

Бөгөн Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы, эске хеҙмәт генерал-майоры Илнур Әнүәр улы Мәхмүтов “Башҡортостан” гәзитенә ҙур әңгәмә бирҙе.
Был асыҡ һөйләшеү гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “тура бәйләнеш” форматында үтте. Шулай уҡ ул беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.
Илнур Әнүәр улы һөйләшеү барышында был вазифаһынан китеүен, шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитендәге был “тура бәйләнеш”те үҙенең республикалағы һуңғы ҙур әңгәмәләренең береһе булыуын белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, 10 августан ул икенсе төбәктә – Һарытау өлкәһендә шундай уҡ идаралыҡты етәкләйәсәк.
Илнур Мәхмүтов республикалағы эше менән хушлашыуға бәйле әңгәмәһендә республикалағы эшенә йомғаҡ яһаны һәм сит өлкәлә эшләһә лә үҙенең тамырҙарын онотмаясағын, бәйләнеште өҙмәйәсәген белдерҙе. Шулай уҡ ошо туғыҙ йыл дауамында матур хеҙмәттәшлек өсөн “Башҡортостан” гәзитенә рәхмәт белдерҙе.
Илнур Әнүәр улы, һеҙгә яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Фото: “Башҡортостан” гәзитенән.