Йәмғиәтте дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү мөһим

Республикала федераль эксперттар йәмәғәтселәр менән һайлауҙы күҙәтеү бурыстарын тикшерҙе.

Йәмғиәтте дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү мөһимЙәмғиәтте дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү мөһим
Йәмғиәтте дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү мөһим

Йыл башында граждандар йәмғиәтенең төбәк институттары менән осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Йәмәғәт палатаһына 2026 йылдағы һайлауҙа күҙәтеү процесын ойоштороу бурысы менән мөрәжәғәт итте.

Быйыл майҙа Башҡортостан Башлығы “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы рәйесе Александр Брод менән осрашты, улар һайлауҙың юғары көнәркәшлеге һәм бөтә сәйәси партияларҙың етди әүҙемлеге шарттарында берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Һайлау кампанияһы махсус хәрби операция шарттарында үтә, был уның барышында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла айырым яуаплылыҡ йөкмәтә. 

Бығаса булмаған мәғлүмәт баҫымы шарттарында кире йоғонтоға ҡаршы тороу өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәре институты һәм граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын үтәү мониторингы ла йәлеп ителәсәк. Александр Брод мәғлүмәт һуғышы шарттарында тауыш биреү барышы тураһында йәмғиәтте объектив мәғлүмәтле итеүҙең мөһимлеген билдәләне.

Өфөлә фекер алышыу федераль көн тәртибенә генә түгел, Башҡортостандағы һайлау алды хәленә лә ҡағылды. Осрашыу барышында республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина Төбәк штабының һайлауҙы күҙәтеү буйынса эше, уның маҡсаттары һәм ағымдағы эше тураһында һөйләне, Башҡортостан биләмәһендә һайлау компанияһына ҡыҫҡаса баһа бирҙе. 27 августа Өфөләге Конгресс-холда үтәсәк Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумында “Электораль эксперттарҙың дискуссия клубы. Һайлау һәм гражданлыҡ контроле" майҙансығы эшләйәсәк. Сарала граждандарҙың асыҡлығын, билдәлеген тәьмин итеү шарттары һәм механизмдары, гражданлыҡ йәмғиәте институттарының электораль процесты контролдә тотоуҙағы ролен арттырыуға йүнәлтелгән яңылыҡтар тикшереләсәк.

Майҙансыҡтың модераторы булып Александр Брод сығыш яһаны. Семинар сиктәрендә һайлау кампанияһы осорондағы ижтимағи-сәйәси саҡырыуҙарға, һайлауҙың көнәркәшлегенә һәм мәғлүмәт таҙалығына, күҙәтеүселәр әҙерләүгә, тауыш биреү осоронда "Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы" ассоциацияһына штабтан мәғлүмәттәр биреүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Ҡатнашыусылар был аспекттарҙы яҡшыртыуға, шул иҫәптән уҡытыуға, семинарҙарға һәм федераль эксперттар менән хеҙмәттәшлеккә ҡағылды.

Сарала бойондороҡһоҙ йәмәғәт күҙәтеүе эксперттары, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзалары, политологтар, ғалимдар, Һайлауҙы күҙәтеү буйынса төбәк Йәмәғәт штабы ағзалары, Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарынан йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡатнашты.

Белешмә

Башҡортостанда берҙәм тауыш биреү көнө туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына, шулай уҡ Өфө ҡала советына, ауыл биләмәләре советтарына, өҫтәмә һайлауҙарҙы үҙ эсенә аласаҡ. Тауыш биреү 18, 19 һәм 20 сентябрҙә үтә. Сентябргә төбәктә 13 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһен әҙерләү планлаштырыла. 7,5 мең самаһы кеше көндөҙгө уҡыуҙы үткән, тағы 1,6 мең самаһы кеше күҙәтеүсе-блогер булырға әҙер, тейешле вебинарҙарҙы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында үткәрҙеләр.

 

Ләйсән Ғаррапова фотоһы.

Йәмғиәтте дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү мөһим
Йәмғиәтте дөрөҫ мәғлүмәт менән тәьмин итеү мөһим
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас