Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентября , 08:20

Һайлауҙың өс көн барыуы – һайлаусыларға ихтирам билдәһе

Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙән үк кешеләр әүҙем тауыш бирә. 

Һайлауҙың өс көн барыуы – һайлаусыларға ихтирам билдәһеҺайлауҙың өс көн барыуы – һайлаусыларға ихтирам билдәһе
Һайлауҙың өс көн барыуы – һайлаусыларға ихтирам билдәһе

“Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эксперт, политолог Рәсәй Фәндәр академияһының Р.Г. Күзеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының төп белгесе Сергей Семенов сығыш яһап, һайлауҙың өс көн барыуы һайлаусыларға ҡарата ихтирам билдәһе, тип белдерҙе. 

– Бер ниндәй ҙә кире күренештәр булманы. Дөйөм алғанда, барыһы ла тыныс һәм эшлекле рәүештә уҙҙы. Агитация кампанияһы тыныс үтте һәм һайлау таҙалығы өсөн бөтә шарттар ҙа тәьмин ителде, - тип һайлауҙарҙың агитация осорона ҡарашы менән уртаҡлашты Сергей Николаевич.

Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙән үк кешеләр әүҙем тауыш бирә, тип билдәләне Сергей Семенов.

– Өс көн һайлау – һайлаусыларға ихтирам билдәһе ул, тауыш биреү өсөн бөтә шарттар булдырыла. Бөтә участкаларҙа ла күҙәтеүселәр эшләй. Уларһайлауҙың таҙалығын тәьмин итергә теләгән кешеләр. Беҙҙә хәҙер бик мөһим тарихи осор, шуға күрә был һайлау бик мөһим. Эш шунда: Рәсәйҙә яңы – илдең тарихи төбәктәре – һәм уларҙы интеграциялау менән бәйле күп мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Бынан тыш, илгә бик көслө баҫым яһала, сөнки көнбайыш көстәренә Рәсәйҙең донъяла үҙ урынын биләүе оҡшамай. Өҫтәүенә донъяла һәм ил эсендә яңы хәлдәр тураһында оноторға ярамай. Шул уҡ яһалма зиһен күп яңылыҡтар индерә, айырыуса хоҡуҡи мәсьәләләрҙә. Беҙгә илдең яңы үҫеш этабын билдәләргә кәрәк. Шуға күрә алда ҙур тарихи бурыстар тора һәм тап ошо һайлауҙарҙың мөһимлеген билдәләй, – тине Сергей Семенов.

 

Фото: "Һайлау-2026" йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгенән.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026

#ГолосМедиаСообществ2026

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас