Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Августа , 16:20

Алданғанын белһә лә...

Бөгөн ваҡыты шундай: бөтә мәғлүмәтте лә ҡат-ҡат тикшерегеҙ! 

Алданғанын белһә лә...Алданғанын белһә лә...
Алданғанын белһә лә...

Республика район һәм ҡала хакимиәттәренең электрон почталарына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылдың 24 авгусында ҡул ҡуйған документ ебәрелде. Унда сәнәғәт-технологик объекттарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса Махсус ведомство-ара эшсе төркөм булдырыу хаҡында һүҙ бара. Шулай уҡ документ ғәҙәттән тыш хәл тураһында мәғлүмәттәрҙе килешеүһеҙ баҫтырыуҙы тыйырға, емереклектәр масштабы тураһында мәғлүмәт таратыуҙы сикләргә ҡуша.

Ләкин, был – ялған! Бындай номерлы һәм йөкмәткеле указ юҡ. Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталына ярашлы, Башлыҡтың указдары август айында өс һанлы нумерация менән баҫыла. УГ-1536 номеры – был рәткә тура килмәй.

“Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы 7-се Федераль законға һәм “Халыҡты һәм территорияларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында”ғы 68-се Федераль законға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл һәм тирә-яҡ мөхит торошо тураһында мәғлүмәт, әгәр ул кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә ҡағылһа, йәшерен һаҡлана алмай. Был мәғлүмәттәр дөйөм ҡулланылыштағы мәғлүмәткә ҡағыла. Уларҙы эшсе төркөмдөң ябай бойороғо менән сикләргә тырышыу федераль ҡануниәтте туранан-тура боҙоу тип ҡаралыр ине.

Бынан тыш, төбәк власы федераль махсус хеҙмәттәргә мотлаҡ күрһәтмәләр бирергә хоҡуғы юҡ, хатта тәҡдимдәр форматында ла. Бының өсөн махсус кәңәшмә органдары бар, мәҫәлән, Башҡортостандың Террорға ҡаршы комиссияһы.

Документ республика район һәм ҡала хакимиәттәренең электрон почталарына kancelaria_resp_bashkortostan@mail.ru домены аша ебәрелә. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: рәсми власть органдары норматив документтар ебәреү өсөн бушлай домендарҙағы почта йәшниктәрен ҡулланмай (mail.ru).

Ҡыҫҡаһы, был сираттағы тапҡыр властарҙы “йәшерен” эш алымдарын файҙаланалар тип ялау яғып, дискредитациялау өсөн булдырылған типик ялған. Рәсми сығанаҡтарҙы тикшерегеҙ.

“Башҡорт” экстремистик ойошмаһының аҡһаҡалдар советы ағзаһы Сәғит Исмәғилев, Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ федераль законды боҙа, Салауат Юлаев һәйкәленең һаҡлау предметын үҙгәртә, тип раҫлап, сираттағы тапҡыр “сенсация” тыуҙырырға маташа. Ул быға тиклем дә бер нисә тапҡыр монументты реставрациялау тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы. Был юлы ул 2020 йылғы бойороҡта материал “бронзаланған суйын” тип күрһәтелгән, ә яңы проектта тоноҡ “металл” менән алмаштырылған ти һәм был, уның фекеренсә, 73-ФЗ һанлы Федераль законды урап үтергә мөмкинлек бирә, тип белдерә.

Мәғлүмәт сәбәбе булып Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың Федераль әһәмиәттәге “Салауат Юлаев һәйкәле” мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау предметын раҫлауы торҙо. Шул уҡ ваҡытта идаралыҡтың 2020 йылдың 26 авгусындағы 232-се һәм 2022 йылдың 10 июнендәге 80-се бойороҡтары көсөн юғалтҡан тип таныла.

Шуны белегеҙ: Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ һаҡлау предметын алмаштырырға тулы хоҡуҡлы. Автор раҫлауынса, федераль әһәмиәттәге объект өсөн һаҡлау предметын үҙгәртеү — ул “федераль үҙәктең генә өҫтөнлөгө”. Әммә был дөрөҫ түгел. 73-ФЗ һанлы Федераль закондың 9.1-се статьяһы Рәсәй субъекттарының дәүләт власы органдарына федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса вәкәләттәрҙе туранан-тура тапшыра. Эйе, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында ҡалған объекттар исемлеге бар, ләкин Салауат Юлаев һәйкәле уға инмәй. Тимәк, Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ ҡәтғи рәүештә закон сиктәрендә эш итә.

“Бронзаланған суйын”ды “металл”ға алмаштырыу – мәғәнә алмаштырыу түгел, ә аныҡлау. Башта уҡ скульптор Сосланбәк Тавасиев һәйкәлде бронзанан ҡойорға ниәтләй, әммә 1961 йылда СССР Хөкүмәте бронзаны монументтар өсөн ҡулланыуҙы тыйған — ул йыһан тармағы өсөн талап ителгән. Һөҙөмтәлә һәйкәлде суйындан ҡоялар, һәм, асыҡланыуынса, ҡойоу сифаты ҡәнәғәтләнерлек булмай.

60 йылдан һуң суйын конструкция авария хәлендә тип таныла – уның туҙыуы 80 процент тәшкил итә. Уның бөтә деталдәрен дә алмаштырмай ғына тергеҙеү мөмкин түгел. Тап шуға күрә суйын скульптураны музейлаштырырға һәм һәйкәлде бронзанан тергеҙергә ҡарар ителә, шулай итеп скульпторҙың тәүге ниәте тормошҡа ашырыла. Был ҡарарҙы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының аттестация үткән өс эксперты хупланы.

Шулай итеп, “бронзаланған суйынды” һаҡлау предметында “металл”ға алмаштырыу тарихи ғәҙеллекте законға ярашлы тергеҙеү мөмкинлеген бирә.

Республика мәктәптәренә имеш Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хат килде. Унда директорҙарға 1 сентябрҙән “Ҡыңғырау урынына мелодия” проектына SHAMAN-дың “Я русский” йырын индереп, беренсе дәрестең башланыу сигналы итергә ҡушалар. Шулай уҡ был ғәмәлдең видеоһын төшөрөп, уны хатта күрһәтелгән адресҡа ебәреүҙәрен һорайҙар.

Был – ялған! Проект үҙе, әлбиттә, ысын. Сентябрҙән мәктәптәрҙә ғәҙәти шылтыратыуҙар урынына көйҙәр яңғыраясаҡ. Әммә Рәсәй Мәғариф министрлығының рәсми сентябрь исемлегендә “Ике икең – дүрт”, “Беренселәр йыры” һәм “Мәктәптә уҡыталар” кеүек мәктәп йырҙары ғына бар.

Республиканың Мәғариф министрлығының барлыҡ проекттарын һәм башланғыстарын рәсми сайтта күҙәтегеҙ: https://education.bashkortostan.ru/

Был аҙнала интернетта “сенсацион” ролик таралды: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов, йәнәһе, Ozon келәттәренең координаталарын йыйған һәм һөжүмдәр әҙерләгән Ҡырым һәм Татарстан кешеләренең тотолоуы тураһында хәбәр итте. Уларҙың береһе хатта мәғлүмәт алыу өсөн компанияға эшкә урынлаша. Фигуранттарҙы СИЗО-ға ебәрәләр. Былар барыһы ла ялған булып сыға.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы был мәғлүмәтте рәсми рәүештә кире ҡаҡты. Родионовтың социаль селтәрҙәрҙә йөрөгән комментарийлы видеоһы – нейроселтәр ярҙамында барлыҡҡа килтерелгән тупаҫ ялған. Матбуғат хеҙмәте начальнигы бындай бер нәмә лә әйтмәгән. Таратылған материалдарҙа дипфейктың асыҡ билдәләре бар, һәм ведомство журналистарға һәм блогерҙарға рәсми сығанаҡтарҙа мәғлүмәтте тикшерергә кәңәш итә.

Ялғандың маҡсаты – паника тыуҙырыу һәм “дошмандың ныҡ яҡында” булған образын булдырыу. Схема таныш: енәйәтселәр реаль ведомствоны, реаль хеҙмәткәрҙе ала ла, яһалма зиһен ярҙамында уның тауышын һәм йөҙөн үҙгәртеп, унан үҙҙәренә кәрәкле һүҙҙәр әйттерә. Быны күргәндәр иһә, тикшермәйенсә, ышана һәм артабан ебәрә.

Башҡортостанда 36 йәшлек Сибайҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының тол ҡатыны, 2 миллиондан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Һәм барыһы ла бер телефон шылтыратыуы арҡаһында.

Уға билдәһеҙ кеше шылтырата, үҙен Оборона министрлығы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм баланың йәйге ялы өсөн түләм бирелеүе тураһында хәбәр итә, ул һәләк булған яугирҙең ғаиләһенә тейешле тип һанала. Ҡатын, әлбиттә, ҡыҙыҡһына. Артабан классика буйынса: һөйләшеүгә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм Үҙәк банктың “белгестәре” ҡушыла. Улар шәхси мәғлүмәттәрҙең таралыуы һәм уның исеменән дуҫ булмаған илдәрҙең иҫәбенә аҡса күсереү тураһында хәбәр итә. “Аҡсаны һаҡлап ҡалыу” өсөн уны бөтә аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерәләр. Һәм ҡатын 2 миллион 180 мең күсерә.

Алданғанын аңлағанда һуң була инде. Факт буйынса айырыуса ҙур күләмдәге мутлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Иң аяныслыһы, зыян күреүсе мутлыҡ схемалары тураһында белгән, әммә аҙап ҡалған. Тап ошо хәл менән мутлашыусылар файҙалана.

Полиция ябай ҡағиҙәләрҙе хәтерләтә. Әгәр һеҙгә таныш булмаған номерҙан шылтыратып, үҙҙәрен дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре итеп танытһалар, һаҡ булығыҙ. Ысын чиновниктар бер ҡасан да телефон аша аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп-хисаптарға” күсереүҙе, СМС-хәбәрҙән кодтар һорамай һәм карталар мәғлүмәттәрен хәбәр итеүҙе талап итмәй. Әгәр был һүҙҙәрҙе ишетһәгеҙ, трубканы ташлағыҙ. Әңгәмәсе һеҙҙең фамилияғыҙҙы, адресығыҙҙы йәки тормошоғоҙҙағы факттарҙы белһә лә, өгөтләүҙәргә бирешмәгеҙ. Был мәғлүмәтте мутлашыусылар алдан йыя.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас