

“Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эксперттар менән аралашыу дауам итә. Был юлы йәмәғәт күҙәтеүселәр эше, тауыш биреү барышы тураһында БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2026 йылда Башҡортостанда һайлау кампанияһы һәм һайлауҙарҙа тауыш биреү барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Тимур Вәлитов һөйләне.
– Был һайлауҙар өсөн беҙҙең Йәмәғәт палатаһы 13 мең күҙәтеүсе әҙерләне. Беҙ уларҙың һәр береһе менән бәйләнештә. Кисә һәм бөгөн ярты көндә уларҙан 10 меңдән ашыу хат-хәбәр килде. Даими рәүештә һайлау участкаһындағы хәл, мөхит тураһында һөйләп торалар, – тине ул.
Тимур Вәлитов әйтеүенсә, кисә халыҡ бик әүҙем килгән. Башлыса бюджет өлкәһендә эшләгәндәр һәм оло йәштәгеләр. Тик шуныһы ғәжәпләндергән: бөгөн дә әүҙемлек бик ҙур.
– Бөгөн ғаиләләр, балалар менән киләләр. Кисәгенән күберәк хатта. Күңелле хәлдәр ҙә шәмбе күберәк булған: милли кейемдә, гармундар менән килгәндәр күп. Бер районда Гена менән Чебурашка тауыш биргән. Туй араһында килеп бурыстарын үтәп киткән кәләш менән кейәүҙәр бар, – ти ул.
Уның әйтеүенсә, иң әүҙемдәр Ҡариҙел, Асҡын райондары, Сибай Нефтекама, Бәләбәй ҡалалары. Ялыуҙарға, етешһеҙлектәргә килгәндә, ҙур проблемалар юҡ. Ни бары урында кеше факторы арҡаһында барлыҡҡа килгән ваҡ мәсьәләләр бар. Мәҫәлән, кемдер паспорт урынына уның күсермәһен килтерә, кемдер Дәүләт хеҙмәттәрендәге мәғлүмәттәрен күрһәтә. Ә законға ярашлы, мотлаҡ паспорт менән тауыш бирергә кәрәк. Шулай уҡ кемдер үҙен исемлектә тапмай һәм башҡалар. Бланк боҙоу кеүек осраҡтар әле теркәлмәгән.
– Һайлауға килеү күрһәткесе юғары. Минеңсә, быйылғы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау кампанияһы әүҙемерәк бара һәм һандар ҙа юғарыраҡ булыр. Сөнки беҙҙең халыҡ МХО шарттарында, уртаҡ дошманыбыҙ булған шарттарҙа берләште һәм әүҙемләште, – тине Тимур Вәлитов.
Автор фотоһы.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026
#БашВыбор2026