Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентября , 06:45

Ике ауыл тулыһынса тауыш биргән!

Ҡайһы берәүҙәр йоҡонан да тороп өлгөрмәгән, ә улар 100 процент кеше һайлаған. Афарин! 

Ике ауыл тулыһынса тауыш биргән!Ике ауыл тулыһынса тауыш биргән!
Ике ауыл тулыһынса тауыш биргән!

Һеҙ һайлауға барҙығыҙмы әле? Ә Башҡортостанда һайлау участкаһы асылыу менән тулыһынса ауылдары менән тауыш биреп бөткәндәр ҙә бар. Был йәһәттән йыл һайын рекордты Асҡын районының Башҡортостан ауылы ҡуя. Электән килгән матур йолаларына ярашлы, бөгөн, 18 сентябрҙә, иртәнге сәғәт 8-ҙә Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы 916-сы һайлау участкаһына бергәләп килеп һайлауҙа ҡатнашҡандар ҙа. Улар һәр ваҡыт дәррәү – 100 процент тауыш биргәндәр!

Бәләкәй генә Башҡортостан ауылындағы туғыҙ йортта 21 кеше үҙ-ара дуҫ-татыу ғүмер итә. Уларҙың уңғанлығына, берҙәмлегенә, илһөйәрлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Бында һәр йортта гөрләтеп донъя көтәләр: мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт ҡарап, көҙөн бар тирә-яҡты шаулатып һуғым байрамдары һәм Ҡаҙ өмәләре үткәрәләр. Тирә-яҡта дан тотҡан умартасылары ла бар, тип хәбәр итә “Йәнтөйәк” баҫмаһы.

Бөгөн иртә менән беренселәрҙән булып илебеҙ өсөн мөһим сарала дәррәү ҡатнашыуҙары ла уларҙың ысын патриоттар булыуын иҫбатлай.

Тағы ла бер 100 процент тауыш биргән ауыл – Ауырғазы районының Марс ауылы. Ҙур булмаған ауылда 25 тауыш биреүсе йәшәй һәм иртә менән уларҙың бөтәһе лә гражданлыҡ бурысын үтәгән. Бында башлыса 80 йәштән өлкәндәр йәшәй. Ә уларҙың быуыны яуаплылыҡтың нимә икәнлеген яҡшы белә.

Афариндар!

 

Сығанаҡ: "Йәнтөйәк". 

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

Ике ауыл тулыһынса тауыш биргән!
Ике ауыл тулыһынса тауыш биргән!
Ике ауыл тулыһынса тауыш биргән!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас