

Рәсәй Президенты Владимир Путин Иван Грибовты Владимир өлкәһе прокуроры вазифаһынан бушатып, уны биш йылға Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләүе тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Шул уҡ указ менән дәүләт башлығы Дағстан прокуроры итеп Денис Авдеевты, Һарытау өлкәһе прокуроры итеп Роман Пантелеевты, Воронеж өлкәһе прокуроры итеп Сергей Филипенконы тәғәйенләне.
17 июндә Федерация Советының конституцион ҡануниәт һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе Андрей Клишас хәбәр итеүенсә, профилле комитеттар прокурорҙар вазифаһына тәғәйенләү өсөн уларҙың кандидатураларын хуплаған.
Иван Грибовҡа 51 йәш, ул Мари Эль Республикаһынан. Һарытау дәүләт хоҡуҡ академияһын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты. 1997 йылдан прокуратура органдарында эшләй. 2023 йылдың апрелендә Владимир өлкәһе прокуратураһын етәкләгән. Элек шул уҡ вазифала Псков өлкәһендә эшләгән.
Фото сығанағы: Владимир өлкәһе прокуратураһы.