Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября , 08:45

Һайлауға йөрөү ҡанына һеңгән

Һайлауға йөрөү Флүрә Әбдрафиҡ ҡыҙының ҡанына һеңгән: оҙаҡ йылдар клубта эшләгән ханым үҙе һәр ваҡыт участка комиссияһы ағзаһы булған, тауыш биреүҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан

Һайлауға йөрөү ҡанына һеңгәнҺайлауға йөрөү ҡанына һеңгән
Һайлауға йөрөү ҡанына һеңгән

Башҡортостанда тауыш биреү дауам итә. Ишембай районының Уразбай ауылында урынлашҡан һайлау участкаһына бөгөн иң беренсе булып Флүрә Әбдрафиҡ ҡыҙы Исхаҡова килгән.

– Һайлауҙы бер ҡасан ҡалдырғаным юҡ. Һәр саҡ тәүгеләрҙән булып йөрөй инем, кисә мөһим эштәр буйынса ҡалаға китергә кәрәк булды, шуға тәүге көндә бара алманым. Уның ҡарауы бөгөн иң тәүге булып тауышымды бирҙем. Хатта бүләк тә тапшырҙылар, – ти ул.

Һайлауға йөрөү Флүрә Әбдрафиҡ ҡыҙының ҡанына һеңгән: оҙаҡ йылдар клубта эшләгән ханым үҙе һәр ваҡыт участка комиссияһы ағзаһы булған, тауыш биреүҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан.

– Ул йылдар һағынып һөйләрлек булып иҫтә ҡалды. Элек һайлау – тотош бер байрамға әйләнә ине бит. Күрше Подлесный, Авангард, Әсеялан ауылдарынан кешеләр машиналарға тейәлеп, йырлашып-килә ине. Тауыш биргәндән һуң, бергәләшеп сәйҙәр ойоштороп, бейеп-йырлашып ҡайтып китәләр ине. Оло байрам итеп көтөп алдыҡ. Ҙур ваҡиға ине. Күңелле осор ине, – ти ул.

Йәш сағында район советы депутаты булған, әле яңы 80 йәшен билдәләгән Флүрә инәй ауылының әүҙем ирекмәне лә. Быға тиклем яугирҙәргә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан: селтәр үрешергә ихлас йөрөгән, аҙыҡ-түлек әҙерләшкән. Быйыл һаулығы арҡаһында бик йөрөй алмаһа ла, күңеле менән һәр ваҡыт улар янындамын, ти.

– Бер нимәгә ҡарамай, һайлауға барам. Илемдең яҙмышын хәл иткәндә ситтә ҡала алмайым. Башҡаларҙы лы әүҙем булырға саҡырым, – ти ул.

#ВыбираемВместе

#ЕДГ2026

#АлгаВсейСемьей2026

#БашкортостанВыбирай2026

#ГолосМедиаСообществ2026

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас