

“Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар ҡатнашлығында “Һайлаусы, кандидат, күҙәтеүсе: ҡатнашыу, яуаплылыҡ, ышаныс” дискуссия майҙансығы үтте.
Фекерҙәре менән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса советтың эшҡыуарлыҡ, иҡтисади хоҡуҡтар һәм азатлыҡтар, коррупцияға ҡаршы көрәш, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса комиссияһы рәйесе Вәлих Аббасов сығыш яһаны.
Зөлфиә Ғайсина билдәләүенсә, һайлау темаһы бай тормош тәжрибәһе булған кешеләргә — һайлау процесы етди боҙоуҙар менән оҙатылған ике меңенсе йылдарҙы хәтерләүселәргә айырыуса яҡын.
– 2000-се йылдар иҫкә төшә, һайлауҙар ярайһы уҡ ауыр үтә, һайлаусыларҙың да, кандидаттарҙың да хоҡуҡтарын боҙоуҙар, күп һанлы суд процестары, ҙур ғауғалар күп булды. Әле беҙ бөтөнләй кире күренеште күрәбеҙ. Беҙҙең һайлау участкалары, асылда, тәртип боҙоуҙарһыҙ эшләргә өйрәнде. Был минең өсөн юрист булараҡ иң мөһиме, – тип белдерҙе политолог.
Уның фекеренсә, бөгөн һайлаусыларҙың һайлауҙың ғәҙел үтеүенә шиктәре булырға тейеш түгел.
– Әле беҙҙең кешеләрҙә һайлауҙарҙың ғәҙел, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда булған барлыҡ норматив-хоҡуҡи акттар менән ҡаралған кимәлдә үтеүенә бер ниндәй ҙә шик булырға тейеш түгел, — тине ул.
Ул күҙәтеүселәр әҙерләү буйынса эше өсөн республиканың Йәмәғәт палатаһына айырым рәхмәт белдерҙе.
– Республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы эшенә рәхмәт белдерәм һәм һоҡланам. Үткән кампанияла ла, был һайлауҙарҙа ла улар 13 меңгә яҡын күҙәтеүсе әҙерләгән. Был ҡануниәтте, һайлау хоҡуҡтарының нисек тормошҡа ашырылырға тейешлеген, бөтә кандидаттарҙы, һайлау комиссияһы ағзаларының ниндәй ғәмәлдәр башҡарырға тейешлеген, һайлаусыларҙың ниндәй хоҡуҡтары барлығын белгән кешеләр пулы. Был күҙәтеү беҙгә кешеләрҙең ышанысын формалаштырырға ярҙам итә, – тине Зөлфиә Ғайсина.
Һайлау һөҙөмтәләренә ышаныс тураһында һөйләгәндә, ул партияларҙың эшмәкәрлегенә иғтибар итә. Әгәр партия әүҙем эшләй икән, уның яҡлаусылары ла күп буласаҡ.
Вәлих Аббасов, уның өсөн халыҡтың һайлауҙарға ышанысының иң юғары күрһәткесе булып тауыш биреү күрһәткестәре тора, тип билдәләне.
– Төбәктәр, шул иҫәптән Башҡортостан күрһәткән юғары күрһәткестәр граждандарҙың һайлау һөҙөмтәләренә генә түгел, ә һайлау процесына ла ышанысын күрһәтә, — тине ул.
Фото: "Башинформ".
#ВыбираемВместе
#ЕДГ2026
#АлгаВсейСемьей2026
#БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026