Себергә вахтаға тип... МХО-ға алып китәләрме?

Ә бензин менән хәлдәр нисек? Яуаптар - яҙмала. 

Себергә вахтаға тип... МХО-ға алып китәләрме?Себергә вахтаға тип... МХО-ға алып китәләрме?
Себергә вахтаға тип... МХО-ға алып китәләрме?

Шикле телеграм-каналдарҙа "Башҡортостан ир-егеттәрен “себергә вахтаға тип” ылыҡтыралар ҙа, ә һуңынан уларҙы МХО-ға ебәрәләр" тигән мәғлүмәт тарала.

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы ысынбарлыҡты тикшерҙе. Рәсәйҙә контракт буйынса хәрби хеҙмәт закон менән билдәләнгән процедура аша ғына рәсмиләштерелә. Бының өсөн граждан шәхсән ғариза бирергә, медицина тикшереүе һәм һайлап алыуҙы үтергә, шунан һуң контрактҡа ҡул ҡуйырға тейеш.

Үҙең килеп ғариза яҙмайынса һәм шәхси ҡултамғаһыҙ контракт төҙөү мөмкин түгел. Бынан тыш, хәрби хеҙмәткә инеү документтар әҙерләү, комиссиялар үтеү һәм тейешле бойороҡтар сығарыу менән оҙатыла.

Баҫма авторҙары шулай уҡ “күптәр ошо юл менән юғалған” тип раҫлай. Әммә яҙмаларҙа бер ниндәй ҙә раҫланған факттар, фамилиялар, документтар, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәттәр йәки суд ҡарарҙары килтерелмәй.

Йәғни хәбәр раҫланмаған һүҙҙәргә нигеҙләнгән һәм тасуирланған схеманың барлығын иҫбатлаусы дәлилдәр юҡ.

Шул уҡ ваҡытта ябай ҡағиҙәне иҫтә тотоу мөһим: вахтаға китәһегеҙме, яңы эшкә урынлашаһағыҙмы йәки контракт буйынса хеҙмәткә инәһегеҙме, бөтә осраҡтарҙа ла ҡул ҡуйыр алдынан документтарҙы ентекләп өйрәнегеҙ һәм эш биреүсенең йәки рәсми структураларҙың эшкә урынлашыу шарттарын аныҡлағыҙ.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу, контракт хеҙмәте һәм хеҙмәт ҡануниәте мәсьәләләре буйынса рәсми консультацияларҙы Башҡортостандың ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19, 117, 122 телефондары аша алырға була.

Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа республикала бензин һәм дизель яғыулығы етешмәүе тураһында йәнә хәүефле хәбәрҙәр барлыҡҡа килде. Кемдер таныш заправкаларҙағы өҙөклөктәр тураһында яҙа, кемдер ашығыс рәүештә “бакты тултырырға” кәңәш бирә. “Фактчекинг по-башкирски” каналы был сигналдарҙы тикшерә, улар баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың һандарына һәм оператив мәғлүмәттәренә генә таяна. Ысынында, хәл паника бирелеүселәр күҙаллағанса түгел.

2026 йылдың июнь айына ҡарата Башҡортостан биләмәһендә 500-ҙән ашыу автозаправкалау станцияһы эшләй. Был парктың нигеҙен яғыулыҡ етештереүселәр менән туранан-тура эшләгән станциялар тәшкил итә. Был айҙа нефть эшкәртеү заводтарында етештереү күләме кәмемәгән. Улар йыллыҡ план күрһәткестәре кимәлендә тора. Был сеймалдың етерлек булыуын аңлата, һәм поставкаларҙы кәметеү өсөн бер ниндәй ҙә шарттар юҡ.

Шул уҡ ваҡытта әлеге макроиҡтисади хәл тәьмин итеү логистикаһына үҙ төҙәтмәләрен индерә. Билдәле бер шарттар арҡаһында бөтә ил буйынса етештереү сылбыры яңынан бүленә. Күмәртәләп һатыуҙың бәләкәй күләме етештереү компаниялары өсөн өҫтөнлөк булып тормай. Шуға күрә бәләкәй бойондороҡһоҙ АЗС-тар (мәҫәлән, “Прогресс”, “Точка”, “UfaOil” һәм башҡалар) туранан-тура тәьмин итеүҙә ҡатмарлыҡтар кисерә. Был селтәрҙәр нефть трейдерҙарынан яғыулыҡты күмәртә баҙарында һатып ала, унда һатыу хаҡтары йыш ҡына уртаса биржа хаҡтарынан юғарыраҡ. Әммә ҙур автозаправка станцияларында бындай проблемалар юҡ. Яғыулыҡ һатыуҙы көйләүҙең бер нисә осрағы бар, ләкин был ҙур йоғонто яһамай.

Тап шуға күрә Башҡортостанда бөтә яғыулыҡ ҡойоу станцияларына күләмдәрҙе ҡайтанан бүлеү буйынса эш алып барыла ла инде. Был осраҡта ике төп фактор иҫәпкә алына. Беренсеһе: рациональ территориаль бүленеш (алыҫ юлдағы водитель трассаларҙа билдәле бер алыҫлыҡта яғыулыҡ тултырырға мөмкин булыуына ышанһын өсөн). Икенсе фактор: яғыулыҡ күпләп кеше йәшәгән райондарҙа машиналар тупланмаһын һәм яғыулыҡ ҡойоу урындары сираттарын булдырмаҫ өсөн етерлек булырға тейеш.

Башҡортостандың яғыулыҡ баҙары баланслы. Ә бәләкәй уйынсыларҙың шау-шыу йәки ваҡытлыса өҙөклөктәр осраҡтары локаль тулҡынланыуҙар ғына. Һәм тағы береһе: ажиотажға бирелеп, кешеләр үҙҙәре хәлде мөшкөлләндерә, сираттар булдыра. Күптәр бензинды канистрға һәм башҡа һауытҡа тултырып, башҡаларға ҡалдырмай. Барыбыҙға ла был көндәрҙе тыныс ҡына үткәреп ебәреү кәрәк тә бит...

Халыҡтың яғыулыҡ арҡаһында булдырған шау-шыуы бензин заправкаларында сират ҡына түгел, ә алдаҡ схемалары артында торған фейктар тулҡынын да тыуҙыра. Паника дәрәжәһе юғарыраҡ булған һайын, енәйәтселәр борсолған халыҡты әүҙемерәк алдай.

Уларҙың яңы хәйләләренең береһе – бензин заправкаһына талондар индереү тураһында мәғлүмәт. Ҡулланыусыларға бындай пропускты рәсмиләштерергә тәҡдим итәләр, бының өсөн Telegram-ға бәйле телефон номерын, һуңынан кодты индереүҙе һорайҙар. Был да мутлашыусыларҙға аккаунтҡа инә алыу өсөн етә. Шуны аңлау мөһим: был мәғлүмәт – ялған! Ысынбарлыҡта бер ниндәй ҙә талондар юҡ һәм планлаштырылмай.

Параллель рәүештә “Бензин ҡайҙа” тигән ялған ҡушымталы икенсе бер схема эшләй. Файҙалы сервис булып күренеп, ул ысынбарлыҡта ҡоролманан фотоларҙы, геопозицияны һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе ала. Был бигерәк тә көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәренә һәм хәрбиҙәргә йүнәлтелгән. Ҡушымта эсендәге АЗС-та яғыулыҡ булыуы тураһында бөтә мәғлүмәт автомат рәүештә булдырыла һәм ысынбарлыҡҡа ҡағылышлы түгел.

Шул уҡ ваҡытта Ҡырым сайтта йә республика, йә автономия булараҡ күрһәтелә, ә Рәсәйҙең яңы төбәктәре картала бөтөнләй юҡ. Был украин эҙен күрһәтә. Ошо схема тураһында шулай уҡ “Фейктар менән һуғыш” каналы ла яҙа.

Бындай схемаларҙы мутлашыусылар һәм ЦИПСО хеҙмәткәрҙәре яғыулыҡ кризисы тураһында ялғанды таратыу өсөн эшләй, был паника тыуҙырыу һәм шау-шыуҙы көсәйтеү өсөн эшләнә.

Һаҡ булығыҙ: бер ҡасан да шикле сайттарға раҫлау кодтарын индермәгеҙ, уларҙы өсөнсө кешеләргә ебәрмәгеҙ һәм шикле ҡушымталарҙы асмағыҙ. Рәсми сығанаҡтарға ғына ышанығыҙ.

“Пруфы” баҫмаһы Асҡын районында үткән һабантуй тураһында материал сығарҙы. Уҡығандан һуң бер генә һорау тыуа: ә автор үҙе яҙған һабантуйҙа булғанмы? Үҙегеҙ хөкөм итегеҙ.

Баҫмала автор интерактив һәм традицион халыҡ күңел асыуҙары булмауына зарлана: “Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү ҡайҙа? Көршәктәр ҡайҙа? Ҡайҙа тоҡ кейеп йүгереү? Быларҙың береһен дә күрмәнем”.

Һәм бына бында иң ҡыҙыҡлыһы башлана. Сөнки ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү булған. Тоҡ кейеп тә йүгергәндәр. Көршәктәрҙе ватҡандар. Бүрәнә буйлап йөрөгәндәр. Бағанаға менгәндәр. Таяҡ тартышҡандар. Гер спортында ярышҡандар. Армрестлингта көрәшәләр. Мас-рестлингта иң көслөләрҙе асыҡлайҙар. Самбо, волейбол, мини-футбол, шахмат һәм башҡа ярыштар үтә.

Самбо буйынса турнир айырым майҙансыҡ булып тора. Иртәнән үк келәмдә Асҡын, Ҡубияҙ һәм Урмияҙ ауылдарынан йәш спортсылар ярыша. Күптәр өсөн һабантуй байрам ғына түгел, ә ысын спорт көрәшендә үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге лә булып тора.

Бынан тыш, ауыл советтары үҙҙәренең ихаталарын тәҡдим итә, унда ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу, урындағы йолалар һәм мәҙәниәт менән таныштыра.

Йәғни авторға етмәгән бөтә нәмә лә һабантуйҙа булған.

Ҡыҙыҡлы күренеш килеп сыға. Кеше байрамға килә, унда бер үк ваҡытта тиҫтәләгән майҙансыҡ эшләй, ә һуңынан "халыҡ уйындары булманы" тип материал яҙа.

Ә бит Асҡында һабантуй бөтөнләй икенсе нәмәне күрһәтте. Байрам үҙенең традицион мәҙәни һәм спорт элементтарын — халыҡ уйындарын, милли аш-һыуҙы, ярыштарҙы һәм ихаталарҙы һаҡлап ҡалған. Шул уҡ ваҡытта ойоштороусылар заманса форматтарҙы ла өҫтәүҙән ҡурҡмаған.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас