Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Сентября , 14:15

Әллә сабырлыҡ етмәй, әллә сәбәп кенә кәрәк...

Йә тейеш булмаған ергә ремонт яһамайҙар, йә мәктәпкә һөжүм итәләр. Ә теләгәндәр, суд аша яғыулыҡты канистрға ла ҡойоп ала ала икән. Һәр саҡтағыса, дөрөҫлөктө “Фактчекинг по-башкирски” каналы асыҡланы.

Әллә сабырлыҡ етмәй, әллә сәбәп кенә кәрәк...Әллә сабырлыҡ етмәй, әллә сәбәп кенә кәрәк...
Әллә сабырлыҡ етмәй, әллә сәбәп кенә кәрәк...

“Пульс Уфы” телеграм-каналында Салауаттан Сергей Сергеевтың ҡала властарына мөрәжәғәте баҫылды. Ир хакимиәттең ҡояшта янып төҫө уңған МХО яугире Денис Абдрафиҡов һүрәтләнгән баннерҙың яҙмышы тураһында һорауына яуап биреүҙе ваҡытында үтәмәүенә асыулана. Ул чиновниктарҙы буш вәғәҙәләре өсөн тәнҡитләй.

Эйе шул, Сергей Сергеев бик яҡшы сигнал бирә, мәсьәләне күтәрә. Баннер, ысынлап та, алмаштырыуҙы талап итә, һорау тулыһынса ғәҙел. Әммә ни өсөн буш урында тауыш ҡуптарырға, сөнки яуап биреү ваҡыты етмәгән.

Салауат хакимиәте 8 сентябрҙән дә һуңға ҡалмайынса яуап бирәсәген яҙа. Тимәк, ошо көндөң 23:59 сәғәтенә тиклем. Ә яҙма баҫылған көндө был ваҡыт үтмәгән була. Күрәһең, хайп факттарҙан ҡиммәтерәк.

Шул уҡ ваҡытта Сергейға яуап билдәләнгән ваҡытта бирелә. Унда баннерҙы 15 сентябргә тиклем алмаштырыуҙары тураһында хәбәр итәләр. Сабырлыҡ ҡына кәрәк булған да бит...

Интернетта Өфөләге Дыуан бульварындағы 27-се һәм 29-сы йорттарҙа йәшәүселәрҙең 10 йыл инде Өфөнөң Киров районы хакимиәтенән йорт яны биләмәһен ремонтлатыуға өлгәшә алмауы тураһында мәғлүмәт тарала. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ялыуҙар һәм ғаризалар ярҙам итмәй, ә чиновниктар отпискалар менән генә сикләнә.

Ысынбарлыҡта хәл нисек?

Дыуан бульварындағы 27-се һәм 29-сы йорттар урынлашҡан ер участкалары дөйөм йорт милкенә ҡарай. Ябай ғына әйткәндә, ихата аҫтындағы ер һәм йорт яны биләмәһе ҡалаға түгел, ә был йорттарҙағы фатир хужаларына ҡарай.

Район хакимиәтенең был участкала юлды бюджет иҫәбенә ремонтларға хоҡуғы юҡ. Был маҡсатһыҙ аҡса тотоноу тип баһаланасаҡ. Ихатаны “Өйгә табан юл” программаһына индереү ҙә мөмкин түгел, сөнки уның буйынса дөйөм йорт милкенә ҡарамаған квартал-ара юлдар ғына ремонтлана.

Йорттарҙың биләмәһен идара итеүсе компания йәки ТСЖ көсө менән тик халыҡ иҫәбенә генә төҙөкләндерерә ала. Йорт яны ерҙәре – ҡала биләмәһе түгел, ә был йорттарҙа йәшәүселәрҙең дөйөм милке.

Mkset баҫмаһы Нуғайҙа урынлашҡан 147-се мәктәпкә һөжүм әҙерләнеүе тураһында материал баҫтыра. Быға ата-әсәләр һәм мәктәп чаттарында таратылған аноним хәбәр сәбәпсе була. Үҙен “потенциаль һөжүмсенең танышы” тип танытҡан билдәһеҙ автор, уҡыусыларҙың береһе бер нисә ай “скулшутинг”ҡа әҙерләнә, тип белдерә. Ҡурҡыныс яңғырай. Бының ише хәбәрҙәр тап ошоға иҫәпләнгән дә инде. Әммә әйҙәгеҙ, хәлгә аныҡлыҡ индерәйеке.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары килгән мәғлүмәтте тикшергән. Аноним хәбәрҙәге факттар раҫланмаған. 9 сентябрҙә 147-се мәктәптә Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов, уҡытыусылар, ата-әсәләр, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм йәмәғәт именлеге үҙәге вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтә. Хәүеф тураһында мәғлүмәт тикшерелә, ул раҫланмай.

Шул уҡ ваҡытта мәктәптә хәүефһеҙлеккә иғтибар биреү дауам итә: ике һаҡ хеҙмәткәре эшләй, территорияны һәм бинаны 86 видеокүҙәтеү камераһы контролдә тота, инеү урынында контроль булдырылған. Мәктәп хакимиәте һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хәлде күҙәтеүен дауам итә һәм хәүеф тыуҙыра алған һәр мәғлүмәткә яуап бирә.

Айырым һорауҙы тәүге “сенсация” сығанағы үҙе тыуҙыра. Хәбәр аноним кеше исеменән таратыла, ә мәғлүмәт таратыуҙа һылтанма яһаған телеграм-канал хатта табылмай ҙа. Интернетта паника тап шулай эшләй. Уны эшләтеп ебәреү өсөн ҡайһы берҙә документтар ҙа, дәлилдәр ҙә, ысын раҫлауҙар ҙа кәрәкмәй. “Минең танышым белә” тип яҙыу, бер нисә ҡурҡыныс деталь өҫтәү етә һәм ҡалғанын артабан кешеләр үҙҙәре эшләйәсәк.

Әлбиттә, балаларға хәүеф янауы тураһында хәбәрҙәр тикшерелергә тейеш. Һәм улар тикшерелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ялған мәғлүмәт таратыу өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Ошо уҡ баҫма был аҙнала тағы бер дөрөҫлөккә тура килмәгән мәғлүмәт таратты. Улар иҫбатлауынса, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларының ата-әсәләре мәктәптә туҡланыуға ризаһыҙлыҡ белдерә. Социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы яҙмаһы аҫтында Стәрлетамаҡта йәшәгән әсәләрҙең береһе, йәнәһе МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына ни бары похлебка һәм бутҡа бирәләр, ә түләүле төшкө аш тәмле, тип белдерә.

Был ысынлап шулаймы? Стәрлетамаҡ мәктәптәрендә йылы аш менән туҡландырыу нисек ойошторолған?

Ашауҙы сменаларҙы һәм төп менюны иҫәпкә алып төҙөйҙәр – ул бөтә санитар нормалар буйынса һәм балаларҙың йәшен иҫәпкә алып башҡарыла. Ҡалала 10 йылдан ашыу бөтә мәктәптәр өсөн берҙәм цикллы меню ғәмәлдә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары көнөнә бер тапҡыр бушлай льготалы аҙыҡ ала. Әгәр бала беренсе сменала уҡыһа – иртәнге аш, икенсе сменала икән – төшкө аш. Был хоҡуҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән нығытылған.

Әгәр туҡланыу өсөн ата-әсәләр түләһә, өҫтәмә вариант бар (ул ҡиммәтерәк тора). Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта “швед өҫтәле” һигеҙ мәктәптә индерелгән.

Иртәнге һәм төшкө аш рационын төрлө йәш төркөмдәре өсөн махсус һайлайҙар. Ата-әсәләр ризыҡтың сифатын шәхсән баһалай ала – бының өсөн уңайлы ваҡытта, үткәреү режимын һәм санитар талаптарҙы үтәп килергә кәрәк. Мәктәптәрҙә ата-әсәләр контроле тураһында положение ғәмәлдә, ә районда даими рәүештә “Башҡортостандың ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн” асыҡ ишектәр көнө үткәрелә. Шуныһы мөһим: бушлай льготалы һәм түләүле (швед өҫтәленән башҡа) туҡланыу составы буйынса айырылмай. Айырма тик кемдең түләүендә генә – бюджетмы, әллә ата-әсәме.

Һөҙөмтәлә бушлай төшкө аштан баш тартыу юҡ. Ҡарарға ярашлы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары, уҡыу сменаһына ҡарап, бушлай иртәнге йәки бушлай төшкө ашҡа хоҡуҡлы. Туҡланыу сифаты бөтәһе өсөн дә бер төрлө һәм СанПиН нормативтарына тап килә.

Айырым билдәләп үтергә кәрәк: хакимиәт хеҙмәткәренең баланың ниндәй мәктәптә уҡыуы тураһындағы һорауына ҡатын яуап бирмәгән. Был момент шулай уҡ объектив тикшереү өсөн мөһим – аныҡламайынса ялыуҙың дөрөҫлөгөн тикшереп булмай.

Стәрлетамаҡтың билдәле бер мәктәбе буйынса һорауығыҙ булһа, ҡаланың мәғариф бүлегенә 8 (3473) 26-40-41 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа Роспотребнадзорҙың АЗС-тарға яғыулыҡты канистрҙарҙа һатыуҙан баш тартыуҙы тыйыуы тураһында хәбәр тарала. Баҫма авторҙары раҫлауынса, заправкалаусылар хәҙер быны эшләүҙән баш тарта алмай, ә водителдәргә кәрәк булғанда үҙ хоҡуҡтарыңды судта яҡларға була.

Был ысынлап шулаймы? Башҡортостанда канистрҙарҙа яғыулыҡ һатыуға сикләү ғәмәлдә. Ул Башҡортостандың яғыулыҡ буйынса оператив штабы ҡарары менән билдәләнгән һәм бөгөнгә ғәмәлдән сығарылмаған. Бөтә автозаправкалау станциялары ғәмәлдәге талаптарҙы һәм билдәләнгән сикләүҙе үтәүен дауам итә.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас