

Башҡортостандың 51 муниципалитетынан алты меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе сентябрь һайлауына әҙер. Тағы ла ете мең кешене уҡытырға ниәтләйҙәр. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы алдында ошондай бурыс тора, ул йыл һайын төрлө кимәлдәге һайлау кампанияларының асыҡ үтеүен тәьмин итә.
Ул коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе координациялай һәм тауыш биреүҙең асыҡлығын тәьмин итеү өсөн граждандар әүҙемселәрен берләштерә. Йәмәғәт күҙәтеүселәре һайлау үткәреү ҡағиҙәләрен генә түгел, ә хәҙерге донъяла уларға тап килгән башҡа мөһим нәмәләрҙе лә иҫәпкә ала. Улар ялған мәғлүмәтте нисек танырға, бәхәстәрҙе нисек хәл итергә, һайлауҙа төрлө кешеләр менән дөрөҫ аралашырға, социаль селтәрҙәрҙе һәм һанлы күҙәтеү ҡоралдарын нисек ҡулланырға кәрәклеген белә.
Әүҙем төрлө һөнәр кешеләре йәмәғәт күҙәтеүенең “күҙҙәре һәм ҡолаҡтары” булып тора, улар “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы әҙерләгән яңыртылған программа буйынса уҡыған тренерҙарҙан тейешле белем ала.
Тауыш биреү көндәрендә, 18 – 20 сентябрҙә, күҙәтеүселәрҙең бер өлөшө блогер буласаҡ һәм һайлау участкаларынан үҙҙәренең яҙылыусыларына оператив мәғлүмәт еткереп торасаҡ.
Был ни өсөн кәрәк? Ғәмәлдәге ваҡыт режимында блогерҙар һайлауҙың нисек үтеүе тураһында һөйләй, участкаларҙағы мөхитте күрһәтә, асылғандан алып тауыштарҙы иҫәпләүгә тиклем төп этаптарҙы теркәй, фейктарҙы кире ҡағырға, провокацияларҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә.
– 2026 йылдың 18 – 20 сентябрендә Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙың асыҡлығын күҙәтәсәк һәм үҙенең блогында бөтәһен дә һөйләйәсәк команданың бер өлөшө булыу – минең өсөн оло хөрмәт, яуаплылыҡ. Асыҡлыҡ һәм ғәҙеллек – беҙ халыҡҡа бирә алған иң мөһиме, тип ышанам. Эшебеҙгә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы етәкселек итәсәк, тимәк, барыһы ла етди һәм яуаплы. Бындағы эш барышын эстән күрергә һәм мине уҡыған, тыңлаған, ҡараған һәр кемгә дөрөҫлөктө еткерергә теләйем, – тип белдерҙе Салауат районынан буласаҡ күҙәтеүсе-блогер Алина Рәхмәтуллина.
Уҡытыу Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Йәмәғәт палатаһы ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранттарына “Йәмәғәт күҙәтеүселәре мәктәбе” социаль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә. Ойоштороусыһы - “Авангард” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы.
Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт күҙәтеүселәре корпусынан.