

Ауырғазы районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мусагитов Һайлауҙың беренсе көнөндә үк тауыш биргән.
101 йәшлек ветеран был юлы өйҙә тауыш биргән, уға участка комиссияһының мобиль төркөмө килгән. Быға тиклем ветеран һәр ваҡыт һайлау участкаһына шәхсән барған. Үҙенең олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡала алмаған.
– Мин һайлауҙың мөһимлеген аңлайын. Был саранан бер ҡасан да ситтә ҡалғаным юҡ, – ти Шәриф Ғәди улы.
Шәриф Мусагитов ҙур тормош юлы үткән, донъя күргән, азатлыҡ һәм киләсәк өсөн яуаплылыҡтың ысын хаҡын белгән кеше. Уның илһөйәрлеге, Ватан яҙмышына битараф булмауы һоҡланыу тыуҙыра. Ветеранға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Өлөгөлө өлкән быуындан үрнәк алып, йәштәр ҙә һайлауҙа ҡатнашыр тигән ышаныс тыуа.
Фото: Ауырғазы районы хакимиәтенән.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026