Радий Хәбиров республиканың яңы прокуроры менән осрашты

Республика Башлығы яңы прокурорҙы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм уға хеҙмәт эшмәкәрлегендә уңыштар теләне.

Радий Хәбиров республиканың яңы прокуроры менән осраштыРадий Хәбиров республиканың яңы прокуроры менән осрашты
Радий Хәбиров республиканың яңы прокуроры менән осрашты

8 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының яңы прокуроры Иван Грибов менән осрашты. Төбәк етәксеһенә уны Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин тәҡдим итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Иван Грибов Рәсәй Президентының 2026 йылдың 28 июнендәге указы менән Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп тәғәйенләнде.

– Иван Владимировичтәжрибәле һәм компетентлы етәксе. Уның килеүе менән республика Прокуратураһы яңы уңыштарға өлгәшер, тип иҫәпләйем. Ведомство башлығы алдында торған төп бурыс – коллективтың эшен һәм власть органдары һәм халыҡ менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген ойоштороу. Дөйөм алғанда, бөтә сараларыбыҙ төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтеләсәк, – тип билдәләне Николай Шишкин.

Республика Башлығы яңы прокурорҙы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм уға хеҙмәт эшмәкәрлегендә уңыштар теләне.

– Башҡортостан  күп милләтле ҙур төбәк. Алда бурыстар күп, уларҙың иң мөһиме – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Бынан тыш, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡло эшләүенә бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, милли проекттарҙы һәм башҡа федераль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. Бының өсөн артабан да һәр яуаплы участкала законлылыҡты тәьмин итеү зарур. Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – граждандарыбыҙ иртәгәһе көнгә ышаныс тойһон өсөн социаль тотороҡлоҡто һәм тыныслыҡты һаҡлауға булышлыҡ итеү.

***

Шул уҡ көндө Радий Хәбиров ведомствоның яңы етәксеһен тәғәйенләү уңайынан Башҡортостан прокуратураһы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин Иван Грибовты коллективҡа тәҡдим итте һәм эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.

Үҙ сиратында Башҡортостан прокуроры республика менән үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә һәм ведомство алдында торған бурыстарҙы уңышлы хәл итеүгә ышаныс белдерҙе.

 Белешмә:

Иван Владимирович Грибов 1975 йылдың 22 июнендә Мари АССР-ында. тыуған. Һарытау дәүләт хоҡуҡ академияһын тамамлаған. 1997 йылдан прокуратура органдарында эшләй. Пенза ҡалаһы Первомайский районы прокуратураһының тәфтишсеһе, һуңынан өлкән тәфтишсеһе, Пенза өлкәһе прокуратураһының тәфтиш идаралығының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса бүлегенең өлкән тәфтишсеһе, Пенза өлкәһе Мокшанский районы прокуроры урынбаҫары, Пенза өлкәһе Башмаковский районы прокуроры, Пенза өлкәһе Пенза районы прокуроры, Пенза өлкәһе прокуроры урынбаҫары, Удмурт Республикаһы прокурорының беренсе урынбаҫары вазифаларын биләй, Псков өлкәһе прокуроры, Владимир өлкәһе прокуроры була.

II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы, Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының Почетлы хеҙмәткәре, “Яҡшы хеҙмәте өсөн” күкрәк билдәләре менән бүләкләнгән. Юридик фәндәр кандидаты. 2-се класлы дәүләт юстиция советнигы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Радий Хәбиров республиканың яңы прокуроры менән осрашты
Радий Хәбиров республиканың яңы прокуроры менән осрашты
Радий Хәбиров республиканың яңы прокуроры менән осрашты
Радий Хәбиров республиканың яңы прокуроры менән осрашты
Радий Хәбиров республиканың яңы прокуроры менән осрашты
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас