

Башҡортостанда йәштәргә иғтибар ҙур. Быны бер кем дә инҡар итә алмай. Республикала йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙың комплекслы системаһы булдырылған. Ул социаль проектлауҙы, белем биреү программалары, форумдар үткәреүҙе, уңышлы проекттар авторҙарына ярҙам итеүҙе һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.
Әйтергә кәрәк, республика йәштәре үҙҙәре лә бик әүҙем. Улар бирелгән ярҙамды алырға, яңынан-яңы проекттар тыуҙырырға, тырышып эшләргә әҙер. Уларҙы ни бары күрергә, ишетергә, йүнәлеш бирергә һәм кәрәк ерҙә ярҙам итеп ебәререү генә зарур. Быны республика етәкселеге бик яҡшы аңлай һәм йәштәргә үҙенең иңен ҡуя.
“Йәштәр менән эшләү – беҙҙең өсөн төп бурыс. Беҙ ҡасан да булһа вазифаларыбыҙҙан китәсәкбеҙ. Беҙҙән һуң йәштәр киләсәк. Улар дәүләткә ҡарата аңлы, асыҡ позицияла булырға тейеш,” – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республика йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй – бер миллиондан ашыу кеше. Төбәктә Росмолодежь линияһы буйынса проекттар эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла, шулай уҡ заманса инфраструктура үҫешә: аралашыу, үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу һәм проект эшмәкәрлеге өсөн йәштәр үҙәктәре һәм киңлектәр булдырыла. Йәштәр менән эшләүгә системалы ҡараш һәм инфраструктураның юғары үҫеш кимәле федераль етәкселек тарафынан ыңғай баһа ала, был тормошҡа ашырылған сәйәсәттең тотороҡлолоғон һәм һөҙөмтәлелеген раҫлай.
Бынан тыш, республика ирекмәнлекте үҫтереү йәһәтенән дә лидерҙар рәтендә. Ирекмәнлек Башҡортостанда йәмәғәт тормошоноң мөһим өлөшөнә әйләнде. Был хәрәкәт һуңғы йылдарҙағы һынауҙарҙа айырыуса көсәйҙе. Улар федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләренә булышлыҡ ҡыла, гуманитар ярҙам йыйыу эштәрендә ҡатнаша, зыян күргән биләмәләр халҡын хәстәрләй һ.б. Республикала шулай уҡ 26 “Добро.Центр” үҙәге бар, студент отрядтарында 11,8 мең кеше иҫәпләнә.
2025 йыл йомғаҡтары буйынса республикала 4 717 ирекле ойошма һәм берләшмә эшләй, уларҙың эшмәкәрлегенә 352,7 мең самаһы кеше йәлеп ителгән, был республика йәштәренең яҡынса 33,3 процентын тәшкил итә.
Ирекмәнлекте популярлаштырыу һәм үҫтереү өсөн комплекслы ярҙам һәм ирекмәнлекте үҫтереү программаһы сиктәрендә Республика ирекмәндәр форумы һәм ирекмәндәр лагеры ойошторола. Шулай уҡ былтыр 32 ирекмәнде Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан ирекмәне” почет билдәләре менән дәртләндереү ойошторолдо.
Быйыл Башҡортостанда “Изге эштәр төбәге” ирекмәнлеккә ярҙам итеү төбәк практикаһы тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә федераль финанслауҙы йәлеп итеп (4,36 миллион һум күләмендә субсидия) төбәктә ирекмән-остаздар әҙерләү, халыҡҡа ирекмәнлек мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт биреү һәм республика ирекмәндәре өсөн белем биреү һәм команда ойоштороу сараларын үткәреү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла.
Вито САБИРОВ, Йәштәр сәйәсәте министры:
– Һәр ирекмәндең тарихы үҙенсәлекле. Кемдер үҙенең юлын бәләкәй акциянан башлай, ә хәҙер ҙур ваҡиғалар ойоштора, кемдер яңы танышыуҙар өсөн ирекмәнлеккә килеп, үҙ һөнәрен таба. Уларҙың бөтәһен дә “Беҙ Бергә” федераль проекты берләштерә. Проекттың исеме үк беҙҙең ирекмәндәрҙең берҙәмлек һәм хәстәрлек көсөн теүәл сағылдыра. Уның һандары һәм күрһәткестәре артында ярҙамсылар ғына түгел, ә йөҙҙәрсә мең йылы йөрәк һәм донъяны яҡшыртыу теләге тора.
Бөгөн ирекмәндәрҙең эшендә мөһим өҫтөнлөк – махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеү. 2022 йылдан республика ирекмәндәре адреслы ярҙам күрһәтеүгә 17 меңдән ашыу ғариза үтәгән, 20 мең тоннанан ашыу гуманитар йөк йыйған. Бында, тыуған республикала ярҙам итеүҙән тыш, Башҡортостан ирекмәндәре һуңғы ике йылда Анапала, Курск өлкәһендә, Луганск Халыҡ Республикаһында гуманитар миссияларҙа ҡатнашты.
Улар физик яҡтан ғына ярҙам итмәй, ә әхлаҡи яҡтан да ярҙам итә, илһамландыра, өмөт бирә. Улар ауыр хәлдә ҡалғандарға терәк булып тора, һәм йыш ҡына ярҙамға мохтаж булғандарға ысын дуҫтар булып китә. Улар хатта иң бәләкәй ғәмәлдәрҙең дә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын иҫкә төшөрә.
Фото: "Башинформ".