Өфө ҡала Советы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорай

Өфө мэрияһының судьялар өсөн хеҙмәт машиналарына бәйле ғауға менән Башҡортостандың тәфтиш комитеты шөғөлләнәсәк.

Өфө ҡала Советы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорайӨфө ҡала Советы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорай
Өфө ҡала Советы ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорай

Өфө ҡала Советы Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығына Башҡортостан Республикаһының Юғары суды судьяларының Өфө хакимиәтенең хеҙмәт автотранспортын законһыҙ файҙаланыуы ихтималлығын тикшереүҙе, тотонолған бюджет сараларының аныҡ шарттарын һәм күләмен асыҡлауҙы һорап мөрәжәғәт ебәрҙе.

Ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов ҡул ҡуйған документ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы ҡарамағында. Унда, Совет ҡарамағында булған мәғлүмәттәр буйынса, Татарстандан беҙҙең республикаға эшкә килгән Башҡортостан Юғары суды судьяларына бер нисә тапҡыр хеҙмәт машиналары (водителдәр менән һәм муниципаль бюджет иҫәбенә бензин түләү) биреү осраҡтары теркәлгән.

“Атап әйткәндә, һүҙ ошо судьяларҙы, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларын һәм шәхси мөлкәтен (шул иҫәптән бүләктәрҙе) ял көндәрендә Ҡазанға һәм кире ҡайтарыу тураһында бара. Был ғәмәлдәр, фаразлауҙар буйынса, Башҡортостан Юғары суды етәкселеге инициативаһы буйынса башҡарылған. Әлеге ваҡытта Өфө хакимиәтенең элекке башлығы, ауыр коррупция енәйәттәрендә ғәйепләнгән Р.Р. Мәүлиев тәфтиш изоляторынан азат ителә һәм бик йомшаҡ иҫкәртеү сараһы менән файҙалана, үрҙә күрһәтелгән факттар мәнфәғәттәр конфликты өсөн объектив шарттар булдыра һәм ҡабул ителгән суд ҡарарҙарының ғәҙеллеген шик аҫтына ҡуя, был һәр төрлө хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау өсөн мотлаҡ тикшереүҙе талап итә, тип иҫәпләйем”, – тиелә мөрәжәғәттә.

Мөрәжәғәттә шулай уҡ ҡала мэрияһы чиновниктарының, БР Юғары суды етәкселегенең һәм айырым судьяларҙың ғәмәлдәрендә “вазифа вәкәләттәрен дөрөҫ файҙаланмау” һәм “бюджет сараларын маҡсатһыҙ тотоноу” енәйәт статьяларында ҡаралған енәйәттәр составының билдәләре күренергә мөмкин, тип билдәләнә.

Бынан тыш, мөлкәт характерындағы хеҙмәттәр алыу билдәләре һәм бюджет аҡсаһын урлау факттары ҡарала.

“Муниципаль мөлкәтте ошондай файҙаланыу ҡала округы бюджетына туранан-тура зыян килтерә”, - тип хәбәр ителә документта.

Өфө ҡала Советы Рәсәй Тәфтиш комитетынан был ғәмәлдәргә юридик баһа биреүҙе һәм хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған осраҡта яуап сараларын күреүҙе, ғәйепле кешеләрҙе закон менән ҡаралған яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорай. Бынан алда Өфө хакимиәте гаражының Татарстандан судьяларҙы ташыу өсөн файҙаланылыуы тураһында Өфө ҡала округы Советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов хәбәр итте.

“Беҙҙә хакимиәт гаражының Татарстандан судьяларҙы ташыу өсөн файҙаланылыуы тураһында мәғлүмәт бар. Шуға күрә тикшереү үткәрәсәкбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Судьялар советына, Рәсәй судьяларының Юғары квалификация комиссияһына һәм Башҡортостан республикаһы судьяларының квалификация коллегияһына һәм Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт яҙасаҡбыҙ. Советтан ошондай мөрәжәғәт яҙасаҡбыҙ”, - тине Марат Вәсимов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 июлдә Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевты вазифаһынан бушатты. Депутаттар был хәлгә ризаһыҙлыҡ белдерә һәм ҡала башлығы менән бәйле коррупцион, әхлаҡһыҙ ваҡиғаны башҡа һыйғыһыҙ тип белдерә. Улар бер тауыштан Ратмир Мәүлиев менән контрактты өҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.

Депутат Павел Васильев билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта чиновниктар менән бәйле ғауғалар, был “бысраҡ” бөтәһенә лә тәьҫир итә. Ул сити-менеджерҙың әхлаҡһыҙ ҡылығын билдәләй. Депутат Юлай Моратов, был коррупция ғауғаны, был “бардакты туҡтатырға кәрәк”, тип белдерҙе.

Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас