Дәүләт телен хөрмәт итәйек!

Был хәрефте яңылыш баҫыу һөҙөмтәле генә түгел – ғәмәлдә ул республиканың дәүләт теленә, айырыуса уның баш ҡалаһында, тура хөрмәт итмәү күрһәткесе.

Дәүләт телен хөрмәт итәйек!Дәүләт телен хөрмәт итәйек!
Дәүләт телен хөрмәт итәйек!

Өфөлә электр самокаттарын ҡулланыу ҡағиҙәләренә ҡағылышлы башҡортса мәғлүмәт плакаттары урынлаштырылыуы хаҡында мәғлүмәт ҡыуандырҙы. Ысынлап та, республикабыҙҙа дәүләт статусына эйә башҡорт теленә иғтибар итеп, ниһайәт, ыңғай үҙгәрештәр башланасағы ҡыуандырҙы. Әммә Өфө ҡала хакимиәтенең “беренсе ҡоймағы төйөрлө” булып сыҡты, сөнки унда рус теленән тәржемә ителгән һүҙҙәрҙә орфографик хаталар ебәрелгән.

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы республика законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһы рәйесе Урал Килсенбаев “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә фекерен уртаҡлашты:

“Өфөлә самокаттарҙы файҙаланыусылар өсөн ҡағиҙәләр яҙылған плакаттар барлыҡҡа килде. Был башланғыс һәйбәт һәм урынлы, әммә уны ғәмәлгә ашырыуҙың, яҡшыраҡ барыуын теләргә ҡала. Башҡорт телендәге текста тупаҫ орфографик һәм грамматик хаталар ебәрелгән. Был хәрефте яңылыш баҫыу һөҙөмтәһе генә түгел – ғәмәлдә ул республиканың дәүләт теленә, айырыуса уның баш ҡалаһында, тура хөрмәт итмәү күрһәткесе.

Артабан бөтә башҡортса текстарҙы белгестәргә мотлаҡ тикшереүгә ебәреүегеҙҙе һорайым. Өфөлә ҡала хакимиәте ҡарамағында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия эшләй – уның менән килешеү мотлаҡ шарт булырға тейеш. Мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында Терминология һәм топонимия хеҙмәттәре булдырылған. Бынан тыш, квалификациялы тәржемә алырға мөмкинлек биргән “Башперевод” сығанағы ла бар. Ошо мөмкинлектәрҙән файҙаланығыҙ. Туған телдәр мәсьәләләрендә, бигерәк тә ҡала биҙәлешендә, хаталарға урын юҡ”.

Урал Таһир улы “Башҡортостан” гәзитенә лә ошо йүнәлештә эште әүҙемләштерергә ҡушты.

“Башҡортостан” гәзите лә был фекер менән килешә һәм Өфө ҡалаһында алтаҡталар, плакаттар һәм башҡортсаға тәржемә ителгән башҡа  текстарҙың дөрөҫлөгө буйынса эшкә ныҡлап ҡушыласаҡ, рейдтар ойошторасаҡ. Был башланғысҡа район-ҡалаларҙағы телдең таҙалығы һәм дөрөҫлөгө һағында торған хеҙмәттәр – махсус комиссиялар, район гәзиттәрендә эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ ҡушылыр, тип ышанабыҙ.

Фото сығанағы: vk.com/ufa.

Дәүләт телен хөрмәт итәйек!
Дәүләт телен хөрмәт итәйек!
Дәүләт телен хөрмәт итәйек!
Дәүләт телен хөрмәт итәйек!
Дәүләт телен хөрмәт итәйек!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас