

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Алексей Журавлев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфө ҡалаһының экс-мэры Ратмир Мәүлиевтең эшенә ҡағылышлы яҙма менән уртаҡлашты.
“Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Бастрыкинға һәм Башҡортостан прокуроры Грибовҡа Өфөнөң экс-мэры Мәүлиев менән булған сетерекле эш буйынса депутат запросы ебәрҙем.
Парадокслы хәл килеп тыуҙы: ауыр енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләнгән Мәүлиев район суды тарафынан ҡулға алына, әммә бер аҙнанан республиканың Юғары Суды тарафынан өй шарттарында иркен сикләү алымында азат ителә, ә бер айҙан да кәмерәк ваҡыттан һуң иҫкәртеү сараһы иң еңел төргә – билдәле бер ғәмәлдәрҙе тыйыуға үҙгәртелә.
14 июлдә үткән пленар ултырышта Өфө ҡала советы депутаттары Мәүлиевтың вәкәләттәрен туҡтатты. Унда шулай уҡ бик насар нәмәләр, шул иҫәптән республиканың суд системаһы вәкилдәре тарафынан мэрияның эш автомобилдәрен Татарстанға үҙ өйҙәренә шәхси сәфәрҙәр өсөн системалы ҡулланыу асыҡланды. Һуңғыһы күп һанлы документтар менән раҫлана.
Былар барыһы ла йәмғиәттә кире резонанс тыуҙырып, дәүләт власының абруйын ҡаҡшата һәм ғәҙел хөкөмгә шик тыуҙыра. Законлылыҡ һәм ғәҙеллек тергеҙелергә тейеш. Мәүлиевтар кланы эшмәкәрлеген һәм уларҙың суд системаһына йоғонтоһон хоҡуҡи йәһәттән баһалау буйынса күләмле эш көтөлә. Судьялар төбәк олигархия кландарының “хеҙмәтсеһе” булырға тейеш түгел! Башҡортостан халҡы быға лайыҡ түгел.
Ватан өсөн! Za Родину!
ДЕПУТАТ ЖУРАВЛЕВ”, – тип яҙҙы Рәсәй Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Алексей Журавлев. Ул үҙ яҙмаһына Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Бастрыкинға һәм Башҡортостан прокуроры Грибовҡа яҙған мөрәжәғәттәренең фотоһүрәттәрен дә беркетте.
Сығанаҡ: https://t.me/DeputatZhuravlev/15985?single