Радий Хәбиров «Берҙәм  Рәсәй»-ҙең XXIII съезында ҡатнашты

28 июндә  Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлеге етәксеһе Радий Хәбиров партияның XXIII съезының беренсе этабында республика делегацияһын етәкләне.

Радий Хәбиров «Берҙәм  Рәсәй»-ҙең XXIII съезында ҡатнаштыРадий Хәбиров «Берҙәм  Рәсәй»-ҙең XXIII съезында ҡатнашты
 Радий Хәбиров «Берҙәм  Рәсәй»-ҙең XXIII съезында ҡатнашты

 28 июндә  Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлеге етәксеһе Радий Хәбиров партияның XXIII съезының беренсе этабында республика делегацияһын етәкләне.

Съезд эшендә Рәсәй Президенты Владимир Путин, ”Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе, Рәсәй Именлек Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, партияның юғары етәкселеге, төбәк башлыҡтары, төбәк бүлектәре секретарҙары һәм илдең барлыҡ төбәктәренән һайланған делегаттар ҡатнашты.

Пленар ултырышта сығыш яһап, Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй”ҙе илдең әйҙәүсе партияһы һәм дәүләттең ныҡлы терәге тип атаны.

-Беҙҙең партия съезы ил өсөн яуаплы осорҙа, донъяла ҙур үҙгәрештәр барған ваҡытта уҙа. Рәсәй һәр ваҡыт халҡының берҙәмлеге менән көслө булды һәм еңеүгә өлгәште. Бына ошо берҙәмлегебеҙ ҡайһы бер дошманға тынғылыҡ бирмәй ҙә инде. Улар илде ҡаҡшатырға теләй.Тик был ниәттәре быға тиклем килеп сыҡманы, бынан һуң да килеп сыҡмаҫ. Бөгөн бөтә халыҡ геройҙарыбыҙға ярҙам итә, армияға һәм флотҡа ышана. “Берҙәм Рәсәй”ҙең төп бурысы – Еңеү өсөн барыһын да эшләү, - тине дәүләт башлығы.

Президент билдәләүенсә, 2026 йылдың сентябрендә Дәүләт Думаһының туғыҙынсы саҡырылышы һайланасаҡ. Шулай уҡ күп төбәктәрҙә закон сығарыу һәм вәкиллекле власть органдарына һайлау үтә, уларҙың составтары яңырыу кисерә.

Съезда Дәүләт Думаһының туғыҙынсы саҡырылышына депутатлыҡҡа кандитаттарҙың, шулай уҡ бер мандатлы һайлау округтарына  кандидаттарҙың федераль исемлеге раҫланды.

- Бөгөн беҙ Дәүләт Думаһына һайлау алдынан торған бурыстар тураһында фекер алыштыҡ һәм кандидаттар исемлеген раҫланыҡ. Республика өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки Дәүләт Думаһындағы республика вәкилдәренең күпселеге – “Берҙәм Рәсәй” ағзалары. Беҙ Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙе юғары кимәлдә үткәрҙек, унда 320 меңдән артыҡ кеше ҡатнашты. Был - Рәсәйҙә иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Исемлеккә махсус хәрби операция ҡатнашыусылары ла индерелде. Бөгөн Парламенттың төп бурысы – Президент сәйәсәтенә терәк булыу, махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, санкция баҫымына ҡаршы тороу, илдә ижтимағи-сәйәси тотороҡлоҡто нығытыу өсөн ваҡытында һәм һөҙөмтәле закондар ҡабул итеү, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығының "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге битләүенән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас