Бюджет кредиттарын ҡайтарыуҙы кисектереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк

Сергей Собянин белдереүенсә, был башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Президенты кимәлендә ҡарар талап ителәсәк.

Бюджет кредиттарын ҡайтарыуҙы кисектереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәкБюджет кредиттарын ҡайтарыуҙы кисектереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк
Бюджет кредиттарын ҡайтарыуҙы кисектереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостандың бюджет кредиттарын ҡайтарыуҙы кисектереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Бындай башланғыс менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының юғары советы бюроһы ағзаһы, Мәскәү ҡала хакимәте башлығы Сергей Собянин сығыш яһаны. Төбәктәрҙең дөйөм бурысы 300 миллиард һум самаһы тәшкил итә.

– Бынан алда Рәсәй Хөкүмәте төбәктәр үҙҙәренең бюджет сәйәсәтен, шул иҫәптән милли проекттарҙы, инвестиция проекттарын үтәүҙе, сәнәғәтте һәм иҡтисадты тотороҡло үҫтерә алһын өсөн бюджет кредиттары менән ярҙам итте. Бөгөн был федераль бюджет өсөн дә мәсьәлә булып тора, шуға күрә Хөкүмәт менән бюджет кредиттарын ҡайтарыу ваҡытын кисектереү мәсьәләһе тикшерелә, — тип аңлатты Сергей Собянин.

Уның һүҙҙәренсә, был башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Президенты кимәлендә ҡарар талап ителәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың апрелендә Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәктәрҙең бурыстарын ҡаплау ваҡытын 2027 –  2029 йылдарҙан һуңыраҡҡа күсереү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Был сара субъекттарға байтаҡ аҡсаны беренсе сираттағы бурыстарға йүнәлтергә мөмкинлек бирер тип көтөлә.

Фото: er.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас