Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Сентября , 12:00

Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ

3 сентябрь – Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө

Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙБергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ
Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ

Илебеҙҙә йыл һайын 3 сентябрҙә террорсыларҙың эшмәкәрлегенә ҡаршы дәүләттең һәм йәмғиәттең тупланыу көнө — Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы бөгөн “Торатау” конгресс-холында Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған “Дәүләттең конституцион ҡоролошо һәм хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен яҡлау: көнүҙәк мәсьәләләр” түңәрәк өҫтәле үтте.

Сараның маҡсаты – терроризм һәм экстремизм идеологияһына ҡаршы тороу өлкәһендәге заманса саҡырыуҙарҙы ҡарау, конституцион ҡоролоштоң нигеҙҙәренә һәм дәүләт именлегенә көнүҙәк янауҙарҙы анализлау, шулай уҡ уларҙы нейтралләштереүгә комплекслы фәнни нигеҙләнгән алымдар эшләү.

Сарала федераль һәм төбәк эксперттары, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Советтың милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса эксперт комиссияһы ағзалары, Рәсәй тарихи йәмғиәте һәм республиканың Хәрби фәндәр академияһы ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ғилми берләшмә, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ республика йәштәре ҡатнашты.

Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данияр Абдрахманов, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Советтың милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса эксперт комиссияһы секретары, Башҡортостан Республикаһының Террорға ҡаршы комиссияһы аппараты етәксеһе Валерий Олейник, Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина, БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры, Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе Советы рәйесе Марат Мәрҙәнов һәм башҡа вәкилдәр сығыш яһаны.

— Бөгөн — Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көн. Ун йыл инде беҙ бер майҙансыҡҡа хоҡуҡ һаҡлау, дәүләт хакимиәте органдары вәкилдәрен, эксперттарҙы йыябыҙ. Был йылдың үҙенсәлеге — бөгөн беҙҙә бик күп йәштәр, атап әйткәндә, йәмәғәт ойошмаһы йәштәрҙең, патриотик, тарихи һәм мәҙәни хәрәкәттәре лидерҙары ҡатнаша. Әлеге ваҡытта иғтибарҙы иң элек шуға йүнәлтеү мотлаҡ: был ғәҙәти булмаған ваҡытта беҙгә берләшергә кәрәк. Бергәләп илдә йәштәр аша үтеп инергә тырышыусы яуыз көстәргә ҡаршы торорға тейешбаҙ. Дәүләт терроризмға ҡаршы комитеты белдереүенсә, диверсияларҙың 50 проценты йәш быуын вәкилдәре тарафынан ҡылына. Сайттар, интернет майҙансыҡтары һәм уйындар аша дошман көстәренең йәштәрҙе законһыҙ эшмәкәрлеккә йәлеп итеүе тураһында иҫкәртеү мөһим. Беҙ ябай ғына тәкдимдәр менән сикләнмәйбеҙ, яһалма интеллектты ҡулланып, проекттар ҙа тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн сарала 150 йәш кеше ҡатнаша һәм улар үҙ төркөмдәренә бында яңғыраған фекерҙәрҙе еткерер, тип ышанабыҙ, — тине Марат Мәрҙәнов.

“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡаралған төп йүнәлештәр:

  • мәғлүмәт һуғыштары һәм һанлы радикализация идеологик экспансияның яңы формалары һәм конституцион ҡоролоштоң нигеҙҙәренә хәүефе;
  • махсус хәрби операция контексында экстремизм һәм терроризм сағылышы: хәүефте анализлау һәм ҡаршы тороу саралары;
  • экстремизм һәм терроризм идеологияһына ҡаршы тороу факторы булараҡ комплекслы этноконфессиональ мониторинг;
  • тарихи хәтерҙе һаҡлау, дәүләт именлеген нығытыу мәнфәғәтендә тарихты фальсификациялауға ҡаршы тороу;
  • федераль именлек, милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм экстремизмға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәтте үтәү;
  • конституцион ҡоролошто тәьмин итеү факторы булараҡ милләт-ара (этник-ара) һәм дин-ара конфликттарҙы иҫкәртеү һәм иҫкәртеү;
  • конституцион ҡоролоштоң нигеҙҙәрен һәм дәүләт именлеген нығытыу маҡсатында патриотик тәрбиә ярҙамында дөйөм Рәсәй гражданлыҡ үҙенсәлеген формалаштырыу.

Программа сиктәрендә фойела Башҡортостан Республикаһы Милли музейының, Республика Хәрби Дан музейының күсмә күргәҙмәләре ойошторолғайны.

Улар махсус хәрби операцияға ҙәм батыр яҡташтарыбыҙға арналғайны.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, БР Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы, БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге, Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе, Хәрби фәндәр академияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

 

Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ
Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ
Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ
Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ
Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ
Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ
Бергәләп яуыз көстәргә ҡаршы тоорорға тейешбеҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас