

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһында 2026 йылдың 20 сентябренә тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһында һайлауҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә үтте.
Видеоконференция бәйләнеше режимында сарала территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре, һайлау темаһына яҙған урындағы баҫмаларҙың мөхәррирҙәре, журналистары ҡатнашты. Студияла республиканың Матбуғат Һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Роскомнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто вәкилдәре, республиканың матбуғат баҫмалары журналистары, урындағы телерадиокомпаниялар вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов үҙенең сығышында һайлау кампанияһының киң мәғлүмәт сараларына ҡағылышлы төп календарь ваҡиғаларын бәйән итте. Ул журналистарҙы аккредитациялау, эфир ваҡыты, агитация материалдарын урынлаштырыу өсөн баҫмаларҙа урын биреү буйынса йәрәбә һалыу мәсьәләләрен аңлатты, киң мәғлүмәт сараларында агитация осороноң ваҡытын билдәләне.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының сәйәси партиялар һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләү буйынса бүлек мөдире Елена Лысова һайлауҙы мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеүҙә киң мәғлүмәт сараларының ҡатнашыуына бәйле төп ҡануни талаптар хаҡында һөйләне.
Роскомнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының киң коммуникациялар өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү бүлеге начальнигы Рәфисә Шәйхисламова үҙ сығышында һайлау темаһын яҡтыртҡанда киң мәғлүмәт саралары редакцияларының хоҡуҡ боҙоу осраҡтары хаҡында һөйләне.
Семинар аҙағында спикерҙар семинарҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Фото: Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан.