә быйыл графикты күсергәндәр. Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 2026 йылдың 1 октябрендә артасаҡ. Өҫтәүенә, уның кимәле Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән билдәләнгән кимәлдән ҙурыраҡ булмаясаҡ.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Наил Шәрәфетдинов ошо датаны раҫланы. Ул республика халҡын рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанырға саҡырҙы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас