Закон әҙерләү дипломат булыуҙы талап итә

Ҡанунды әҙерләгәндә үлсәп эш­ләргә, ентекле тикшерергә кәрәк. Документ­тарҙы ҡабаланып ҡабул итергә ярамай, ти Рөстәм Рифат улы ИШМӨХӘМӘТОВ.

Закон әҙерләү дипломат булыуҙы талап итәЗакон әҙерләү дипломат булыуҙы талап итә
Закон әҙерләү дипломат булыуҙы талап итә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитетының яҙғы сессиялағы эшмәкәрлеге хаҡында ошо Комитеттың рәйесе, Депутат этикаһы буйынса комиссия ағзаһы Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Рөстәм Рифат улы, яҙғы сессия тамамланды. Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет ниндәй ҡанундар тәҡдим итте?

– Беҙҙең комитетта ҡануниәтте тергеҙеү, камиллаштырыу буйынса күп кенә эш башҡарылды. Айырым ҡанун­дарға туҡталһаҡ, “Башҡортостан Рес­пуб­ликаһында граждандарҙың мөрәжә­ғәт­тәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереп, яңы нормалар ҡабул иттек. Беренсенән, хәҙер дәүләт хеҙмәткәр­ҙәре, чиновниктар, муниципаль хеҙмәт­кәр­ҙәр граждандарҙы ҡабул иткән саҡта уны айырым тема буйынса үткәрә ала. Икенсенән, һайлаусыға уңайлы булһын өсөн урынға сығып, шулай уҡ видеоконференция аша ҡабул итеүҙе ин­дерҙек. Был һайлаусылар өсөн дә уңайлы. Уны пандемия ваҡытында ла күрҙек. Хәҙер кешеләр видеоконференция форматында үҙенең депутатына, министрлыҡтарға бәйләнешкә сыға ала. Әлеге ваҡытта ауылдарҙа программа буйынса интернет тоташтырыла, шуға ла был уңайлы буласаҡ.

Иң мөһиме һәм уңайлыһы – граж­дандарҙы урынға сығып ҡабул итеү, сөнки күп кенә ведомстволар мөрәжәғәт­тәргә яҙма рәүештә яуап бирә йәки был мәсьәләне хәл итергә икенсе ергә ебәрә. Ә яңы ҡанун буйынса граждан ғаризала урынға сығып ҡабул итеүҙе ойошто­роуҙы һорап яҙа ала. Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һыу йәки канализация буйынса хәлде урында тикшереп, ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкин буласаҡ. Был иһә ҡыҫҡа ваҡытта күп һо­рауҙарҙы хәл итәсәк, тип уйлайым. Ошо уҡ законда хәрби журналистарға сираттан тыш ҡабул итеүгә хоҡуҡ бирелде. Беҙҙең парламент – Рәсәй Феде­рацияһында хәрби журналистар тура­һында ошондай ҡануниәт ҡабул иткән берҙән-бер төбәк. Был йүнәлештәге эш­мә­кәрлекте артабан да дауам итәсәкбеҙ.

Быйыл көҙгө сессияла түләүле туҡталҡаларға автомобилде бушлай ҡуйыу хоҡуғын хәрби журналист, хәрби журналистика хеҙмәткәре, хәрби журналистика ветераны категорияларына биреү, хәрби журналистарға Торлаҡ төҙөү фонды аша ташламалы фатир алыу, шәхси торлаҡ төҙөү өсөн, ком­мерцияға ҡарамаған ширҡәләрҙә төҙө­лөшкә ер биреү буйынса закон проекттарын әҙерләйбеҙ.

Шулай уҡ учредителдәре Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм республика Хөкүмәте булған “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәренең уставтарына үҙгәрештәр индерҙек һәм был уларҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһар, тип ышанабыҙ.  

Беҙҙең комитет “Референдумдар тураһында”ғы республика ҡануниә­тенә, “Һайлау тураһында”ғы кодексҡа үҙгә­рештәр әҙерләне. Икенсе закон проекты республиканың Һайлау кодексына, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын иҫәпкә алып үҙгәрештәр индерҙе. Документ кандидаттар исемлегендә судҡа тартты­рылмағандар йәки хөкөм ваҡытын үтмәгәндәр тураһында мәғлүмәттәрҙе сағылдырыу тәртибен аныҡлай, шулай уҡ кандидаттың сит ил агенты менән аффилирланыуы тураһында мәғлүмәт күрһәтеү бурысын индерә. Бынан тыш, муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарын формалаштырыуҙа (исемлек дөйөм өлөштән һәм территориаль төр­көмдәрҙән торған осраҡта) кандидаттар исемлегендә депутат мандаттарын пропорциональ бүлеү мето­дикаһы төҙәтелде. Ике закон проектын да ултырышта ҡатнашыусылар бер тауыштан хупланы.

Ҡанундар әҙерләүҙән тыш, ҡала һәм райондарҙа уҙған сараларҙа вәкил булып сығыш яһайбыҙ, шуға күрә лә барлыҡ депутаттар ҙа әүҙем эшләй. Ғөмүмән, көҙгө-йәйге сессияла 11 ултырыш үткәрҙек.

– Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшмәкәрлеге әүҙемләште. Уларҙың эшен көйләү буйынса ниндәй ҡанундар ҡабул ителә?

–  “Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡара­маған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы” Законға өҫтә­мәләр индерҙек. Уға ярашлы, Ватанды һаҡлаусыларҙың билдәһеҙ хәрби ҡәбер­лектәрен һәм табылған һөлдәләрен, 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда совет халҡы­ның геноциды ҡорбандарының ерләнмәгән һөйәк­тәрен, Ватанды һаҡлағанда һәләк булғандарҙың, хәбәрһеҙ юғалған­дарҙың һәм ҡорбандарҙың исемдәрен асыҡ­лауға йүнәлтелгән эҙләнеү эш­тәре менән шөғөлләнгән ойошмаларға дәү­ләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған. Шулай уҡ хәрби хәрәкәт ветерандарын, инвалидтарын социаль реа­билитациялауҙы тормошҡа ашырған, уларҙың ғаилә ағзаларына һәм һәләк булған (үлгән) ветерандарҙың ғаи­ләләренә психологик ярҙам күрһәтеүсе коммерцияға ҡара­маған ойошмалар ошондай ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Реабилитациялау йүнәлештәре исемлегенә психологик ярҙам, хеҙмәткә яраҡлаштырыу һәм профессиональ йәһәттән ҡайтанан әҙерләү ҙә индерелгән.

Был ҡанун проекттарын ҡабул итеү граждандарға ярҙам күрһәтеү мөмкин­лек­тәрен киңәйтергә һәм респуб­ликаның коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына ярҙам итеү өлкәһендә хоҡуҡи базаны нығытырға мөмкинлек бирә.

“Выждан азатлығы тураһында”ғы республика законына федераль норма­ларға ярашлы үҙгәрештәр индерелде. Дини ойошмалар өсөн “эшҡыуар­лыҡ эшмәкәрлеге” төшөн­сәһе урынына “килем килтереүсе эшмәкәрлек” төшөн­сә­һе ҡабул ителде. Был дин әһелдәрен эшҡыуар булып теркәлеүҙән азат итә. 

– Белеүебеҙсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай федераль кимәлдәге ҡануниәт проекттарын тәҡдим итеү буйынса ла алдынғы урында килә. Һуңғы ваҡытта ниндәй тәҡдимдәр индерҙегеҙ?

– “Граждандарҙың мөрәжәғәте тураһында”ғы законға үҙгәрештәр инде­реү тәҡдиме менән сығыш яһаныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Дәүләт Думаһы беҙҙең был тәҡдимде хуп­ламаны. Мин Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа дүрт саҡырылыш, Дәүләт Думаһында бер саҡырылыш депутаты булдым, шуға күрә лә тәжрибәмдән сығып әйтә алам: күп ҡанундар тәүҙә төбәктәрҙә ҡабул ителә, аҙаҡ, бер-ике йыл үткәс, Дәүләт Думаһында ҡарала. Мәҫәлән, Берҙәм дәүләт имтиханы биргән саҡта егеттәрҙе армиянан кисек­тереү буйынса законды беҙҙең парламент тәүҙә ҡабул итте, һуңынан Федераль Йыйылыш ҡараны. Балаларға энергетик һатыуҙы тыйыуҙы, алкоголь һатыуҙа сикләүҙәрҙе һәм башҡа ҡанун­дарҙы ла беҙ тәүгеләрҙән булып ҡабул иттек. 

Шул уҡ ваҡытта Федераль Палатанан, Дәүләт Думаһынан комитетҡа ҡа­рарға 20-ләп закон килә. Уларҙы өйрә­неп, ҡарашыбыҙҙы белдерҙек, күбеһен хупланыҡ. Улар араһында МХО-ға бәйле күп закон проекттары әҙерләнгән.

Йәй парламент каникулына китһәк тә, эш дауам итәсәк. Ошо йәһәттән мах­сус төркөм булдырыла. Шулай уҡ Федерацияның башҡа төбәктәренең закон сығарыу органдары менән тығыҙ бәй­ләнештә эшләйбеҙ, тәжрибә уртаҡ­лашабыҙ. Дәүләт Думаһы, Федерация Советы ултырыштарында ла ҡатна­шабыҙ.   

– Бөгөн һайлаусылар ниндәй мәсьәләләр буйынса йышыраҡ мөрәжәғәт итә?

– Дөйөм алғанда, яҙғы сессияла беҙҙең Комитет депутаттарына граж­дан­дарҙан һәм ойошмаларҙан 1,5 мең самаһы мөрәжәғәт килде. Ошо осорҙа 580 кешене ҡабул иттек, 175-тән ашыу  мөрәжәғәт буйынса депутат һорауы ебәрелде. 

Элек, мәҫәлән, “өйөмә газ үткәрергә ярҙам итегеҙ” тигән үтенестәр, шәхси мөрәжәғәттәр күп булһа, ә хәҙер икенсе заман килде – кешеләр тыуған ауылына газ үткәреү, юл төҙөү, зыярат кәртәләү буйынса ярҙам һорап яҙа. Ғөмүмән, хәҙер кешеләр йәмәғәтселек әһәмиәтен­дәге мәсьәләләр менән күп шөғөлләнә, ә халыҡ шәхси мәсьәләләрҙе үҙҙәре хәл итергә тейеш икәнлеген аңланы.

Әйткәндәй, федераль, республика кимәлендә граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡарау буйынса яңы үҙгәрештәр бар. Уға ярашлы, хәҙер депутатҡа социаль селтәр аша килгән мөрәжәғәттәр рәсми статусҡа эйә түгел. Рәсми яуап алыу өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты йә Дәүләт хеҙмәттәре порталы, йә хат аша мөрәжәғәт итергә йәки шәхсән ҡабул итеүгә килергә кәрәк.

Хәҙер социаль селтәрҙә фейктар, уйҙырма мәғлүмәттәр, ялған исем менән теркәлгән кешеләр күп. Ҡала һәм ра­йондарҙа махсус хәрби операция яу­гирҙәре, уларҙың ғаиләләре менән күп осрашыуҙар үткәрәбеҙ, гуманитар ярҙам күрһәтәбеҙ. Халыҡты ҡабул итеүҙәргә лә ҡатындары, ата-әсәләре күпләп мөрәжәғәт итә. Яраланыу осрағы буйынса түләүҙәр алыуға бәйле һорауҙар менән дә киләләр. Йәмәғәт ойошмалары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, ирекмәндәр менән әүҙем эшләйбеҙ. Беҙҙең депутаттар махсус хәрби опе­рацияға гуманитар йөк тә алып бара, үҙҙәре лә ҡатнаша. Дөйөм алғанда, уларҙың 99 проценты был эшмәкәр­леге хаҡында һөйләмәй ҙә, яҙмай ҙа. Мәр­хәмәтлелек тынлыҡты ярата, ярҙам иткәнең хаҡында ҡысҡы­рып һөйләп йөрөһәң, ул пиарға әйләнә. 

Депутат кабинетта ултырырға тейеш түгел, сөнки урында ғына ултырып, закон яҙып булмай. Халыҡ араһы­на сы­ғып, кешеләр менән аралашһаң, ҡанун­дарҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлайһың. Мәҫәлән, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән даими осрашыуҙар һөҙөм­тәһендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе көҙгө сессия ваҡытын­дағы парламент тың­лауҙарына сығар­ҙыҡ. Унда профилле министр­лыҡтар ҙа ҡатнашасаҡ. Законға индерелгән үҙгәрештәрҙең нисек эш­ләүен тикшерәсәкбеҙ. Ҡабул ителгән һәр ҡанунға ҡарата Хөкүмәт ҡарарҙары, бойороҡтар, акттар, финанс саралары ҡабул ителергә тейеш. Улар булмаһа, закондар ҙа эшләмәйәсәк.

Яҙғы сессияла күҙәтеү сараларына – ҡанундың ғәмәлдә нисек үтәлеүен тикшереүгә күп иғтибар бирҙек. Беҙгә ҡануниәт, Конституция буйынса ундай хоҡуҡ бирелгән. Былтыр ҡабул ителгән ҡанун буйынса муниципалитеттарҙы ла тикшерә алабыҙ. Шуға ла һәр комитетта төрлө башҡарма власть органдарын тыңлайбыҙ. Яҙғы сессияла Стәр­летамаҡ ҡала хакимиәтенең, Тәтешле районын, бер нисә министрлыҡты ҡараныҡ. 

Республика Матбуғат һәм киң мәғ­лүмәт саралары буйынса агентлы­ғының мәғлүмәт сәйәсәте, Һанлы үҫеш ми­нистр­лығының һанлаштырыу, яһалма зиһенде файҙаланыу буйынса эшмә­кәрлеге хаҡында сығыштарҙы тыңла­ныҡ. Уҙған комитет ултырышында Үҙәк һай­лау комиссияһы республиканың сен­тябр­ҙәге һайлауға әҙерлеге тураһында сығыш яһаны. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – граждандар үҙҙәренең һайлау хоҡуғын тормошҡа ашыра алһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Был юлы Дәүләт Думаһына, Өфө ҡала советына һәм бер нисә округта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау уҙасаҡ.   

– Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл илебеҙҙә Рәсәй халыҡта­рының берҙәмлек йылын иғлан итте. Был йәһәттән һеҙ етәкселек иткән Комитеттың эшмәкәрлегенә туранан-тура ҡағыла...

– Республикабыҙҙа киң мәғлүмәт сараларының тырышып эшләүе һөҙөм­тә­һендә күп йылдар дауамында конфес­сия-ара, дин-ара, милләт-ара тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ һаҡлана. Быйыл Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәрендә һәм конфессия-ара диалогта киң мәғлүмәт сарала­рының роле” тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтте. Фекер алышыу йомғаҡтары буйын­са ҡабул ителгән тәҡдимдәр Башҡортос­тан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет комис­сияһына ебәрелде.

Беҙҙә өс эксперт советы бар, улар эшмәкәрлегебеҙҙә ҙур ярҙамсылар булып тора. Профилле парламент комитеты ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса эксперт советына Вячеслав Пятков рәйеслек итә. Ул республикала билдәле кеше, дин буйынса әҙерләгән ҡанундар проекттарын да ҡарап, эксперт фекерен белдерә.

Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса эксперт советына Комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Шамил Вәлиев етәкселек итә. Ошо Комитет та мәғлүмәт хәүеф­һеҙлеге, фейктар, ялған мәғлүмәт, интернет-мутлашыусы темаларына “түңә­рәк өҫтәл”дәр ойошторҙо.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар буйынса эксперт советы ла уңышлы эшләй. Уның рәйесе – “Мәрхәмәт” фонды етәксеһе Айгөл Гәрәева барлыҡ ведомстволар, фондтар менән тығыҙ бәйләнештә.

Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы айҡанлы, эксперт комитеты менән берлектә, дин әһелдәрен йәлеп итеп, “Дин-ара бәйләнеш” аҙналығын үткәреү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ “Хәҡиҡәт һәм хәүефһеҙлек” аҙналығын уҙғарып, унда журналистар, блогерҙар, матбуғат секретарҙары өсөн уҡыу ойошторорға йыйынабыҙ.

– Һуңғы ваҡытта яһалма зиһенде ҡулланыуға иғтибар артты. Ул кешеләргә зыян килтермәҫме?

– Әлеге ваҡытта был йүнәлештә тәртип урынлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яһалма зиһен ярҙа­мында эшләнгән видеояҙма, фото­ларҙы ысындан айырыу мөмкин дә түгел, шуға күрә лә авторлыҡ хоҡуғын, кешене яҡлау өсөн яһалма зиһен ярҙамында эшләнгән тауарҙарға (фото, видеояҙмаға) махсус маркировка – билдә ҡуйыу мотлаҡ. Әгәр яһалма зиһен ҡулланып эшләнгән әйбергә билдә ҡуйылмаһа, уның өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡараласаҡ. Шул саҡта ғына был өлкәлә тәртип буласаҡ.

Яһалма зиһенде хеҙмәтте, көнкү­реш­те еңеләйтеү өсөн ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, светофор, автомобил­дәрҙең ағымына ҡарап, юлдағы хәрәкәтте үҙе көйләргә тейеш. Яһалма зиһенде нин­дәйҙер алым итеп түгел, ә эш ҡоралы булараҡ ҡулланыу зарур.   

– Быйыл республика, парламент ҙур юғалтыу кисерҙе – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Борисович Толкачев арабыҙҙан китте. Уның юҡлығы тойоламы?

–  Константин Борисович республикала ғына түгел, Рәсәй кимә­лен­дә билдәле сәйәсмән, дәүләт эшмә­кәре ине. Ул барлыҡ урындарҙа ла республиканы лайыҡлы күрһәтте. Күптәр өсөн ул остаз, эштә бар яҡлап та маяҡ булды. Ул бөтәбеҙҙе лә эште дөрөҫ ойош­торорға өйрәтте, хатта министр, вице-премьер булып эшләгән тәжри­бәле хеҙмәткәрҙәрҙе лә. Парламент эшмәкәр­леге башҡарма власть хеҙмәтенән айырыла, сөнки бында интеллектуаль эш өҫтөнлөк итә. Башҡарма власть ҡанун­дарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә эшләй, ә беҙ иһә стратегик эшмәкәрлек алып барабыҙ – күпкә алға ҡарап, республиканың, ҡала-райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешен, прогнозын ҡарайбыҙ, бюджетты өс йылға ҡабул итәбеҙ, уның үтәлешен күҙәтәбеҙ, Хөкүмәт, Финанс министрлығы отчеттарын ҡарайбыҙ һәм башҡалар.

Константин Борисович парламентта бәхәсһеҙ эске мөхит урын­лаштырҙы. Беҙҙе һәр осраҡта, төрлө хәлдә үҙ-ара хөрмәткә ҡоролған мөхит тыуҙырырға өйрәтте. Ул етәкселек иткән осорҙа һәр депутат бер-береһе өсөн депутат булып ҡалды, ә хеҙмәттәш түгел. Йәғни баш­ҡарма власть органдарында министр менән уның урынбаҫары бер-береһенә хеҙмәттәш, ә парламентта башҡа­сараҡ – барлыҡ депутаттар ҙа үҙ-ара тиң, бер-береһенә буйһоноу ҡарал­маған, һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәй. Шуға күрә лә Константин Борисович: “Мин дә һеҙҙең кеүек депутат, минең дә бер генә тауышым бар”, – тип әйтә торғайны. Ә Комитет рәйесе, урынба­ҫары һәм башҡалар – был парламент­тың эшен ойоштороу өсөн булдырылған вазифалар. Шуға күрә лә Константин Борисовичҡа ошондай мөхит тыуҙыр­ғаны, эшмә­кәрлекте тыныс һәм тото­роҡло итеп ойошторғаны өсөн рәхмәт. Уны юҡһынабыҙ, уның арабыҙҙа юҡ­лығы һиҙелә.

Ҡанунды әҙерләгәндә үлсәп эш­ләргә, ентекле тикшерергә кәрәк. Документ­тарҙы ҡабаланып ҡабул итергә ярамай. Ашығыс ҡарарҙар йәмғиәтебеҙҙе тар­ҡатыуға илтеүе бар. Ҡанундар әҙерләү дипломат булыуҙы талап итә.

– Рөстәм Рифат улы, ихлас, асыҡ яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас