

Һайлауҙы халыҡ элек-электән байрам һымаҡ ҡабул итә. Милли кейемдә килеүселәр мөһим сараға рух, илһөйәрлек өҫтәй. Ишембай районының Ишәй ауылы мәҙәниәт йортоноң “Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективы ла 2158-се һайлау участкаһына милли күлдәктәрҙә тауыш бирергә килде.
Коллектив был көнгә үҙенсәлекле биҙәк өҫтәп, һайлауға бергәләп килергә ҡарар иткән, был иһә ауылдаштарына байрам кәйефе бүләк итте. Тауыш биргәндән һуң улар концерт номеры ла башҡарҙы. Һайлауға килгән 1944 йылғы Радик Хәмитов, йәштәрҙән ҡалышмай, коллективҡа ҡушылып бейеп тә алды.
Розалиә Төхвәтуллина
Эльвира Ибәтуллина фотолары
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026
#БашВыбор2026