Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября , 11:30

Байтаҡ райондарҙа халыҡтың яртыһы тауыш биргән

Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова һуңғы һандар менән таныштырҙы

Байтаҡ райондарҙа халыҡтың яртыһы тауыш биргәнБайтаҡ райондарҙа халыҡтың яртыһы тауыш биргән
Байтаҡ райондарҙа халыҡтың яртыһы тауыш биргән

“Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле – секретарь Марина Долматова килеп, республика буйынса һуңғы һандар менән таныштырҙы.

19 сентябрҙең 15 сәғәтенә ҡарата республикала тауыш биреүселәрҙең 43,48 проценты үҙ участкаларына барып, үҙ һайлауын яһаған. Был 1 270 275 кеше.

Һайлауҙар нисек үтә тигән һорауға уның яуабы ябай булды:

“Башҡортостанда һайлауҙар һәр ваҡыт легитим рәүештә, асыҡ үтә”.

Әлеге ваҡытта иң күп тауыш биргән райондар исемлеге түбәндә: Асҡын, Балтас, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош райондары. Бында һайлаусыларҙың яртыһынан күберәге тауыш биргән. Ҡалалар буйынса әүҙемлекте Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ күрһәтә. Өфө ҡалаһы райондарында Дим, Калинин, Киров, Октябрь һәм Совет райондарында һайлаусыларҙың 40 проценттан ашыуы тауыш биргән.

Автор фотоһы.

 

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026
#БашВыбор2026

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас