Әгәр мутлашыусылар шылтыратһа...

Кем башҡорт балын бөтөрә, ни өсөн Яңауыл табиптары велорикшаларға күскән һәм ҡайҙа "властар йоҡлай"? Был аҙнала ниндәй ялғандар фашланды? 

Әгәр мутлашыусылар шылтыратһа...Әгәр мутлашыусылар шылтыратһа...
Әгәр мутлашыусылар шылтыратһа...

Һуңғы ваҡытта мутлашыусыларҙан һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә шылтыратыуҙар йышайған, улар үҙҙәрен Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Хөкүмәте йәки Хеҙмәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре тип таныта. Имеш бүләк алырға, сараларға саҡыралар йәки түләүҙәр өсөн мәғлүмәттәр һорайҙар. Ғәҙәттә, енәйәтселәр мобиль номерҙарҙан йәки мессенджерҙар аша шылтырата.

Әгәр шылтыратһалар, нимә эшләргә:

- мәғлүмәттәрегеҙҙе (паспорт, СНИЛС, карта номерын) атамағыҙ;

- бер ниндәй ҙә тәҡдимдәргә шунда уҡ ризалашмағыҙ;

- стационар номерҙарын һорағыҙ һәм ойошмаға үҙегеҙ шылтыратығыҙ. Ысын хеҙмәткәр быны аңлай һәм номерҙы тапшыра, ә мутлашыусы яуаптан ҡаса башлай.

Бындай осраҡта ҡайҙа шылтыратырға һәм мәғлүмәтте тикшерергә?

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең наградалары мәсьәләләре буйынса – Башҡортостан Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса идаралығы: +7 (347) 280-85-27

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн республика саралары мәсьәләләре буйынса – Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының МХО-ла ҡатнашыусылар менән эште координациялау бүлеге: +7 (347) 280-83-58

Туғандарға түләүҙәр мәсьәләләре буйынса – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандар менән эшләү бүлеге: +7 (347) 218-07-21. Был ойошмаларға эш көндәрендә 9-00 сәғәттән 18-00 сәғәткә тиклем шылтыратығыҙ, төшкө аш ваҡытын (13-00 сәғәттән 14-00 сәғәткә тиклем) иҫәпкә алығыҙ.

Иң мөһиме – ашыҡмаҫҡа һәм мәғлүмәтте ҡабаттан тикшерергә. Мутлашыусылар хис-тойғоларға һәм ашығыслыҡҡа иҫәп тота. Туҡтағыҙ, телефонығыҙҙы ҡуйығыҙ һәм, әгәр шик булһа, күрһәтелгән номерҙарға шылтыратығыҙ.

Социаль селтәрҙәрҙә Иглин районынан “умартасылар адвокаты” образындағы ҡыҙҙың саң ҡаҡҡан ролигы киң таралды. Уның һүҙҙәренсә, “Искра” компанияһы райондың бөтә баҫыуҙарына рапс сәскән, уларҙы күктән химия менән ағыуланған, ә умартасыларҙы һуңғы секундта ғына иҫкәрткәндәр. Уның эмоцияларын хуплап, экстремистик пабликтар “Хәбиров башҡорт балын үлтерә” тип ярлыҡ тағып ҡуйҙы хатта.

Көслө яңғырай. Әммә факттар ҡайҙа? “Фактчекинг по-башкирски” каналы барыһын да тикшерҙе.

Беренсе ялған – имеш районды баҫып алыуҙары тураһында. Блогер рапс бөтә тирә-яҡты баҫып алған тип раҫлай. Ысынында: “Искра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостандың Иглин районында 1200 гектар ер сәскән. Дөйөм сәсеүлектәр – 10 мең гектар, йәғни был сәсеүлектәрҙең 12 проценты ғына. Күренеүенсә, бөтә район тип әйтергә урын юҡ, был шунда уҡ авторҙың компетентлығын шик аҫтына ҡуя.

Икенсе ялған – юрамал ваҡытында иҫкәртмәүгә бәйле. Автор умартасылар умарталарын ҡотҡарып өлгөрмәһен өсөн уларға ағыулау көнөндә генә хәбәр итәләр ти.

Ысынында, аграрийҙар ҡәтғи регламент буйынса эшләй. Хәбәр 16 июлдә ебәрелә. Эшкәртеү 21 июлдә төндә башлана. Был закон менән билдәләнгән ваҡытҡа эләгә (5-10 көн эсендә). Өҫтәүенә, эш төндә – бал ҡорттары умарталарҙа булғанда алып барыла. Был ҡағиҙә боҙоу түгел, ә хәүефһеҙлек стандарты.

Өсөнсө ялған иһә башҡорт балының юҡҡа сығыуы тураһында. Был – провокаторҙар тарафынан тотоп алынған иң көслө тезис.

Ысынында: Иглин районы — Башҡортостан диңгеҙендәге бер тамсы  ғына. Бөтә донъяға билдәле йүкә, тау-урман һәм солоҡ балы республиканың тиҫтәләгән райондарында етештерелә. 1200 гектарлыҡ рапс баҫыуы умартасылыҡтың күп быуатлыҡ традицияларын юҡҡа сығара алмай. “Башҡорт балы” бренды бер ҡайҙа ла юғалмаясаҡ.

Һөҙөмтәлә, классик манипуляция миҫалы күренә: айырым осраҡ һәләкәт масштабына тиклем күтәрелә, ә фермерҙар менән умартасылар араһындағы көнкүреш бәхәсе сәйәси яҫылыҡҡа күсерелә.

Аграрийҙар һәм умартасылар араһында проблемалар бар, һәм был ауыл хужалығы миҙгеле өсөн ғәҙәти күренеш. Әммә уларҙы документһыҙ истерик рилстар аша түгел, ә диалог һәм суд аша хәл итергә кәрәк.

Уҙған аҙнала социаль селтәрҙәрҙә тарих таралды: Яңауыл районында, Йөгәмеш һәм Тау ауылдарында ашығыс ярҙам автомобилдәрен велорикшаларға алмаштырғандар. Ялған авторҙары хатта реформаның “өҫтөнлөктәрен” — бензиндан бойондороҡһоҙлоҡто, үтеп йөрөүсәнлекте, экологик һәм пациенттар өсөн уңайлылыҡты һанап сыға. Был шаяртыу кеүек яңғырай, әммә ҡайһы берәүҙәр быға ышана.

Былар барыһы ла баштан алып аҙағына тиклем уйлап сығарылған. Баҫма авторҙары һылтанған фотоһүрәт нейроселтәр менән эшләнгән.

Һәм, әлбиттә, ашығыс ярҙамды алмаштырыу юҡ. Яңауыл районында ашығыс ярҙам ғәҙәти машиналарҙа, ғәҙәти табиптар һәм етерлек яғыулыҡ менән штат режимында эшләй. Медицина учреждениеларында бензин етешмәү юҡ. Ни бары яһалма зиһен төшөргән матур һүрәт һәм хайп өсөн яҙылған бер нисә абзац.

Был классик провокацион алдаҡ. Дошман был фейктарҙы төрлө пабликтарға йүнәлтә, ә был ресурстарҙың админдары, уйлап та тормайынса үҙ таҫмаһына ҡуя. Асылда, дошмандың тупланмаһында эшләйҙәр.

Республикала алдаҡ хаттар таратыуҙың яңы тулҡыны теркәлгән. Был юлы енәйәтселәр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы исеменән ебәрә. Ялған хаттарҙа район хакимиәттәренә, дәүләт ойошмаларына, агросәнәғәт холдингтары етәкселәренә һәм фермерҙарға баҫыу эштәрендә ярҙам итеү өсөн хеҙмәткәрҙәр араһынан ирекле дружинниктар отрядтарын ойошторорға тәҡдим итәләр.

Был хат – ялған. Ауыл хужалығы министрлығында был мәғлүмәтте шунда уҡ кире ҡағалар. Бындай хаттарҙы ведомство ебәрмәгән. Министрлыҡтың рәсми электрон адрестары @bashkortostan.ru тип тамамлана, ә был хаттар kanc_mcx_bashkortostan@mail.ru адресынан килгән, йәғни ялғандың асыҡ билдәһе.

Был — ЦИПСО-ның сираттағы планлаштырылған провокацияһы. Дошман хәлде тотороҡһоҙландырыу өсөн бындай схемаларҙы аңлы рәүештә тарата.

Һаҡ булығыҙ. Әгәр ошондай хат алһағыҙ, мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙа ҡабаттан тикшерегеҙ һәм күрһәтмәләрҙе үтәргә ашыҡмағыҙ. Мутлашыусылар ашығыуға һәм таныш исемдәргә ышанысҡа иҫәп тота.

Интернетта Асҡын районының Мутайылға ауылындағы хәл буйынса яһалма зиһен тауыш биргән видеояҙма таралды. Йәнәһе, ауыл кешеләре властарҙы көтөп арыған һәм үҙҙәре күпер төҙөгән. Имеш, халыҡ барыһын да үҙе эшләй, ә чиновниктар һалым йыя ла, ҡыҙыл таҫмалар ҡырға ғына.

Эйе, ысынлап та ауыл халҡы үҙ көсө менән күпер төҙөгән. Эштең инициаторы булып ауыл старостаһы Ғәндәлиф Сәлимгәрәев сығыш яһай: ул кешеләрҙе ойоштора, халыҡ трактор, бетон плитәләр килтерә һәм уларҙы шишмәле канау аша ырғыта. Хәҙер көтөүлеккә һәм урманға үтеү уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк.

Әммә был күпер дөйөм ҡулланылыштағы юл түгел, бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән юл фонды объекты ла, мәктәп йәки дауахана кеүек социаль әһәмиәтле объект та түгел. Был, асылда, көтөүлеккә барыу юлы, урындағы халыҡтың шәхси йәки коллектив ихтыяжы. Өҫтәүенә, уларҙың береһе лә хакимиәткә ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәй.

Асҡын районы хакимиәте был тарихты үҙе ыңғай миҫал итеп баҫтырып сығарҙы һәм халыҡҡа рәхмәт белдерҙе.

Мутайылға күпере тураһындағы тарих – ул властың уңышһыҙлығы түгел, ә халыҡтың үҙ-үҙен ойоштороу өлгөһө. Халыҡ уларҙы борсоған мәсьәләне бюрократия һәм ҡағыҙҙарһыҙ хәл итә. Һәм был яҡшы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас