Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Августа , 17:15

Һәм тағы ла "етеп килгән" мобилизация тураһында...

Был аҙнала ғына ошо темаға арналған өс мәғлүмәт донъя күрҙе. 

Һәм тағы ла "етеп килгән" мобилизация тураһында...Һәм тағы ла "етеп килгән" мобилизация тураһында...
Һәм тағы ла "етеп килгән" мобилизация тураһында...

Башҡортостан дәүләт учреждениеларының һәм район хакимиәттәренең рәсми электрон почталарына республика Башлығы Радий Хәбиров "ҡул ҡуйған" документ килде. Унда дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ төбәктең дәүләт учреждениелары һәм предприятиелары етәкселәрен мотлаҡ һөнәри уҡытыу тураһында һүҙ бара. Ышаныслылыҡты көсәйтеү өсөн ялған указ республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе исеменән Искәндәр Әхмәтвәлиев ҡултамғаһы менән бергә таратыла.

Ялған указға ярашлы, 2026 йылдың 31 авгусынан бөтә чиновниктарҙы һәм бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен төп эшмәкәрлектән айырып курстар үтергә мәжбүр итәләр. Ир-егеттәр өсөн “БПЛА операторы” һәм “Взрывотехник”, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мина-шартлау йәрәхәттәре, өлөшләтә ампутациялар һәм ҡырҡылған яралар алған ваҡытта беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү йүнәлештәре ҡаралған. Йәнәһе, имтихандар тапшырмайынса эшкә индермәйәсәктәр.

Был документ – ялған. Уны “Фактчекинг по-башкирски” каналы фашлай. Республикала бындай указ сығарылмаған һәм таратылмаған. Рәсми власть органдары уны үҙ порталдарында баҫтырып сығармаған һәм эш итеүгә ҡулланма итеп ебәрмәгән.

Беренсенән, хат ялған почта йәшнигенән ебәрелгән, хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика власы органдары мәҫәлән mail.ru кеүек асыҡ почта сервистарын ҡулланмай, ә үҙ домены бар – bashkortostan.ru. Икенсенән, оҙатыу хатында фактик хата яһалған: әлеге ваҡытта И.Р. Әхмәтвәлиев - Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы.

Бындай ялған бойороҡтар һәм күпләп таратыуҙар ЦИПСО яғынан күптән эшләнгән провокация схемаһы булып тора. Уларҙың маҡсаты – хәлде тотороҡһоҙландырыу, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡ араһында ҡурҡыу һәм социаль көсөргәнешлек тыуҙырыу.

Һаҡ булығыҙ! Теләһә ниндәй мәғлүмәтте власть органдарының рәсми сайттарында ғына тикшерегеҙ. Шикле сығанаҡтарҙан раҫланмаған файлдарҙы асмағыҙ һәм уларға ышанмағыҙ.

Социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың Өфөлә ҡулға алыуҙар һәм уларҙың мобилизация менән бәйләнеше булмауы хаҡында видеоһы таратыла. Ялған видеола “әлегә” һүҙенә ҡот осҡос баҫым яһала. Беҙҙе ҡурҡытырға һәм паника тыуҙырырға тырышалар.

Был видео – дипфейк. Ундағы мәғлүмәттәр ҙә дөрөҫ түгел. Өфөлә бер ниндәй ҙә ҡулға алыуҙар юҡ, документтарҙы тикшереү үткәрелмәй.

Ролик нигеҙендә Радий Хәбировтың 2026 йылдың 2 майында рәсми битендә баҫылған видеояҙмаһы ята. Ул саҡта республика Башлығы Хәтер һәм иҫкә алыу көнөндә Ишембай районына барҙы. Ул зыяраттарға өҫтәмә автобустар, сүп-сар сығарыу һәм өмәләр тураһында һөйләне, шулай уҡ яҡындарының ҡәберҙәренә барырға ҡарар итеүе тураһында һөйләне.

Ялған уйлап сығарыусылар тәүге видеоға нейроселтәр ярҙамында булдырған яһалма тауыш өҫтәй. Алдаҡты бер нисә билдә буйынса танырға мөмкин: яҙмалағы тембр Радий Хәбировтың ысын тауышы менән тап килмәй, телмәр тәбиғи паузалар һәм эмоциональ акценттарһыҙ, ә ирендәр һүҙҙәр менән бөтөнләй бергә хәрәкәт итмәй.

Дошман системалы рәүештә һәм төрлө ысулдар менән мобилизация тураһында ялған мәғлүмәт тарашырға тырыша. Схемалар үҙгәрә, әммә маҡсат бер – кешеләрҙе рәсми мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә шикләнергә һәм халыҡ араһында паника тыуҙырырға мәжбүр итеү. Яҡындарығыҙға тикшерелмәгән яңылыҡтар ебәрмәгеҙ, һәр ваҡыт рәсми сығанаҡтар аша тикшерегеҙ.

Мобилизацияға арналған темалар былар менән дә бөтмәне әле. Ҡайһы бер экстремистик телеграм-каналдарҙа буласаҡ мобилизация өсөн башҡорт милләтле граждандар исемлеген төҙөү тураһында Башҡортостан хәрби комиссариатының рәсми хаты фотоһы таратылды.

Шул уҡ ваҡытта баҫма авторҙары белдереүенсә, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Алина Зиннәтуллина республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевичҡа комментарий һорап мөрәжәғәт иткән.

Был – ялған. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, хәбәрсе Алина Зиннәтуллина был тема буйынса хәрби комиссарға мөрәжәғәт итмәгән, ә редакция бындай исемлектәрҙе төҙөү тураһында бер ниндәй ҙә материал әҙерләмәгән һәм баҫтырып сығармаған.

“Телеграм-каналдарҙа телгә алынған “мөрәжәғәт” уйлап сығарылған һәм беҙҙең редакция эшенә ҡағылышлы түгел”, – тип белдерҙеләр “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында.

Бынан алда Башҡортостандың хәрби комиссариаты запаста булған граждандар исемлеген йыйыу тураһындағы ошондай уҡ хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич: “Беҙ запаста булған граждандарҙың исемлеген йыймайбыҙ”, – тине.

Яҡынлашып килгән һайлауҙар фонында бындай ялған мәғлүмәттәр республика халҡын яңы мобилизация тураһында һөйләшеүҙәр менән ҡурҡытыуға һәм йәмғиәттә көсөргәнеш тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Рәсми сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәргә генә ышанығыҙ.

Экстремистик каналдар Башҡортостанда һәм Татарстанда Рәсәй халыҡтары телдәрендә китаптар сығарыуҙы ҡыҫҡартыуҙы “милли мәҙәниәттәрҙе юҡ итеүҙең маҡсатлы сәйәсәте” тип атаған яҙма баҫтырып сығарҙы. Дәлил итеп китаптар исемлеге һаны кәмеү статистикаһын килтерәләр һәм нәшриәттәр ҡаты баҫым шарттарында эшләй тип раҫлайҙар.

Был ысынлап шулаймы? Республиканың төп милли китап йорто – Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте туған әҙәбиәтте популярлаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе төп урынға ҡуя. Бында рус, башҡорт, татар һәм башҡа телдәрҙә китаптар сығарыла. Һәм бына һуңғы биш йыл динамикаһы шуны күрһәтә: башҡорт телендәге баҫмаларҙың өлөшө китаптарҙың дөйөм һанының яртыһынан ашып китә: 2021 — 159-ҙан 89 (56%), 2022 — 143-тән 77 (53,8%), 2023 — 144-тән 83 (57,6%), 2024 — 151-ҙән 90 (59,6%), 2025 – 130-ҙан 67 (51,5%)

Эйе, 2025 йылда һан кәмей. Әммә тираждарға ҡараһаң, картина бөтөнләй икенсе төрлө. Биш йыл эсендә башҡорт телендәге китаптарҙың дөйөм тиражы: 2021 йылда – 374,2 мең дана, 2022 – 257,6 мең дана, 2023 – 266,3 мең дана, 2024 – 311,3 мең дана, 2025 – 524,4 мең дана.

Был бөтә осор өсөн максимум. Китаптар һаны аҙ булһа ла, дөйөм тираж рекордлы күрһәткестәргә тиклем арта. Ә “Китап”тың былтыр баҫтырған дөйөм күләмендәге өлөшөн иҫәпләһәк (2025 йылда 612,9 мең дана), башҡорт телендәге баҫмаларға 85,56 процент тура килә.

Һәм тағы ла бер мөһим ориентир. Рәсәй китап палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда Рәсәйҙә 91 телдә китаптар сыға. Башҡорт теле теркәлгән баҫмалар һаны буйынса өсөнсө урынды биләй, рус һәм татар телдәренән генә ҡалыша.

Һөҙөмтә шундай: беҙҙең алда классик манипуляция. Авторҙар контекстан берҙән-бер уңайлы күрһәткесте (китаптар һанының кәмеүе) һайлап ала һәм уның нигеҙендә “халыҡты юҡ итеү” тураһында һығымта яһай. Әммә тулы мәғлүмәттәр тиражы буйынса ла, баҫмаларҙың өлөшө буйынса ла, дөйөм Рәсәй статистикаһы буйынса ла был ялған кире ҡағыла. Башҡортостанда милли китап нәшриәтен туҡтатыу тураһында һүҙ ҙә бармай.

Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә яңы алдашыу схемаһын ҡулланған мутлашыусылар әүҙемләшә. Улар уйлап сығарылған “Йорт хеҙмәте” исеменән MAX мессенджеры аша мәғлүмәт ебәрә. Улар халыҡты йорттоң махсус чатына инергә саҡыра. Әлбиттә, бының артында фишинг һылтанмалары һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе, SMS-тан кодтарҙы һәм паспорт мәғлүмәтен белергә тырышыуҙар тора.

Ысын йорт чатын ялғандан нисек айырырға? Башҡортостанда ысын йорт чаттарының бер нисә ябай билдәһе бар, улар һеҙгә мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләкмәҫкә ярҙам итәсәк. Чатта админ ботты: https://max.ru/gzhirb_moderator_bot (Автомодератор) күрһәтергә тейеш. Был бот МАХ-та республиканың йорт чаттарын модерациялау өсөн ҡулланыла. Уның аша үҙ идара итеүсе компанияңдың бәйләнештәрен табырға йәки власть органдарына мөрәжәғәт яҙырға мөмкин.

Нисек итеп йорт чатына эләгергә? Әгәр һеҙ йорт чатына ҡушылырға теләһәгеҙ, быны “Дәүләт хеҙмәте Йорт” ҡушымтаһы аша эшләргә кәрәк. Тап шунда ысын чатҡа һылтанма баҫыла.

Әйткәндәй, 2026 йылдың 1 сентябренән идара итеүсе компаниялар йортта йәшәүселәр менән күп функциялы мәғлүмәт менән алмашыу сервисы аша аралашырға тейеш. Унда кәрәкле мәғлүмәт: контакттар, эш графигы һәм авария һүндереүҙәре тураһында яңылыҡтар баҫыласаҡ. Был чатҡа кеше үҙ теләге буйынса ҡушыла ала.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас